Ҡурсаулыҡ — махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре категорияһы, уның эсендәге тәбиғәт комплекстары һәм объекттар хужалыҡ ҡулланылышынан тулыһынса сығарыла.

Ҡурсаулыҡ

Тәбиғәт төрлөлөгөн тәбиғи хәлендә, үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың генофондын, йәнһеҙ тәбиғәттең уникаль объекттарын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән, ландшафт өлгөһө (эталон) итеп ҡабул ителеүе мөмкин типик йәки бирелгән геогр. зона өсөн ҡиммәтле ландшафтлы биләмә ҡурсаулыҡ тип иғлан ителә. Ҡурсаулыҡ тәбиғәтте һаҡлау, фәнни—тикшеренеү һәм экологик белем биреү учреждениелары статусына эйә.

Ҡурсаулыҡ бурыстары: тәбиғәт терр—яларын һаҡлау; фәнни тикшеренеүҙәр үткәреү, шул иҫәптән Тәбиғәт йылъяҙмаларын алып барыу; экологик мониторинг үткәреү; экологик белем биреү; тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә кадрҙар һәм белгестәр әҙерләүҙә ярҙам итеү. Глобаль экологик мониторинг үткәреүсе халыҡ—ара биосфера резерваттары системаһына ингән ҡурсаулыҡ биосфера статусын ала.

1929 йыл Башҡортостан биләмәһендә беренсе ҡурсаулыҡ — Башҡорт ҡурсаулығы ойошторола. Республикала 3 ҡурсаулыҡ бар: Башҡорт ҡурсаулығы, Шүлгәнташ ҡурсаулығы, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, уларҙың дөйөм майҙаны 325 мең га (2006 й.). Иң ҙуры — Көньяҡ Урал Ҡурсаулығы (252,8 мең га, шуларҙың 28,4 мең га — Башҡортостан Республикаһы территорияһында). Ҡурсаулыҡ эшмәкәрлеген фәнни—методик яҡтан Башҡортостан Фәндәр Академияһы һәм Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлыҡтары, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлыҡтары менән берлектә тормошҡа ашыра. Башҡорт ҡурсаулығы — тәбиғәт музейы, Шүлгәнташ Ҡурсаулығы музей—экскурсиялар комплексы, күргәҙмә — уҡытыу умарталығы бар, 3 экскурсия маршруты ойошторолған. Ҡурсаулыҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.