Теләшев Ғүмәр Ғариф улы

Теләшев Ғүмәр Ғариф улы (13 декабрь 1931 йыл — 2 июнь 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең нефть эшкәртеү өлкәһе технологиялары ғалимы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960).

Теләшев Ғүмәр Ғариф улы
рус. Гумер Гарифович Теляшев
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 декабрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Имай-Ҡарамалы, Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2 июнь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө инженер-технолог
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Ғүмәр Ғариф улы Теләшев 1931 йылдың 13 декабрендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Имай-Ҡарамалы ауылында тыуған.

1962 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.

Хеҙмәт юлын 1950 йылда Ленин орденлы Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор ярҙамсыһы булып башлай.

1954 йылдан алып Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор, өлкән оператор, установка начальнигы.

1959 йылда Ғ. Теләшев бригадаһы технология установкаһының ремонт ара ваҡытын өс ай урынына бер йылға тиклем еткереү бурысын ҡуя.

Артабан бригада установканың 20 ай буйы өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеүгә өлгәшә. Был бөтә Союз рекорды булып тора. Уның инициативаһы менән технологик ҡорамалды реконструкциялау установканың ҡеүәтен ике тапҡырға арттыра.

Күренекле хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Ғ. Теләшевҡа СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1960 йылдың 28 майында «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1964—1967 йылдарҙа — ректификация тикшеренеү лабораторияһына етәкселек итә. Ул 1964 йылда Германия Демократик республикаһында нефть эшкәртеү заводын эксплуатацияға индереүҙә ҡатнаша[1]. 1967—1989 йылдарҙа — тәжрибә-тикшеренеү цехы етәксеһе, 1989 йылдан алып — фәнни-технологик цех директоры, бер үк ваҡытта 1994 йылдан алып — Өфө дәүләт нефть техник университетының нефть һәм газ эшкәртеү технологияһы кафедраһы профессоры. 1998—2002 йылдарҙа — «Интеко нефть эшкәртеү инженер үҙәге» ЯСЙ-нең директор урынбаҫары. 2002 г. — «Востокнефтезаводмонтаж проект институты» ЯСЙ-нең директор урынбаҫары, һуңынан — «Башҡортостан Республикаһы нефть эшкәртеү институты» ДУП-ның баш технологы.

Техник фәндәр докторы, профессор (1993).

Ғ. Ғ. Теләшевтың фәнни-производство эшмәкәрлеге нефтте тәрән эшкәртеү проблемалары менән бәйле. Уның. етәкселегендә Г. Теляшев юғары эффективлы конструкцияларҙы һәм аппараттарҙы сәнәғәттә реализациялау булдырыла, экологик яҡтан таҙа булған мотор яғыулыҡтары етештереү технологияһы индерелә, илдә тәүге тапҡыр легирлы ҡорос ҡойғанда файҙаланыла торған энәле (игольчатый) кокс етештереү ойошторола.

Библиография үҙгәртергә

300 ашыу ғилми хеҙмәттәр авторы, уйлап табыуҙар һәм рационализаторлыҡ тәҡдимдәре 100-ҙән ашыу.

  • Теляшев Г. Г. «Некоторые особенности исследования работы промышленных ректификационных колонн» //Технология нефти и газа. Вопросы фракционирования. М., 1967 (соавт.).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960)
  • Ленин ордены
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2015)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы (1978)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1991)
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы нефтсеһе (1996)
  • Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының почетлы гражданы

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Виноградский В. С. Герой труда Гумер Теляшев. Уфа, 1961.
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; т. 6. Советы нар. хозяйства. — У. 2010. − 544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; науч. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә