Ҡайдаров Әбдуәли Туғанбай улы
Кайдаров Абду-Али Туғанбай улы (ҡаҙ. Әбдуәли Туғанбайұлы Қайдаров 13 декабрь 1924 йыл — 27 февраль 2019 йыл) — ғалим-тел белгесе. Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы. (1983), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982), Ҡаҙағстан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1994). I (1944) һәм II (1985) дәрәжә Ватан һуғышы, Халыҡтар Дуҫлығы (1984), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), III дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
Ҡайдаров, Әбдуәли Туғанбай улы | |||||||||||||||||||||||||||
ҡаҙ. Әбдуәли Туғанбайұлы Қайдаров | |||||||||||||||||||||||||||
Файл:Абдуали Кайдаров.jpg | |||||||||||||||||||||||||||
Тыуған көнө | |||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Талдыбулак ауылы (Енбекшиҡаҙаҡ районы), Енбекшиказахский район, Алматы өлкәһе Енбекшиҡаҙаҡ районы | ||||||||||||||||||||||||||
Вафат көнө |
27 февраль 2019 (94 йәш) | ||||||||||||||||||||||||||
Ил |
{{ {{{1}}} | размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag (Fictitious).svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant = }} СССР → Казахстан | ||||||||||||||||||||||||||
Ғилми даирәһе |
лингвистика, төрки телдәр, төрки телдәрҙе өйрәнеү | ||||||||||||||||||||||||||
Эшләгән урыны |
Байтурсынов исемендәге тел ғилеме институты | ||||||||||||||||||||||||||
Альма-матер |
Әл-Фараби исеменгдәге Ҡаҙаҡ милли университеты (С.М. Киров исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт университеты | ||||||||||||||||||||||||||
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре докторы | ||||||||||||||||||||||||||
Ғилми исеме |
профессор | ||||||||||||||||||||||||||
Ниндәй өлкәлә танылған |
төрки телдәр ғалимы | ||||||||||||||||||||||||||
Награда һәм премиялары |
| ||||||||||||||||||||||||||
Биографияһы
үҙгәртергә- Әбдуәли Туғанбай улы Ҡайдаров 1924 йылда Ҡаҙағстандың Алматы өлкәһе Енбекшиҡаҙаҡ районы Талдыбулаҡ ауылында тыуған[1].
- 1941—1946 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт иткән — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
- 1951 — Әл-Фараби исемендәге Ҡаҙаҡ милли университетының (С. М. Киров исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт университеты) филология факультетын тамамлаған[2]
- 1951—1954 йылдарҙа — Ҡаҙағстан Милли Фәндәр Академияһы аспирантураһында уҡый.
Хеҙмәт юлы
үҙгәртергә- Аспирантура тамамлағандан һуң Ҡаҙағстан Милли Фәндәр Академияһында эшләй.
- 1958 йылдан көнсығышты өйрәнеү секторының өкән ғилми хеҙмәткәре.
- 1959 йылдан уйғыр филологияһы бүлеге мөдире.
- 1961 йылдан 1978 йылға саҡлы — директор урынбаҫары.
- 1978 йылдан 1995 йылға тиклем — директор, ә 1995 йылдан 2019 йылға саҡлы — почётлы директор, шулай уҡ ғилми кадрҙарҙы әҙерләү мәсьәләләре менән шөғөлләнә.
- 1982 йылдан Әл-Фараби исемендәге Ҡаҙаҡ милли университетында (С. М. Киров исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт университеты) ҡаҙаҡ теле кафедраһы профессоры.
- Байтурсынов исемендәге Тел ғилеме институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре
Фәнни, әҙәби хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Ғалимдың ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: лексикология, диалектология һәм тел тарихы, этнолингвистика, төрки телдәр ғилеме һәм алтаистика, тел сәйәсәте, дәүләт теле проблемалары һ. б.
- Уның фәнни етәкселегендә 65 юғары квалифицикациялы ғалим, шуларҙан 10 кеше фән докторы.
- 400-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт авторы (шуларҙан 40-ы — монографиялар, дәреслектәр, һүҙлектәр, йыйынтыҡтар).
- Бер нисә фәнни, фәнни-популяр журналдың («Известия НАН РК», «Советская тюркология» һ. б.) редакторы һәм редколлегия ағзаһы булған[2].
Ҡайһы бер хеҙмәттәре[2]:
- Ҡаҙаҡ телендә бер ижекле һүҙҙәр тамырҙары һәм нигеҙҙәренең структураһы (Структура односложных корней и основ в казахском языке), Л., 1986;
- Тысяча метких и образных выражений (этнолингвистик аңлатмалар бирелгән ҡаҙаҡ-рус фразеологик һүҙлеге), Астана, 2002
Ғилми дәрәжәләре
үҙгәртергә- 1970 йылдан — филология фәндәре докторы
- 1972 йылдан — профессор
- 1984 йылдан — Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр Академияһы академигы
- 1989 йылдан — М. Ататөрк исемендәге Төрөк лингвистик йәмғиәтенең почётлы ағзаһы, академик
- 1991 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы, академик
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергә- СССР
- Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советының почёт грамотаһы
- 1944 — 3-сө дәрәжәле Дан ордены
- 1944 — 1-се дәрәжәле Ватан һуғышы ордены
- 1945 — ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- 1984 — Халыҡтар дуҫлығы ордены
- 1985 — 2-се дәрәжәле Ватан һуғышы ордены
- 1982 — «Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре» почётлы исеме бирелде
- 1984 — Ҡаҙаҡ ССР-ы халыҡ мәғарифы алдынғыһы
- 1971 — Ч. Ч. Вәлиханов премияһы лауреаты
- СССР-ҙың күп һанлы миҙалдары
- Ҡаҙағстан
- 1996 — Отан ордены[3]
- 2014 — президент ҡулынан І дәрәжәле Достык ордены РК[4][5]
- 2017 — «За бесценный вклад в развитие тюркологии» TWESCO миҙалдары[6]
- «Ҡаҙағстандың атҡаҙанған эшмәкәре» почётлы исеме бирелде
- Ҡаҙағстан Республикаһының күп һанлы миҙалдары
- 2002 — Енбекшиҡаҙаҡ районының Почётлы гражданы
- Төрөк республикаһының «Почёт билдәһе» ордены («Ликат нишани»)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Умер известный ученый-языковед Абдуали Кайдар
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Кайдар, Абдуали Туганбайулы // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. III. — ISBN 9965-9746-4-0.
- ↑ Указ Президента от 09.12.1996 N 3266 "О награждении группы работников государственными наградами республики Казахстан" . Новостной портал Республики Казахстан. Дата обращения: 22 апрель 2019. Архивировано из оригинала 1 февраль 2017 года. 2017 йыл 1 февраль архивланған.
- ↑ Накануне Дня независимости президент РК наградил граждан страны госнаградами
- ↑ Большая группа казахстанцев удостоена госнаград накануне Дня Независимости . Аналитический интернет-журнал Vласть (13 декабрь 2014). Дата обращения: 22 апрель 2019.
- ↑ Выдающихся тюркологов наградили в Алматы(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Библиографии обществоведов Казахстана, А., 1986
Был мәҡәләлә «Ҡаҙағстан. Милли энциклопедия» (1998—2007) материалдары ҡулланылды, барлыҡ материалды «Қазақ энциклопедиясы» редакцияһы Creative Commons BY-SA 3.0 Unported лицензияһы буйынса тәҡдим итте.