Төп менюны асырға

Антипин Иван Алексеевич (11 сентябрь 1921 йыл21 декабрь 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Штурмлаусы авиация полкы лётчигы. Генерал‑майор (2004). Советтар Союзы Геройы (1944).

Антипин Иван Алексеевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 11 сентябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Архангел районы, Ҡыҙыл Еҙем
Вафат булған көнө 21 декабрь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Украина, Луцк
Ерләнгән урыны Луцк
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Александр Невский ордены
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

БиографияһыҮҙгәртергә

Иван Алексеевич Антипин 1921 йылдың 11 сентябрендә хәҙерге Башҡортостандың Архангел районы Ҡыҙыл Еҙем ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. рус.

9 класс тамамлаған. Һуңынан махсус комсомол наборы буйынса Белорет ҡалаһындағы аэроклубҡа уҡырға инә.

1941 йылдың апрелендә Башҡорт АССР-ының Архангел район военкоматы тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Свердловск хәрби авиация осоусылар мәктәбен тамамлаған (1941). 1942 йылдың октябренән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.

5-се һауа армияһының 1-се штурмлаусы авиация корпусы 292-се штурмлаусы авиация дивизияһы 667-се штурмлаусы авиация полкы осоусыһы лейтенант Иван Антипин 1944 йыл башына дошмандың тере көсөн һәм хәрби техникаһын штурмлау өсөн 89 уңышлы хәрби осош яһай, 16 һауа һуғышында ҡатнаша, шәхсән «Ю-87» самолетын һәм төркөмдә 6 дошман самолетын бәреп төшөргән. 20 дошман танкын, тере көстәр һәм йөк менән 125 автомашинаһын, 8 зенит-артиллерия батареяһын юҡ иткән, 3 яғыулыҡ складын, 2 боеприпастар складын, 9 автоцистернаны шартлатҡан һәм 500-гә яҡын дошман һалдаты һәм офицерын юҡ иткән.

Һуғыштан һуң А. И. Антипин хеҙмәтен СССР хәрби һауа көстәрендә дауам итә. 1945 йылдың мартынан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. 1949 йылда штурмандарҙың Юғары офицерҙар мәктәбен, 1956 йылда — Хәрби-һауа академияһын тамамлаған.

1968 йылдан алып полковник И. А. Антипин — запаста, ә һуңынан отставкаға киткән. Украинаның Волынск өлкәһендәге Луцк ҡалаһында йәшәй. Украина Хөкүмәте атҡаҙанған ветеранға «генерал-майор» хәрби званиеһы бирә.

И. А. Антипин 2005 йылдың 21 декабрендә вафат була. 2005 йылдың 23 декабрендә Луцк ҡалаһында ерләнгән.

НаградаларыҮҙгәртергә

ХәтерҮҙгәртергә

  • Герой исеме Өфө ҡалаһында Еңеү паркындағы гранит стелала һәм Белорет ҡалаһында мемориаль таҡтала мәңгеләштерелгән.
  • Архангел ауылының Еңеү паркында Антипин Иван Алексеевичтың бюсы ҡуйылған.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 702, л. 1, 12, 13)ф. 33, оп. 686044, д. 702, л. 1, 12, 13)
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2969, л. 7, 17, 18)ф. 33, оп. 686044, д. 2969, л. 7, 17, 18)
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 1859, л. 2, 30—32)ф. 33, оп. 690306, д. 1859, л. 2, 30—32)
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 934, л. 1, 4, 5)ф. 33, оп. 690155, д. 934, л. 1, 4, 5)
  5. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 2713, л. 2, 15, 16)ф. 33, оп. 690155, д. 2713, л. 2, 15, 16)

СығанаҡтарҮҙгәртергә