Дыуан кантоны (рус. Дуванский кантон) — Башҡортостан кантоны.

Дыуан кантоны
Дыуан кантоны
Ил Башҡортостан автономияһы
Башҡортостан АССР-ы
Үҙәге Арҡауыл
Ойошторолған 1917/1919
Берләштерә Балаҡатай,
Дыуан-Мәсетле,
Ибрай,
Ҡалмаҡол,
Мырҙалар,
Нәсибаш,
Түбәнге Ҡыйғы,
Үрге Ҡыйғы,
Һикәяҙ
һәм 2-се Әйле улустары
Рәсми телдәр башҡорт теле

Административ үҙәге — Арҡауыл ауылы.

1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].

1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Дыуан кантоны ла була.

1919 йылдың сентябрендә бөтөрөлә, территорияһы Дыуан-Ҡошсо кантоны составына инә.

 
Башҡортостан кантондары, 1920 йыл

География

үҙгәртергә

Төньяҡта — Ҡошсо кантоны, көнсығышта — Красноуфимск өйәҙе, көньяҡта — Златоуст өйәҙе, Көҙәй кантоны, көнбайышта Бөрө өйәҙе, Златоуст өйәҙе, Көҙәй кантоны менән сиктәш була.

Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 128. — 468 с.
  2. Әсфәндиәров Ә. З. Кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 72. — 304 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә