Аҙнағолов Рафаил Ғәйнетдин улы

(Рафаэль Аҙнағолов битенән йүнәлтелде)

Аҙнағолов Рафаил Ғәйнетдин улы (13 февраль 1941 йыл — 23 ғинуар 2015 йыл) — тел белгесе, педагог-методист. 1972 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, 1978 йылдан — Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалы хеҙмәткәре, 2004 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты, педагогия фәндәре докторы (2004), профессор (2009). Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998).

Аҙнағолов Рафаил Ғәйнетдин улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 13 февраль 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны Ҡыуандыҡ районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Рафаил Ғәйнетдин улы Аҙнағолов 1941 йылдың 13 февралендә Чкалов өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Үрге Үтәғол ауылында тыуған. 1969 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.

1972 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй, 1978 йылдан — Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалында өлкән һәм төп ғилми хеҙмәткәр, 2004 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.

Дөйөм алғанда 200-ҙән ашыу булған фәнни хеҙмәттәре диалектология, лексикография һәм башҡорт телен уҡытыу методикаһына арналған. Улар араһында Башҡорт теленең орфография һүҙлеге (1998 йыл), Башҡортса-русса мәктәп һүҙлеге (2003 йыл), Башҡортостандың күренекле яҙыусылары ижадына арналған йыйынтыҡтары, шулай уҡ төрлө йүнәлештәге методик ҡулланмалар киң билдәле.

Ғалим гәзит һәм журналдар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итте, матбуғатта әҙәби-тәнҡит, әҙәби-аналитик мәҡәләләре менән даими сығыш яһаны.

Мәғарифты үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн 2014 йылда Рафаэль Ғәйнетдин улы Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Константин Ушинский миҙалы менән бүләкләнде.

2015 йылдың 23 ғинуарында ҡаты ауырыуҙан вафат булды.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998).
  • Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Константин Ушинский миҙалы (2014).

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Диалект шарттарында башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Өфө, 1991;
  • Башҡорт теленең орфография һүҙлеге. Өфө, 1998;
  • Уҡыусы шәхесен үҫтереүҙең лингводидактик нигеҙҙәре. Өфө, 2001;
  • Башҡортса-русса мәктәп һүҙлеге. Өфө, 2003;
  • Сәйләндәрем төҫлө-төҫлө (ижади портреттар). Өфө, 2007.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 февраль 2021)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 февраль 2021)

Һылтанмалар

үҙгәртергә