13 декабрь
көнө
(13 декабрҙә битенән йүнәлтелде)
13 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 347-се көнө (кәбисә йылында 348-се). Йыл тамамланыуға 18 көн ҡала.
13 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
13 декабрь Викимилектә |
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Ҡорһаҡ байрамы.
- АҠШ: Ат көнө.
- Мальта: Республика көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Айыу көнө.
- «Джентльмены удачи» комедияһы көнө.
- Бразилия: Моряктар көнө.
- 1922: Кавказ аръяғы Советтарының I съезы (Баҡы) 1922 йылдың 12 мартында ойошторолған «Кавказ аръяғы Социалистик Совет Республикаларының Федератив Союзы»н берҙәм «Кавказ аръяғы Совет Социалистик Федератив Республикаһы» тип үҙгәртә.
- 1971: СССР кинотеатрҙарында «Джентльмены удачи» комедияһы күрһәтелә башлай.
- 1989: Владимир Жириновский Либераль-демократик партия ойоштора.
- 1996: Кофи Аннан Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының генераль секретаре итеп һайлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сиражетдинова Шәмсинур Мырҙабай ҡыҙы (1930—29.12.1986), театр актёры. 1947 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, 1949 йылдан — хәҙерге Ғималетдин Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры, 1952 йылдан хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. 1951 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Ҡыҙғы ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Теләшев Ғүмәр Ғариф улы (1931—2.06.2016), ғалим-инженер-технолог. 1954—1960 йылдарҙа Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының АВТМ-1 ҡулайламаһы, 1964 йылдан — ғилми-тикшеренеү лабораторияһы, 1967 йылдан — тәжрибә тикшеренеү цехы начальнигы; 1989 йылдан — ғилми технология үҙәге директоры, бер үк ваҡытта 1994 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы; Өфөләге «ИНТЭКО» нефтехимик эшкәртеү инженерлыҡ үҙәген ойоштороусы һәм 1998—2004 йылдарҙа уның директоры. Техник Фәндәр докторы (1993), профессор (1994). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы (1978) һәм атҡаҙанған химигы (1991). Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе (1996), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2015). Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының почётлы гражданы.
- Вилданов Эдгар Әбүзәр улы (1951—5.11.2018), шағир. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының элекке хеҙмәткәре. 2011 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Учалы ауылынан.
- Рәхимов Урал Мортаза улы (1961), хужалыҡ эшмәкәре. 2006—2009 йылдарҙа «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, Башҡортостан Республикаһының өсөнсө (2003—2008) һәм дүртенсе (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Кузнецов Константин Петрович (1912—2.05.1996), инженер-төҙөүсе, төҙөлөш тармағы хеҙмәткәре һәм дәүләт эшмәкәре. 1947 йылдан Өфөләге 21-се төҙөлөш тресының 1-се төҙөлөш-монтаж идаралығы начальнигы, трест идарасыһы урынбаҫары, 1953 йылдан — трест идарасыһы; 1958 йылдан Башҡорт АССР-ының Төҙөлөш буйынса баш идаралығы начальнигы; 1970—1982 йылдарҙа СССР ауыл хужалығы подукттары әҙерләү министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының бишенсе (1959—1963), алтынсы (1963—1967) һәм етенсе (1967—1971) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әхмәтшин Зәки Хәсән улы (1932), табип-уролог. Башҡортостандың беренсе балалар урологы. 1967—1968 йылдарҙа хәҙерге Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының, артабан Республика балалар клиник дауаханаһының урология бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
- Аферина Лилия Васильевна (1937), Өфө ҡалаһы 114-се мәктәбенең ветеран-педагогы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Вәлишин Роман Ғәлиәскәр улы (1937—10.11.1979), журналист, яҙыусы. 1967 йылдан Удмурт АССР-ының Грахов районы «Сельская новь» гәзитенең баш мөхәррире, 1970 йылдан — «Советская Удмуртия» гәзите (Ижевск), 1978 йылдан — «Молот» журналының әҙәби хеҙмәткәре, Удмурт АССР-ы Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты. 1975 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Удмурт АССР-ының дәүләт премияһы лауреаты (1980, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Үрге Тиктәм ауылынан.
- Ғәлимова Резида Марат ҡыҙы (1977), ғалим-нейрохирург, йәмәғәтсе. 2004 йылдан Республика балалар клиник дауаханаһының табип-нейрохирургы 2011 йылдан — баш табиптың хирургия буйынса урынбаҫары. 2012 йылдан «Изгелек» хәйриә фондының эксперт советы ағзаһы. Медицина фәндәре кандидаты (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Йәнтеш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Губарев Евгений Михайлович (1903—3.04.1963), табип-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм етәксеһе. 1934—1945 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының биохимия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1936 йылдан — Өфөләге И. И. Мечников исемендәге эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире. 1956—1959 йылдарҙа Ростов дәүләт медицина университеты ректоры. Биология (1940) һәм медицина (1942) фәндәре докторы, профессор (1935). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1944). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1954).
- Тузов Николай Иосифович (1923—18.01.2002), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсы, гвардия рядовойы. Советтар Союзы Геройы (1943).
