Поляр балҡыш (Һаҙағай) (лат. aurora borealis, aurora australis, рус. полярное сияние) – Ерҙең (һәм башҡа планеталарҙың) поляр төбәктәренең күгендә күҙәтелгән тәбиғи яҡтылыҡ;[1] йыһандан планетаның магнит яланы тарафынан тартылып ионосфераға ингән өлөшсәләр ағымынан барлыҡҡа килә. Ғәҙәттә төнөн күҙәтелә. Һаҙағай типик рәүештә көньяҡ һәм төньяҡ киңлегенең 60-тан 72 градусҡаса, йәиһә көньяҡ һәм төньяҡ поляр түңәрәгенең эсендә ятҡан төбәктәргә барлыҡҡа килә; был региондарҙан тыш башҡа урында һирәгерәк күҙәтелә һәм күп осраҡта ябай күҙгә күренмәй.

Лабораторияла яһалған һаҙағай моделе

Төньяҡ магнит полюсына яҡыныраҡ килгән һайын һаҙағайҙы күҙәтеү ихтималлығы арта бара. Магнит полюсына яҡын урындан күҙәтелгән осраҡта һаҙағай күктә бейек күренеүе мөмкин; алыҫыраҡ төбәктәрҙән ул күктең төньяҡ өлөшөндә йәшкелт, һарғылт йәки ҡыҙғылт төҫтәге нурланыш рәүешендә күҙәтелә торған, ҡайһы бер осраҡтарҙа Ҡояштың ғәҙәти булмаған урындан сығыуына оҡшаш. Йыл миҙгелдәренә килгәндә, һаҙағай яҙ һәм көҙ көнө, йәғни көн менән төндөң тигеҙләшкән ваҡытта йышыраҡ күҙәтелә. Көньяҡ ярымшарҙа һаҙағай Антарктидала, Көньяҡ Американың һәм Австралазияның юғары киңлектәрҙәге урынлашҡан төбәктәренән күҙәтелә.

Ҡыҙыл һаҙағай

Башҡа планеталарҙа үҙгәртергә

 
Юпитерҙа күҙәтелгән һаҙағай.

Юпитер менән Сатурндың магнит ҡырҙары Ерҙекенән күпкә көслөрәк (Юпитерҙың магнит ҡыры 4.3 гаусс, ә Ерҙеке 0.3 гаусс ҡына тәшкил итә); шулай уҡ, ике планетаның да киң радиация бүлкәттәре бар. Был планеталарҙың икәүһендә лә һаҙағай күҙәтелгәне бар; иң асыҡ күҙәтеүҙәр Хаббл телескобы менән үткәрелде. Уран менән Нептунда ла һаҙағайҙың барлығы асыҡланды[2]. Ерҙә кеүек, газ гиганттарында ла һаҙағай ҡояш еленә бәйле, тип иҫәпләнә. Шулай уҡ, Юпитерҙың ҡайһы бер юлдаштары, бигерәк тә Ио, электр ағымын барлыҡҡа килтереп, һаҙағай тыуҙыра ала.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә