Хөсәйенова Гөлнур Рауил ҡыҙы

фольклорсы. Филология фәндәре докторы (2017). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Хөсәйенова Гөлнур Рауил ҡыҙы (14 октябрь 1959 йыл) — ғалим-фольклорсы. Филология фәндәре докторы (2017). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).

Хөсәйенова Гөлнур Рауил ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 октябрь 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ҡунаҡбай, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө фольклорсы
Эш урыны Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Гөлнур Рауил ҡыҙы Хөсәйенова 1959 йылдың 14 октябрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ҡунаҡбай ауылында тыуа. 1983 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң Тарих,тел, әҙәбиәт институтында эшләй башлай [1]. Бер үк ваҡытта 1991 йылдан башлап Мәскәүҙә А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында аспирантурала уҡый. фольклорсы профессор Виктор Михайлович Гацак етәкселегендә “Тылсымлы башҡорт халыҡ әкиәттәре поэтикаһы” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Докторлыҡ диссертацияһын да башҡорт халыҡ тылсымлы әкиәттәрен башҡа халыҡтарҙыҡы менән сағыштырып өйрәнеүгә бағышлай.

1994–97 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында фольклор курсын, 2000—2011 йылдарҙа хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка белеме биреү кафедраһында доцент вазифаһында башҡорт музыка фольклоры буйынса дәрестәр алып бара. 1986 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре буйлап фольклор экспедицияларында ҡатнаша, билдәле яҙыусы һәм ғалим Кирәй Мәргән етәкселегендәге экспедициялар уҙғарылған Свердловск, Силәбе, Ҡурған, Һамар һәм Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында йәшәгән милләттәштәр араһында фольклор йыя, шуларҙың 14-ндә үҙе етәксе була. Ул тарафтарҙа ла башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен яҙып алып ҡайта һәм шуларҙан торған китаптар баҫтырып сығара.

Хөсәйенова 1983 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор бүлегендә эшләй.[2]

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт халыҡ әкиәттәрен, уларҙың жанр спецификаһын, поэтикаһын һәм текстологияһын өйрәнеүгә арналған. “Башҡорт халҡының тарихы” (“История башкирского народа”; 7 томда, 2009–2012), “Башҡорттар” (“Башкиры”; 2015) баҫмалары авторҙарының береһе; “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығын һ.б. төҙөүсе. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Монография, уҡыу әсбабы, хрестоматия, экспедиция материалдары һәм мәҡәләләре йыйынтыҡтары авторы.

Г.Р. Хөсәйенованың ғилми тикшеренеүҙәрендә башҡорт әкиәттәрен өйрәнеү, эпос ғилеме һәм мифология, башҡорт фольклористикаһы, Бөйөк Ватан һуғышы фольклоры тарихы мәсьәләләре төп урынды биләй.

Хөсәйенова Г.Р. 1 фән кандидатын әҙерләгән, 4 аспирант һәм дәғүә итеүсенең ғилми етәксеһе булып тора[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

2007 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Султангареева Р. В сказке быль, поэзия, урок. Ватандаш. – 2006. – № 3. – С.203-205.
  • Юлдыбаева, Г. Ғалимә һәм остаз. Башҡортостан. – 2009. – 27 окт (№209). – Б.4.