Ивановский Георгий Фёдорович

Ивановский Георгий Фёдорович (13 декабрь 1919 йыл — 7 август 1998 йыл) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, нефтехимик. 1957—1965 йылдарҙа Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы директоры; 1965—1973 йылдарҙа СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте министры урынбаҫары, 1973—1987 йылдарҙа СССР Министрҙар Советының Матди-техник тәьминәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары. Ленин (1966), Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) ордендары кавалеры.

Ивановский Георгий Фёдорович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 13 декабрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Вафат булған көнө 7 август 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Октябрь Революцияһы ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Георгий Федорович Ивановский 1919 йылдың 13 декабрендә Тверь губернаһының Заручевье ауылында тыуған. 1964 йылда Өфө дәүләт нефть институтын тамамлай, инженер-технолог һөнәре ала.

  • 1938 йылдан «Башнефть» тресында: өлкән механик, газ-компрессор хужалығының техник бүлеге начальнигы, бер нисә цех начальнигы, Ишембай ҡалаһында 411-се берләштерелгән заводтың цех начальнигы;
  • 1952—1965 йылдарҙа — Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында: цех начальнигы, заводтың май блогы идаралығы начальнигы, партком секретары, 1957—1965 йылдарҙа — директор;
  • 1965—1973 йылдарҙа — СССР нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте министрының беренсе урынбаҫары;
  • 1973 йылдан алып 1987 йылға тиклем — СССР Министрҙар Советының Матди-техник тәьмин итеү буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары (СССР Госснаб-ы).

Ивановский Георгий Фёдорович 1998 йылдың 7 авгусында Мәскәү ҡалаһында вафат була.

Уйлап табыуҙары һәм асыштары

үҙгәртергә

Илдең нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Уның производство эшмәкәрлеге нефть продукттарының сифатын яҡшыртыуға һәм нефтехимия сеймалы күләмен арттырыуға арналған. Георгий Федорович Ивановский етәкселеге аҫтында өс этаплы парафинһыҙлаштырыу схемаһы, вазелин алыу ысулы, нейтралләштерелгән ҡара контактты өҙлөкһөҙ алыу ысулы производствоға индерелә. Уйлап табыуға 6 авторлыҡ танытмаһына эйә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Георгий Федорович Ивановский / Ассоциация нефтепереработчиков и нефтехимиков // Химия и технология топлив и масел. — 2005. — N 1. — С. 18 /О жизненном пути, трудовой и научной деятельности незаурядного организатора и высокоодаренного инженера и к 85-летию со дня рождения.