Ростов дәүләт медицина университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Ростов дәүләт медицина университеты- Көньяҡ Рәсәйҙең Дондағы Ростов ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто, эре уҡыу-уҡытыу, фәнни һәм дауалау үҙәге базаһы.

Ростов дәүләт медицина университеты Федераль дәүләт бюджет автоном юғары һөнәри белем биреү учреждениеһы
(Рост ДМУ)
Rostsmu2.jpg
Халыҡ-ара исеме

The Rostov State Medical University

Асылған йылы

1915 йылда Варшава рус университеты нигеҙендә медицина факультеты барлыҡҡа килә[1]

Ректор

Шлык Сергей Владимирович

Студенттар

7000[1]

Уҡытыусылар

800

Урынлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Дондағы Ростов

Юридик адресы

Дондағы Ростов, Нахичеван тыҡрығы, 29

Сайт

http://www.rostgmu.ru

Тарих үҙгәртергә

1915 йылда Варшава рус университетында медицина факультеты барлыҡҡа килә. 1920 йылда унда 295 табип уҡытып сығарыла. 1930 йылда факультетты медицина институтына әйләндерәләр. 1980 йылда медицина институты Африка, Азия, Латин Америкаһының 60- тан артыҡ илдәре өсөн кадрҙар әҙерләүҙә күрһәткән уңыштары өсөн Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнә. 1994 йылда медицина институты Ростов дәүләт медицина университеты тип үҙгәртелә.

Университеттың исемдәре:

  • 1915 1930 — Варшава университетының медицина факультеты;
  • 1930 1980 — Ростов дәүләт медицина институты (Ростов медицина институты);
  • 1980 1994 — Халыҡтар Дуҫлығы орденлы Ростов медицина институты;
  • 1994 — хәҙер — Ростов дәүләт медицина университеты (Рост ДМУ).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә