Ихсанов Әхтәм Сөләймән улы

(Әхтәм Ихсан битенән йүнәлтелде)

Ихсанов Әхтәм Сөләймән улы (псевдонимы Әхтәм Ихсан; 16 декабрь 1908 йыл22 сентябрь 1992 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы, тәржемәсе. 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Әхтәм Ихсан
һуғыш йылдарында
Ихсанов Әхтәм Сөләймән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 16 декабрь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Ибрай, Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 22 сентябрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Яҙма әҫәрҙәр теле башҡортса‎
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Әхтәм Сөләймән улы Ихсанов 1908 йылдың 16 декабрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы Ибрай ауылында тыуған.

1930 йылда Өфө педагогия техникумында белем алғандан һуң, республикала сыҡҡан журналдарҙа һәм гәзиттәрҙә, радио, телевидениела эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 112-се Башҡорт атлы дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» гәзитендә мөхәррир урынбаҫары була. Һуғыштан ҡайтҡас, республика радиокомитетында, «Башҡортостан ауыл хужалығы» журналы редакцияһында эшләй.

Әхтәм Ихсандың «Элеватор» тип аталған беренсе китабы 1930 йылда донъя күрә.

1960 йылда Башҡорт атлы дивизияһы яүгирҙәре тураһында «Саҡма тояҡ аттарҙа» исемле документаль повесть яҙҙы, унда элекке яуҙаштарының дошманға ҡаршы нисек һуғышыуын ышандырырлыҡ итеп һүрәтләй.

1992 йылда Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2017)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2017)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә