Горулёв Павел Сергеевич

Горулев Павел Сергеевич (13 декабрь 1949 йыл) — Башҡортостан физик культура институты директоры. Педагогия фәндәре докторы (2004), профессор, СССР чемпионы (1978), ауыр атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1972), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1997), ауыр атлетика буйынса халыҡ-ара категориялы судья (1995), Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993).

Горулёв Павел Сергеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 декабрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Ырымбур, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тренер
Эш урыны Башҡортостан физик культура институты
Уҡыу йорто П. Ф. Лесгафт исемендәге Физик культура, спорт һәм сәләмәтлек милли дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный тренер России СССР-ҙың спорт мастеры

Биографияһы

үҙгәртергә

Павел Сергеевич Горулев 1949 йылдың 13 декабрендә Чкалов өлкәһенең Чкалов ҡалаһында тыуған.

1980 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлаған, Юғары спорт оҫталығы мәктәбе тренеры В. Н. Самородовтың тәрбиәләнеүсеһе[1].

1981 йылдан алып тренер, 19871997 йылдарҙа — Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең өлкән тренеры. Шул уҡ ваҡытта, 1996—1998 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы йыйылма командаһының баш тренеры була.

1999 йылдан алып Урал физик культура университетының филиалы Башҡорт физик культура институтының директоры вазифаһын башҡара. 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы спортының көс төрҙәре ассоциацияһының президенты, 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһының ауыр атлетика федерацияһын етәкләй.

Спорт ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

1977 йылда РСФСР чемпионы була, 1978 йылда — РСФСР һәм СССР чемпионы, 1980 йылда ырғымда СССР чемпионатының бронза призеры. Шулай уҡ 1978 йылда «Дуҫлыҡ» Кубогына халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе була.

Уның етәкселеге аҫтында Башҡортостан йыйылма командаһы Рәсәй чемпионы һәм 1993, 1994 һәм 1996 йылдарҙа Рәсәй Кубогына эйә була. Горулевтың тәрбиәләнеүселәре араһында 10-дан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастерҙары бар.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

60-тан ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар һәм уҡыу әсбаптары авторы. уның ғилми эштәре спорттың көс һәм тиҙлек-көс төрҙәрендәге күнекмә процесы менән идара итеүгә һәм башҡа темаларға арналған.

«Ученые записки университета им. П. Ф. Лесгафта» журналының редколлегия ағзаһы.

Диссертациялары

үҙгәртергә
  • Адаптация студентов факультета физической культуры и спорта к условиям обучения в вузе: Автореф. дис. на соиск. учен. степ. к.п.н.: Спец. 13.00.04 / Горулев П. С.; [Урал. гос. акад. физ. культуры]. — Челябинск: 2002. — 22 с.; 20 см.
  • Управление спортивной подготовкой женщин в тяжелой атлетике с учетом диморфических различий работоспособности : диссертация … доктора педагогических наук : 13.00.04 Челябинск, 2006 286 с., Библиогр.: с. 229—272 РГБ ОД, 71:07-13/186

Китаптары һәм баҫмалары

үҙгәртергә

Ҡатыны — Горюлева Любовь Андреевна. Балалары — Габдюшева Ксения Павловна, Горулёв Денис Павлович.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә