Березин Всеволод Леонидович

Березин Всеволод Леонидович (16 декабрь 1922 йыл — 3 август 2016 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), техник фәндәре докторы (1970), профессор (1969). РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1968) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре; СССР-ҙың (1982) һәм Рәсәй Федерацияһының (1995) Яғыулыҡ һәм энергетика министрлыҡтарының, СССР газ сәнәғәтенең (1983), РСФСР «Нефтеснаб»ының (1987) почётлы хеҙмәткәре; Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1995).

Березин Всеволод Леонидович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 декабрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Тамбов губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 3 август 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (93 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө механика
Биләгән вазифаһы ректор[d]
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Всеволод Леонидович Березин 1922 йылдың 16 декабрендә Тамбов губернаһының Иль-Рождественно ауылында тыуған.

Барнаул миномет училищеһында, Новосибирск хәрби транспорт инженерҙары институтында (1940-42) уҡый. Һуғыш ваҡытында 1-се Украина һәм 3-сө Белоруссия фронттарында (1942—1946) һуғыша.

1951 йылда И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлай. 1954 йылда И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть химияһы һәм газ сәнәғәте институтында «Магистраль торба үткәргестәрҙе контактлы иретеп йәбештереү процесын тикшереү» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы, 1970 йылда — шул уҡ юғары уҡыу йортонда — «Капиталь ремонт ваҡытында нефть продукты үткәргестәрҙең көсөргәнешле хәлен өйрәнеү» тигән темаға докторлылыҡ диссертацияһы яҡлай. Магистраль торба үткәргестәрҙе проектлау, төҙөү һәм капиталь ремонтлау, нефть табыу сәнәғәтендә яңы материалдар ҡулланыу буйынса белгес.

Эш урыны: 1954 йылдан — Өфө нефть институты: 1955 йылдан башлап кафедра мөдире, 1964 йылдан алып ректор; нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре квалификацияһын күтәреү институты директоры (1970—1979); кафедра мөдире (1970—1991), 1991 йылдан И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть химияһы һәм газ сәнәғәте институты, хәҙерге И. М. Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ университеты профессоры.

Фәнни эш йүнәлештәре: үткәргес торба транспорты, һыу аҫты үткәүелдәрен траншеяһыҙ төҙөү ысулы, түбән температурала нефть резервуарҙарының ышаныслылығын арттырыу ысулдары; нефть һәм газ үткәргестәрҙең һыулы тупраҡта тотороҡлолоғон арттырыу.

Ғалимдың уҡыусылары араһында 12 фән докторы һәм 79 фән кандидаты.

Березин Всеволод Леонидович СССР Газ сәнәғәте министрлығының фәнни-техник советы ағзаһы (1975 йылдан) һәм ошо советтың секция рәйесе; Бөтә Союз фәнни-техник ойошмалар советы президиумының мәғариф буйынса комитеты ағзаһы; «Недра» нәшриәте һәм «Строительство трубопроводов» журналы мөхәрриәте ағзаһы.

Ул шулай уҡ — докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса махсуслаштырылған совет рәйесе; Юғары аттестация комиссияһының эксперт советы ағзаһы; СССР-ҙың Дәүләт төҙөлөш комитетының Фән һәм техника буйынса дәүләт комитетының бер нисә комиссия ағзаһы; Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Почётлы академигы (1992), Халыҡ-ара информатика академияһының мөхбир ағзаһы (1996).

Всеволод Леонидович Березин 2016 йылдың 3 авгусында вафат була.

Библиография үҙгәртергә

Березин Всеволод Леонидович — 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 17 дәреслек һәм монография, 52 авторлыҡ танытмаһы һәм 2 уйлап табыу патенты авторы.

  • Сооружение газохранилищ и нефтебаз. — 1986 (соавтор).
  • Системная надежность трубопроводного транспорта углеводородов. — М.: Недра, 1997;
  • Березин В. Л., Бородавкин П. П. Сооружение магистральных трубопроводов: Учеб. 1, 2 изд. — М.: Недра, 1978, 1987.
  • Поточное строительство магистральных трубопроводов. М.: Недра, 1992 (соавтор).
  • Системная надежность трубопроводного транспорта углеводородов. — 1997 (соавтор).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә