Ҡаҙы-Йәлдәк
Ҡаҙы-Йәлдәк (рус. Казы-Ельдяк) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 273 кеше[1]. Почта индексы — 452306, ОКАТО коды — 80224834013.
Ауыл | |
Ҡаҙы-Йәлдәк | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тарихы
үҙгәртергәҠаҙы күле буйына урынлашҡан Ҡаҙы-Йәлдәк ауылы беренсе тапҡыр 1701 йылдағы сығанаҡта атап үтелә. Шул йылдың 20 февралендә Йәлдәк ауылында йәшәгән башҡорттар Аҡсыуаш Юкачев, Мәкис Юҡшиев, Доскей Аҡбашев Бөрө крәҫтиәне П. А. Поповтан 20 һум аҡса алып тора. Башҡорттар Таулы Ләкәләков, Бисура Бәҙәргәнов, Тупаҫ Дверынкин документта аҡса алып тороусының ышаныслы кешеләре тип таныла. 1714 йылдың 10 июнендәге яҙмаға ярашлы батша ғәли йәнәптәренең крәҫтиәне П. А. Попов иптәштәре менән бергә Йәлдәк ауылы («Ҡаҙыбаш тож») башҡорттары Яугилде Таулин, Шәриф Солтанаев, Мупа Туйкиндарҙан ерҙәренең бер өлөшөн, уларға 3 һум 70 тин түләп, ҡуртымға ала. Тултырылған документта ауылдың икенсе исеме Балтино тип тә күрһәтелә. Ауыл атамаһы антропоним — аҫаба башҡорт Балта Муняковтың исеменән алынған[2].
1713 йылдан алып Йәлдәк ауылына башҡа милләт кешеләре килеп төпләнә башлай. Шул йылдың 19 мартында типтәрҙәр ауыл ерҙәренә индерелә. Артабан 1804 йылда 27 мишәр ер алып ғаиләһе йәшәй башлай. 1762 йылда ауылда 10 типтәр булыуы асыҡлана, ә 1792 йылдың 12 майында аҫаба башҡорттар менән килешеү нигеҙендә бер мишәр ғаиләһе килеп төпләнә. 1804 йылда бер төркөм мишәрҙәр ауылға индерелә[2].
1795 йылдағы V рәүиз документтарында 18 ихатала 139 башҡорт, 2 ихатала 14 типтәр, 1 ихатала 9 мишәр теркәлә. 1859 йылда 84 ихатала 520 башҡорт, 39 ихатала 220 керҙәш (припущенник), ә 1870 йылда 134 ихатала 744 кеше йәшәүе билдәләнә. 1920 йылдағы беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу документтарында Ҡаҙы-Йәлдәктә 711 типтәрҙең йәшәүе һәм 126 башҡорт ихатаһы булыуы һәм башҡорттарҙың ауылда йәшәүселәрҙең 2/3 өлөшөн тәшкил итеүе күрһәтелә. 1843 йылда 246 башҡортҡа 720 бот ужым һәм 832 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда тирмән эшләй. 16 мишәргә 56 бот ужым һәм 36 бот яҙғы иген сәселә[3].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 273 | 128 | 145 | 46,9 | 53,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 Коллектив авторов. История башкирских родов. Елдяк. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2015. — Т. 13,. — С. 93-94. — 600 с. — 3 000 экз. — ISBN 978-5-85051-605-5.
- ↑ https://ufagen.ru/node/29523
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 12 апрель архивланған.
- Коллектив авторов. История башкирских родов. Елдяк. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2015. — Т. 13,. — С. 93-94. — 600 с. — 3 000 экз. — ISBN 978-5-85051-605-5.