Кузнецов Константин Петрович
Кузнецов Константин Петрович (13 декабрь 1912 йыл — 2 май 1996 йыл) — инженер-төҙөүсе. 1970—1982 йылдарҙа СССР ауыл хужалығы подукттары әҙерләү министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының бишенсе, алтынсы һәм етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1959—1971). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).
Кузнецов Константин Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй империяһы Рәсәй |
Тыуған көнө | 13 декабрь 1912 |
Тыуған урыны | Өфө, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 2 май 1996 (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | инженер |
Уҡыу йорто | Һамар дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәКонстантин Петрович Кузнецов 1912 йылдың 13 декабрендә Өфөлә тыуған.
Юғары белемле, 1931 йылда Өфө төҙөлөш техникумын, 1939 йылда Куйбышев инженер-төҙөлөш институтын тамамлай.
1931 йылда техникумды тамамлағандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Өфөлә 4-се Союзсельстройтреста прораб булып эшләй. 1931 йылдан 1935 йылға тиклем Башспирттрестың капиталь төҙөлөш буйынса бүлек начальнигы булып эшләй. 1939 йылда 3-сө Өфө тресының 2 -се төҙөлөш контораһы начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1945 йылда Черниковка башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары булып раҫлай, 1946 йылда — 5-се Черниковка төҙөлөш-монтаж идаралығы начальнигы, 1947 йылдан 1953 йылға тиклем баш инженер урынбаҫары, 21-се тресы идарасыһы урынбаҫары. Был йылдарҙа трест бөтә эш тарихында ҙур күләмдә төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡара. 1953 йылда 21-се төҙөлөш тресы идарасыһы . 1958 йылда — Башсовнархоз төҙөлөшө идаралығы начальнигы, 1968 йылда — Главбашстрой начальнигы. 1970 йылдан алып СССР-ҙың әҙерләүҙәр министры урынбаҫары булып эшләй.
21-се төҙөлөш тресында К. П. Кузнецов нефть эшкәртеү һәм химия сәнәғәте объекттары төҙөлөшөн етәкләй. Уның етәкселеге аҫтында Өфө нефть эшкәртеү заводы, КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводы, «Химпром» производство берекмәһе, синтетик спирт заводы, Башҡорт биохимия комбинаты, Өфө электр лампалары заводы төҙөлә һәм киңәйә. Төҙөлөшө индустрияһы предприятиеларының матди базаһы барлыҡҡа килә: Вельт ағас эшкәртеү комбинаты, Благовещен арматура заводы, 1-се Өфө тимер-бетон заводы һ.б.; кирбес етештереү буйынса завод реконструкциялана; ТЭЦ-3 һәм ТЭЦ-4 төҙөлә.
Төҙөлөштә һәм төҙөлөш материалдары етештереү буйынса ҙур уңыштар ҡаҙанғаны өсөн 1958 йылдың 9 авгусында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән К. П. Кузнецовҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1982 йылдан Константин Петрович хаҡлы ялда
1996 йылдың 2 майында Мәскәүҙә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958)
- Ленин ордены (1958),
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1972),
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944),
- миҙалдар,
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы (1962).
Хәтер
үҙгәртергә- Өфөлә К. П. Кузнецов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кузнецов Константин Петрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 10 декабрь 2021)