Красичков-Терновский Игорь Фёдорович
Красичков-Терновский Игорь Фёдорович (13 февраль 1935 йыл — 8 март 2012 йыл) — ғалим-математик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1993), физика-математика фәндәре докторы (1975), профессор (1981).
Красичков-Терновский Игорь Фёдорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 13 февраль 1935 |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Вафат булған көнө | 8 март 2012 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәКрасичков-Терновский Игорь Федорович[1] 1935 йылдың 13 февралендә Мәскәүҙә тыуа.
1959 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлай.
Кандидатлыҡ (1966) һәм докторлыҡ (1974) диссертацияларын Стеклов исемендәге Математика институтында яҡлай.
Институтты тамамлағас, «Математика» рефератив журналының мөхәррире,Бөтә Союз сит ил әҙәбиәте дәүләт китапханаһының фәнни-библиографик бүлеге китапханасыһы, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Физика һәм математика бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре (1973—1982) була, бер үк ваҡытта Өфө авиация институтының ғәмәли математика һәм ышаныслылыҡ теорияһы кафедраһы мөдире, 1987 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Математика институтының ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.
Красичков-Терновскийҙың ғилми эшмәкәрлек даирәһе: комплекслы үҙгәреүсәндәрҙең функциялары теорияһы, функциональ анализ, аналитик функцияларҙың спектраль синтезы, бөтөн һәм плюрисубгармониялы функциялар, инвариантлы аҫарауыҡтар һ.б.
1999 йылда Игорь Федорович коллегаһы Азарин саҡырыуы буйынса Израилгә барып ҡайта, унда өс математик семинарҙа инглиз телендә доклад менән сығыш яһай.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәКрасичков-Терновский Игорь Федорович — 50-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
Спектральный синтез в комплексной области для дифференциального оператора с постоянными коэффициентами. I. Теоремы двойственности. II. Метод модулей. III. Обильные подмодули. IV. Синтез // Матем. сб. 1991. Т. 182, № 11. С. 1559—1588; 1992. Т. 183, № 1. С. 3-19; 1992. Т. 183, № 6. С. 55-86; 1992. Т. 183, № 8. С. 23-46.
Фундаментальный принцип для инвариантных подпространств аналитических функций // Матем. сб. 1997. Т. 188, № 2. С. 25-56; 1997. Т. 188, № 6. С. 57-98; 1997. Т. 188, № 10. С. 27-68.
Спектральный синтез и аналитическое продолжение // Успехи мат. наук. 2003. Т. 58, № 1. С. 33-112.
Сравнение целых функций конечного порядка по распределению их корней // Математический сборник. — 1966. — N 2; Методы аппроксимации функций из инвариантных подпространств полиномами Дирихле // Сибирский математический журнал. — 1975. — N 5.
Аппроксимационная теорема для однородного уравнения векторной свертки И. Ф. Красичков-Терновский Математический сборник, 195:9 (2004), 37-56.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ КРАСИЧКОВ-ТЕРНОВСКИЙ Игорь 2022 йыл 26 сентябрь архивланған.. Проверено 31 января 2013. 6 февраля 2013 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә[1] 2016 йыл 21 апрель архивланған. Башҡорт энциклопедияһы.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- [2]
- [3] (недоступная ссылка)
- Игорь Фёдорович Красичков-Терновский, Уфимский математический журнал, 2012, т. 4, № 3, с. 187—192