Усманов Миңнерәйес Мәрүән улы

Усманов Миңнерәйес Мәрүән улы (рус. Минираис Марванович Усманов; 11 сентябрь 1940 йыл) — дәүләт һәм хужалыҡ органдары хеҙмәткәре. 1989—2000 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары һәм Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары һәм төҙөлөш министры.

Усманов Миңнерәйес Мәрүән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 сентябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Кәбәс, Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрө дәүләт эшмәкәре[d]
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Миңнерәйес Мәрүән улы Усманов 1940 йылдың 11 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Кәбәс ауылында тыуған.

Урта мәктәпте тамамлағас, 1959—1960 йылдарҙа «Челябинскшахтстрой» тресында мастер булып эшләй, шунан армиға алына. Демобилизацияланғас, 1964—1971 йылдарҙа «Салаватстрой» тресының 5-се төҙөлөш идаралығында мастер, прораб, өлкән прораб булып эшләй[1]

1971 йылда Ҡазан дәүләт инженер-төҙөлөш институтын тамамлай.

1974—1975 йылдарҙа 4-се төҙөлөш идаралығын етәксеһе, артабан «Мелеузхимстрой» тресының 137-се ПМК-һы начальнигы була.

1975—1977 йылдарҙа «Ишимбайжилстрой»ҙың баш инженеры

1977 йылда «Салаватстрой» тресының баш инженеры, 1978 йылдан — ойошманың управляющийы.

1987—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының «Главбашстрой» төҙөлөш идаралығы начальнигы.

1988—1989 йылдарҙа «Башстрой» территориаль төҙөлөш берекмәһе начальнигы.

1989—1993 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары.

1993—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының премьер-министры урынбаҫары һәм бер үк ваҡытта республиканың төҙөлөш министры.

1997 йылда Ауырғазы районында яҙыусы, тарихсы, Хеҙмәт Геройы Ғәлимйән Ибраһимовтың тыуған ауылы Солтанморатта уға бағышланған музей төҙөлөшө өсөн Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияға лайыҡ була[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Өйләнгән, ҡатыны менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр[3]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә