Сәк-сәк (рус. чак-чак, ҡаҙ. шәк-шәк, ҡырғ. чак-чак, татар. чәкчәк, үзб. chak-chak/чак-чак; сыб. цәк-цәк) — башҡорт халҡының милли татлы ризығы. Башҡорт милли кухняһынан башҡа сәк-сәк ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, татар, үзбәк, сыбыр милли кухняларының татлы ризыҡтары рәтенә керә.

Бохар кәләвәһе һәм сәк-сәк

Бешереү ысулы

үҙгәртергә

Ҡамыр өсөн кәрәкле аҙыҡтар

үҙгәртергә
  • өс йомортҡа (йылы булырға тейеш),
  • бер сәй ҡалағы — эретелгән аҡ май,
  • бер стакан — иләнгән он,
  • бер семтем — сода,
  • 300 гр. — бал.

Сироп өсөн кәрәкле аҙыҡтар

үҙгәртергә
  • 100гр. — шәкәр ҡомо,
  • 60 гр. — бал,
  • 1 аш ҡалағы — hыу.

Ҡамырҙы әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Йомортҡаларҙы һәйбәтләп бутап, тоҙ, сода, эретелгән аҡ май ҡушығыҙ, hуңыраҡ иләнгән он ҡушып, йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы дымлы туҡыма менән ябып 1 сәғәт тотоғоҙ.

Сәк-сәкте төрлө яҡтарҙа төрлөсә эшләйҙәр. Шуның өсөн сәк-сәктең ҡамырын эре, ваҡ, йоморо, оҙонса итеп киҫергә мөмкин.

Ҡамырҙы йоҡаҡ итеп 5 мм ҡалынлығында йәйегеҙ, йәймәне 5—7 мм ҡалынлыҡта таҫмалар итеп киҫегеҙ. Ул таҫмаларҙы ҡәләм ҡалынлығына тиклем ҡул менән тәгәрәтегеҙ. Әҙерәк кипкәндән hуң (5 минут тирәhе) вак ҡына итеп бармаҡ быуынындай ҙурлыҡта турағыҙ. Сәк-сәкте ҡалын, төплө hауытта (ҡаҙанда) ҡайнаған майҙа сильпәк менән hалам төҫөнә тиклем бешерегеҙ. Сәк-сәктең бөтә яҡтары бер төҫтә бешhен өсөн, уны бешергәндә болғатып торорға кәрәк. Бешкәндән hуң, ҡайнап торған майҙан алып, артыҡ майы ағып төшhөн өсөн сәк-сәкте дуршлагҡа hалығыҙ.

Сиропты әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Шәкәр ҡомона hыу ҡойоғоҙ, утҡа ҡуйып эретегеҙ, болғата-болғата ҡайнатып сығарығыҙ hәм бал өҫтәгеҙ. Сироп ҡуйыра башлағансы яй утта 30 минут болғатып ҡайнатығыҙ.

Сәк-сәк hыуынғас, ризыҡты айырым hауытта балдан эшләнгән сироп менән бутағыҙ.

Аҙаҡ hауыттарға өйөп hалығыҙ, ҡулдарҙы hыуыҡ hыуға манып, сәк-сәкте формаларға килтерегеҙ. Сәк-сәкте шулай уҡ йөҙөм һәм борсаҡ кәнфиттәр менән биҙәргә була.

Сәк-сәк менән саралар

үҙгәртергә
  • 2018 йылдың авгусында Испанияның Мьяхадас ҡалаһында уҙған традицион 32-се Халыҡ-ара мәҙәниәт фестиваленда ҡатнашыусылар үҙ милли аш-һыу өлгөләрен күрһәтте. Башҡортостан вәкилдәре йыйылғандарҙы сәк-сәк менән таң ҡалдырҙы. Был татлы ризыҡты тамашасылар күҙ алдында Йәштәр театры актёры Зөлмәрә Ҡарабулатова әҙерләне[1][2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә