Белобородова Нилә Сабит ҡыҙы

Белобородова Нилә Сабит ҡыҙы (13 декабрь 1964 йыл) — ғалим-педагог, юғары һәм махсус урта мәктәп эшмәкәре. 2018 йылдан Бөрө медицина-фармацевтика колледжы директоры. Педагогия фәндәре докторы (2007), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014) һәм мәғариф отличнигы (1997).

Биографияһы үҙгәртергә

Нилә Сабит ҡыҙы Белобородова 1964 йылдың 13 декабрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Нәсибаш ауылында тыуған.

Үҙ ауылындағы мәктәптә урта белем алғас, 1982 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтына[1] уҡырға инә һәм уның биология һәм химия факультетын 1987 йылда тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылда Ауырғазы районының Юлдаш тулы булмаған урта мәктәбендә биология һәм химия уҡытыусыһы булып башлай.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

2007 йылда «педагогия фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Фәнни тикшеренеүҙәре мәктәпкәсә йәштәге балаларға экологик белем биреү проблемаларына арналған. Ғалим 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Китаптары үҙгәртергә

  • Образовательный процесс в дошкольном учреждении как среда формирования родиноведческих понятий. Уфа, 2005.
  • Подготовка будущих специалистов дошкольного образования к сохранению экологически равновесного жизненного пространства детства. М., 2006.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

  • Бөрө районы муниципаль районының Бөрө ҡала биләмәһенең 4-се һәм 5-се саҡырылыш Советы депутаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014)
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997)
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән минстрлығының Почёт грамотаһы.


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә