11 сентябрь
көнө
(11 сентября битенән йүнәлтелде)
11 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 254-се (кәбисә йылында 255-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 111 көн ҡала.
11 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
11 сентябрь Викимилектә |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ Канада Филиппин: Олатай һәм оләсәйҙәр көнө.
- Индонезия: Радио көнө.
- Ҡаҙағстан: Ғаилә көнө.
- Латвия: Атайҙар көнө.
- Пакистан: Милли көн.
- Рәсәй Федерацияһы:
- Хәрби дан көнө. Адмирал Фёдор Ушаков етәкселегендәге рус эскадраһының Ҡара диңгеҙҙәге Тендра морононда төрөк эскадраһын еңеүе.
- Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө.
- Ҡырлы стакандың тыуған көнө.
- Украина: Атайҙар көнө.
- АҠШ: Ҡотҡарыусылар көнө.
- Аргентина: Уҡытыусылар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәрҙең тәрбиә эштәре буйынса белгестәре көнө.
- Эске эштәр министрлығының миграция мәсьәләләре буйынса подразделениелары көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Болотин Юрий Александрович (1930—7.08.2002), ғалим-тау инженер-геологы. 1969—1990 йылдарҙа «Башкиргеология» производство берекмәһенең Көньяҡ-көнсығыш геология-разведка экспедицияһының баш геологы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1978). СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Тирлән ауылынан.
- Ғарифйәнов Ғәбделбар Ғарифйән улы (1930), ғалим-химик-технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1968—1974 йылдарҙа Стәрлетамаҡ химия заводының баш инженеры. Техник фәндәр докторы (1977), профессор (1990). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Нөнәгәр ауылынан.
тулы исемлек
- Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы (1930—14.09.2008), уҡытыусы, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1972—1985 йылдарҙа КПСС-тың Мәсетле район комитететы секретары, 1986—2005 йылдарҙа райондың Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1965). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971), райондың почётлы гражданы.
- Усманов Миңнерәйес Мәрүән улы (1940), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1989—1993 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, 1993—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары һәм бер үк ваҡытта республиканың төҙөлөш министры. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Ейәнсура районының почётлы гражданы.
- Зиязетдинов Наил Сабир улы (1960), ғалим-табип, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 2003 йылдан Әлшәй районы Раевка үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007).
- Шиһапов Зиннур Хәйҙәр улы (1965), ғалим-генетик. 1998 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Ботаника баҡсаһы—институты директоры һәм бер үк ваҡытта 2006 йылдан — Өфө ғилми үҙәгенең рәйес урынбаҫары. Биология фәндәре докторы (2006).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Зорин Сергей Иванович (1911—6.02.1954), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танк полкының механик-водителе, старшина. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районынан.
- Антипин Иван Алексеевич (1921—21.12.2005), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Штурм авиацияһы лётчигы. Украина Хәрби-Һауа Көстәре генерал‑майоры (2004). Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Ҡыҙыл Еҙем ауылынан.
тулы исемлек
- Шисман Александр Абрамович (1946), музыкант, скрипкасы, педагог. 1969 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Композиторҙар союзының ҡыллы квартетын ойоштороусы һәм уның художество етәксеһе (1993). Профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1996), Бөтә Рәсәй студенттар камера ансамблдәре конкурсы лауреаты (Мәскәү, 1967). Сығышы менән Биробижан ҡалаһынан.
- Романов Илдар Саяф улы (1961), спортсы, тренер. Өфөнөң Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. 1992 йылдан «Луч» спорт реабилитация үҙәгенең тренер-уҡытыусыһы, 1999 йылдан Олимпия резервының Өфөләге 20-се балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы, 2009 йылдан — директоры, бер үк ваҡытта күреү буйынса инвалидтарҙың Рәсәй йыйылма командаһы тренеры. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2000) һәм СССР-ҙың спорт мастеры (1983). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Теләү ҡасабаһынан.
- Фәрхетдинов Рәшит Ғабдулхай улы (1966), ғалим-биолог. 2008 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты, 2013 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2017 йылдан биохимия һәм биотехнология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Лазарева Дина Наумовна (1922—11.09.2019), ғалим-фармаколог. 1946—2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1954—1989 йылдарҙа 1-се фармакология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1961—1967 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор; 1974—1991 йылдарҙа Органик химия институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1987 йылға тиклем лаборатория мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1962), профессор (1963). Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
- Ноғманов Муса Ғимран улы (1957), инженер-төҙөүсе. Стәрлебаш юл төҙәтеү-юл һалыу идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондан.
тулы исемлек
- Тулин Сергей Заһит улы (1992 йылға тиклем Ғиззәтуллин Риф Заһит улы; 1957), ғалим-юрист, СССР һәм Рәсәй Армияһы хәрби хеҙмәткәре, десантсы, генерал-майор. 2001 йылдан Төньяҡ Кавказ хәрби округының 58-се армияһы командующийы урынбаҫары, 2002—2008 йылдарҙа Рязань өлкәһе хәрби комиссары, төбәктең грек-рим көрәше федерацияһы рәйесе. Юридик фәндәр кандидаты (2009). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996).
- Рабзина Елена Евгеньевна (1972), педагог. 1994 йылдан Салауат ҡалаһы 8-се лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2008). Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектының «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе (2007), «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы лауреаты (2008). Сығышы менән ошо ҡаланан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мостаев Хашим Фәтих улы (1918—24.12.2015), балет артисы, педагог-балетмейстер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999), Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2007). Профессиональ балет сәнғәтенә һәм башҡорт халыҡ хореографияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- Имамғаязов Мәжит Имамғаяз улы (1938—8.12.2021), зоотехник, урындағы башҡарма һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1973 йылдан КПСС-тың Благовещен район комитетының икенсе секретары, 1982 йылдан район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1990—1991 йылдарҙа КПСС-тың Благовещен ҡала комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
тулы исемлек
- Третьяков Владимир Степанович (1938), нефтсе, «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының элекке операторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Баранов Александр Михайлович (1948), инженер. 1971 йылдан Мәләүез районы «Арыҫлан» совхозының МТМ мөдире, баш инженеры; 1977 йылдан «Сельхозтехника» район берекмәһенең идарасы урынбаҫары; 1980 йылдан район ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры, начальниктың беренсе урыынбаҫары, 1989 йылдан (өҙөклөк менән) ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Воскресенск ауылынан.
- Сафонов Владимир Евгеньевич (1953), юрист-ғалим. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды судьяһы, 2001 йылдан хәҙерге Рәсәй суд эшмәкәрлеге дәүләт университеты (Мәскәү) уҡытыусыһы, 2007 йылдан хоҡуҡ һәм дәүләт тарихы кафедраһы мөдире. Юридик фәндәр докторы (2000), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы (2012).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Вальков Алексей Алексеевич (1954), ғалим-философ, 1982 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2001), профессор (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1971: Никита Сергеевич Хрущёв, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, КПСС Үҙәк Комитетының 1953—1964 йылдарҙағы Беренсе секретары, СССР Министрҙар Советының 1958—1964 йылдарҙағы Рәйесе.
- 1973: Сальвадор Альенде, Чили президенты.
тулы исемлек
- 1995: Владислав Стржельчик, СССР һәм Рәсәйҙең кино һәм театр актёры, педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1974), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1988).
- 1996: Нил Юзиев, әҙәбиәт белгесе-ғалим, тәнҡитсе, Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Ямаҙы ауылынан