Имамғаязов Мәжит Имамғаяз улы

Имамғаязов Мәжит Имамғаяз улы (рус. Имамагаязов Мазит Имамзаязович; (11 сентябрь 1938 йыл — 8 декабрь 2021 йыл) — совет һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1990—1991 йылдарҙа КПСС-тың Благовещен ҡала комитетының беренсе секретары. 1990 йылдың 11 октябрендә«» БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы.

Имамғаязов Мәжит Имамғаяз улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 11 сентябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1] (85 йәш)
Тыуған урыны Борхан, Үреш-Битулла ауыл Советы (Ҡариҙел районы), Ҡариҙел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Имамғаязов Мәжит Имамғаяз улы 1938 йылдың 11 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы Борхан ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1962 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 1987 йылда КПСС Үҙәк комитетының Юғары партия мәктәбен тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1962 йылда, ауыл хужалығы институтын тамамлағас, колхозда зоотехник булып эшләй, артабан Ҡыйғы ауыл хужалығы идаралығында баш зоотехник һәм начальник булып эшләй. 1973—1982 йылдарҙа КПСС-тың Благовещенск райомында икенсе секретарь. 1982—1990 райсовет башҡарма комитеты рәйесе. 1990—1991 йылдарҙа КПСС-тың Благовещен ҡала комитетының беренсе секретары. 1991 йылда «Химволокно» берекмәһенең генераль директор урынбаҫары. 1992 йылдан «Восток» Халыҡ-ара коммерция акционер банкының Благовещен филиалы директоры. [2]

Благовещен ҡалаһы, 84-се Старик һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана, Аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы була[3].

2021 йылдың 8 декабрендә Благовещен ҡалаһында вафат була[4].

Ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://blagoveshensk.bashkortostan.ru/presscenter/news/416040/?ysclid=ln6cmldo3c670829196
  2. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
  4. 8 декабря на 84-м году жизни скончался Имамгаязов Мазит Имамгаязович. Муниципальный район Благовещенский район Республики Башкортостан. Официальный сайт(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 сентябрь 2023)

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар үҙгәртергә