Усманов Йософ Абдрахман улы
Усманов Йософ Абдрахман улы (8 июнь 1903 йыл — 1 февраль 1993 йыл) — ғалим-агрохимик, йәмәғәтсе. 1930 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1931 йылдан агрохимия һәм тупраҡ ғилеме лабораторияһы мөдире, 1934—1935 һәм 1947—1949 йылдарҙа агрономия факультеты деканы, 1950—1978 йылдарҙа агрохимия кафедраһы мөдире. Башҡорт АССР-ының 2‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1968), профессор (1961). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957), Халыҡтар Дуҫлығы (1980) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1944, 1966) ордендары кавалеры. РСФСР‑ҙың (1971) һәм Башҡорт АССР‑ының (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР‑ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1971).
Усманов Йософ Абдрахман улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Иҫке Килем ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Килем ауылында) |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
ауыл хужалығы |
Наградалары һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергәЙософ Абдрахман улы Усманов 1903 йылдың 8 июлендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Иҫке Килем ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Бүздәк районы Килем ауылында) тыуған. Урта мәҡтәпте тыуған ауылында тамамлай.
1930 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы акададемияһын тамамлағандан һуң Башҡортостан ауыл хужалығы институтына эшкә килә.
Хеҙмәт юлын лаборатория мөдире вазифаһында башлай. 1931 йылдан алып агрохимия һәм тупраҡ ғилеме лабораторияһы мөдире итеп тәғәйенләнә.
1934—1935 һәм 1947—1949 йылдарҙа агрономия факультеты деканы булып эшләй.
1950—1978 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында агрохимия кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара.
Башҡорт АССР-ының 2‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
1993 йылдың 1 февралендә Өфөлә вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәУсманов — Башҡортостандың агрохимия үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхес. Уның фәнни эшмәкәрлеге тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу мәсьәләләренә, үҫемлектәрҙе азот һәм фосфор минералдары менән туҡландырыу, тупраҡҡа гипс индереү, тупраҡҡа эзбиз индереү проблемаларына һәм башҡаларға арналған. Минераль һәм органик ашламалар, йәшел ашлама файҙаланыу системаһын эшләгән. 260‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957),
- Халыҡтар Дуҫлығы одены (1980),
- ике «Почёт Билдәһе» ордены (1944, 1966).
Ғаиләһе
үҙгәртергә- улы — Усманов Искәндәр Йософ улы — ғалим-үҫемлектәр физиологы, эколог. Биология фәндәре докторы (1987), профессор (1991).
Хәтер
үҙгәртергә- Усманов Йософ Абдрахман улы исеме менән Бүздәк районыны Килем аулында урам аталған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Усманов Йософ Абдрахман улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 июнь 2021)
- СЛАВНЫЙ ПУТЬ ПРОФЕССОРА ЮСУФА АБДРАХМАНОВИЧА УСМАНОВА. Тип: тезисы доклада на конференции Язык: русский Год издания: 2013 Страницы: 11-13 УДК: 63-051 (470.57)