Мансурова Любовь Ильинична

Мансурова Любовь Ильинична (13 декабрь 1929 йыл - 26 июнь 2023 йыл) — ғалим-агроном. 1971—1995 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған агрономы (2006).

Биографияһы

үҙгәртергә

Любовь Ильинична Мансурова 1929 йылдың 3 декабрендә Башҡортостандың Бәләбәй ҡалаһында тыуған.

Хеҙмәт юлы

үҙгәртергә
  • 1952 й. — Мичуринск ҡалаһында И. В. Мичурин исемендәге йәшелсә‑емеш институтын тамамлағандан һуң, йәш агроном Өфө ҡалаһында Республика йәш натуралистар станцияһында эшләй.
  • 1954 й. алып - Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында (БНИИСХ) өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
  • 1966 й. — БНИИСХ-та бүлек мөдире
  • 1971—1995 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы.
  • 1995—2010 йй. Һамар ауыл хужалығы академияһында (Кинәле ҡалаһы) хеҙмәт итә.

Фәнни тикшеренеүҙәре йәшелсә культуралары селекцияһына, орлоҡсолоғона һәм уларҙы үҫтереү технологияларын эшләүгә арналған. Мансурова тарафынан башлы һуғандың Иглинский 1 сорты сығарыла, һуғанды үҫтереү технологияһы камиллаштырыла һәм БР‑ҙың хужалыҡтарында үҫтереү индерелә.

200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

үҙгәртергә

1991 — Ауыл хужалығы фәндәре докторы

1993 — профессор

2006 — РФ‑ның атҡаҙанған агрономы

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Мансурова, Любовь Ильинична. Выращивание овощных культур в Башкирии / Л. И. Мансурова, Л. Х. Латыпова. — Уфа : Башк. кн. изд-во, 1976. — 95 с. : ил.; 21 см. Овощные культуры — Возделывание — Башк. АССР FB Б 76-25/1757 FB Б 76-25/1758
  • Лук репчатый в Башкирии. Уфа, 1988.
  • Мансурова, Любовь Ильинична. Практикум по овощеводству : практикум / Л. И. Мансурова, В. Н. Титов, В. Г. Кириченко; под ред. Л. И. Мансуровой. — М. : Колос, 2006. — 319 с. — Библиогр.: с. 317—318. — ISBN 5-10-003922-1

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә