Фәйезов Фәйзрахман Вәлетдин улы
Фәйезов Фәйзрахман Вәлетдин улы (16 декабрь 1921 йыл — 19 октябрь 1998 йыл) — БАССР-ҙың Шишмә районы Салауат исемендәге колхоз рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Бөйөк Ватан һуғышы яугире.
Фәйезов Фәйзрахман Вәлетдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 16 декабрь 1921 |
Тыуған урыны | Ураҙбахты, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 19 октябрь 1998 (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Ураҙбахты, Шишмә районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәФәйезов Фәйзрахман Вәлетдин улы 1921 йылдың 16 декабрендә БАССР-ҙың Шишмә районы Уразбахты ауылында тыуған. Белеме — тулы булмаған урта. Күп балалы ғаиләлә өлкәне була. 13 йәшенән башлап эшләй.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1937 йылда Шишмә МТС-ында баҫыусылыҡ бригадаһы хисапсыһы булып башлай. 1937—1938 йылдарҙа тракторсылар курсында уҡый һәм 1941 йылға тиклем Шишмә МТС-ында тракторсы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Көнбайыш, Балтика һәм Белорус фронтында һуғыша. Ике тапҡыр яралана.[1]
1946-1954 йылдарҙа Совет Армияһынан демобилизацияланғандан һуң Шишмә МТС-ында механизатор булып эшләй. 1955 йылда Салауат исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлана, 1959 йылда «Дуҫлыҡ» колхозы менән берләшкәнгә тиклем был вазифала эшләй.
Баш механик, һуңынан эреләтелгән «Дуҫлыҡ» колхозында бригадир булараҡ, Фәйезов Фәйзрахман ауыл хужалығы техникаһы яҡшы торошон һәм уның юғары етештереүсәнлеген тәьмин итә. Уның етәкселегендә йыл һайын механизаторҙар коллективы комбайндарҙы 5 июлгә әҙерлек линейкаһына ҡуя, урып йыйыу эштәре барышында техник әҙерлеккә айырыуса ҙур иғтибар итә.
Агротехник сараларҙың бөтөн комплексын ҡулланыу һәм тупраҡты сифатлы эшкәртеү һөҙөмтәһендә бригада бер нисә йыл дауамында иген һәм техник культураларҙың тотороҡло юғары уңышын ала.
«Сталинец-6» комбайнында 1951 йылда 35 эш көнөндә 8213 центнер иген культуралары һәм һәм 122 центнер үлән орлоҡтары урып-йыйыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн 1952 йылдың 10 июлендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Ф. В. Фәйезовҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә, РСФСР-ҙың ҡулланыусылар кооперацияһының дүртенсе съезында, III Бөтә Союз колхозсылар съезында ҡатнаша. БАССР Юғары Советының дүртенсе саҡырылыш депутаты итеп һайлана.
«Дуҫлыҡ» колхозы эреләтелгәндән һуң 1982 йылда пенсияға киткәнгә тиклем 1967 Салауат исемендәге колхоз рәйесе булып эшләй.
Файзрахман Вәлетдин улы 1998 йылдың 19 октябрендә вафат була.
Наградалары
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1952)
- Ике Ленин ордены (1950, 1951), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971), I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) , миҙалдар менән бүләкләнә
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәГерои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 7. Ф-Я. 2011. — 624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
Дерипаско А. Достойный руководитель // Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.
Һылтанмалар
үҙгәртергәhttp://zemlyaki.name/person.php?person_id=898(недоступная ссылка)