тулы исемлек
- Фёдорова Мария Васильевна (1923—21.04.1982), китапханасы. 1949—1978 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы уҡыу залының өлкән китапханасыһы, мөдире, баш китапханасы, 1975 йылдан — бүлек мөдире. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Йәһүҙин Рим Мирғәҙи улы (1938), табип. 1968 йылдан Салауат ҡала дауаханаһы, 1973 йылдан — Өфөләге Республика балалар клиник дауаханаһы табибы, 1974—2002 йылдарҙа планлы хирургия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). Сығышы менән хәҙерге Дүртөйлө ҡалаһынан.
- Торомтаева Римма Хөсәйен ҡыҙы (1938), малсы. 1960—1973 һәм 1981—1993 йылдарҙа Хәйбулла районы «Красное Знамя» колхозы һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Йәнтеш ауылынан.
- Кәлимуллин Радик Сәлим улы (1948), нефтсе, рационализатор. 1974 йылдан Бөрө быраулау эштәре идаралығы мастеры, ПТО инженеры, 1981 йылдан Дүртөйлө быраулау эштәре идаралығының баш механигы, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Урман ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Серебровский Александр Павлович (1884—10.02.1938), революцион хәрәкәт һәм СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре. 1903 йылдан РСДРП ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1932 йылдан — СССР-ҙың ауыр сәнәғәт халыҡ комиссары урынбаҫары. СССР-ҙың Ленин (1931), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1925) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1935) ордендары, Әзербайжан ССР-ының Ҡыҙыл Байраҡ (1921) ордены кавалеры.
- Ивановский Георгий Фёдорович (1919—7.08.1998), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, нефтехимик. 1957—1965 йылдарҙа Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы директоры; 1965—1973 йылдарҙа СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте министры урынбаҫары, 1973—1987 йылдарҙа СССР Министрҙар Советының Матди-техник тәьминәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары. Ленин (1966), Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) ордендары кавалеры.
- Кайдаров Абду-Али Туғанбай улы (1924—27.02.2019), ғалим-тел белгесе. Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы. (1983), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982), Ҡаҙағстан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1994). I (1944) һәм II (1985) дәрәжә Ватан һуғышы, Халыҡтар Дуҫлығы (1984), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), III дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
- Мансурова Любовь Ильинична (1929), ғалим-агроном. 1971—1995 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған агрономы (2006).
- Телятников Иван Александрович (1929—10.08.1996), ғалим-ветеринар врач, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1978—1988 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ветеринария фәндәре кандидаты (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Горулёв Павел Сергеевич (1949), ғалим-педагог, спортсы, тренер, юғары мәктәп эшмәкәре. 1999 йылдан Башҡортостан физик культура институты директоры. Педагогия фәндәре докторы (2004), профессор. Ауыр атлетика буйынса халыҡ-ара категориялы судья (1995), СССР чемпионы (1978) һәм СССР-ҙың спорт мастеры (1972), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1997) һәм күренекле спортсыһы (1993).
- Ғибәҙуллин Рафаил Вәһит улы (1954), ғалим-социолог, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2012 йылдан Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил. Социология фәндәре докторы (1990). Башҡортостан Республикаһының IV саҡырылыш (2008— 2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнгән.
- Белобородова Нилә Сабит ҡыҙы (1964), ғалим-педагог, юғары һәм махсус урта мәктәп эшмәкәре. 2018 йылдан Бөрө медицина-фармацевтика колледжы директоры. Педагогия фәндәре докторы (2007), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014) һәм мәғариф отличнигы (1997).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1553: Генрих IV, Францияның Бурбондар династияһынан беренсе короле.
- 1684: Людвиг Хольберг, Мәғрифәтселек дәүере яҙыусыһы, Дания һәм Норвегия әҙәбиәттәренә нигеҙ һалыусы.
- 1797: Генрих Гейне, Германия шағиры.
- 1816: Вернер фон Сименс, Германия инженеры, «Siemens» фирмаһын ойоштороусы.
- 1839: Пётр Баллод, Рәсәй империяһы табибы, философ, революционер.
- 1867: Кристиан Биркеланд, Норвегия ғалимы, һаҙағай күренешенең асылын тәүге аңлатыусы.
- 1874: Иосиф Левин, Рәсәй империяһы һәм Америка пианисы.
- 1899: Борис Ишбулдин-әл-Бәкри, тарихсы, иктисадсы, сығышы менән Мәскәүҙән.
- 1964: Хидэто Мацумото, Япония музыканты, йырсы һәм композитор.
- 1969: Сергей Фёдоров, СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы.
- 1969: Морат Насыров, СССР, Ҡаҙағстан һәм Рәсәйҙең эстрада йырсыһы.
- 1984: Сантьяго Касорла Гонсалес, Испания футболсыһы.
- 1989: Тейлор Свифт, Америка йырсыһы, актёр һәм йырҙар авторы.
- 1204: Маймонид, Испания философы, йәһүд мәғрифәтсеһе, Талмудты аңлатыусы.
- 1466: Донателло, Италия скульпторы.
- 1754: Мәхмүд I, төрөк солтаны.
- 1784: Сэмюэл Джонсон, Англия тәнҡитсеһе, шағир.
- 1944: Василий Кандинский, рус рәссамы, сәнғәттәге абстракционизм ағымына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1947: Николай Рерих, рус рәссамы.
- 2009: Пол Самуэльсон, Америка иҡтисадсыһы, Нобель премияһы лауреаты (1970).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә