Тим Бернерс-Ли

Британия ғалимы, URI, URL, HTTP, HTML уйлап сығарыусы

Сэр Тимоти Джон Бернерс-Ли (ингл. Timothy John «Tim» Berners-Lee), шулай уҡ TimBL; (8 июнь 1955 йыл[1]) — Британия ғалимы, URI, URL, HTTP, HTML уйлап сығарыусы, Бөтә Донъя Селтәрен тыуҙырыусы (Роберт Кайо менән) һәм W3C — Бөтә Донъя Селтәре консорциумының хәҙерге башлығы. Семантик селтәр концепцияһын ойоштороусы. Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә бик күп асыштар авторы.

Тим Бернерс-Ли
ингл. Timothy John «Tim» Berners-Lee
Тим Бернерс-Ли
Тим Бернерс-Ли
Тыуған көнө

8 июнь 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (69 йәш)

Тыуған урыны

Лондон, Англия

Ғилми даирәһе

информацион технологиялар

Эшләгән урыны

Бөтә Донъя Селтәре консорциумы

Альма-матер

The Queen’s College

Ниндәй өлкәлә танылған

Бөтә Донъя Селтәре тыуҙырыусы

Награда һәм премиялары

Тулы исемлек (инг.)

Сайт

Tim Berners-Lee

Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар

Биографияһы

үҙгәртергә

Ата-әсәһе — Конуэй Бернерс-Ли (Conway Berners-Lee) һәм Мэри Ли Вудс (Mary Lee Woods) — математиктар була һәм тәүге «Манчестер Марк I» компьютерҙарын булдырыу өҫтөндә эшләй.

Эмануэль Уондсуэрт мәктәбендә, артабан Оксфорд Король колледжында уҡый. Шул мәлдә ул, монитор урынына телевизор ҡулланып, M6800 процессоры базаһында үҙенең тәүге компьютерын йыя. Бер тапҡыр Тим һәм уның дуҫы хакер атакаһын үткәргәндә тотола, шуға уларҙы университет компьютерын ҡулланыуҙан мәхрүм итәләр.

Оксфорд университетын 1976 йылда отличие менән физика бакалавры дәрәжәһендә тамамлаған Бернерс-Ли Дорсет графлығындағы «Plessey Telecommunications Ltd» компанияһында эшләй башлай, унда ике йыл эшләү осоронда, башлыса, транзакцияларҙы бүлеү системалары менән шөғөлләнә.

1978 йылда Бернерс-Ли «D.G Nash Ltd» компанияһына күсә, унда принтерҙар өсөн компьютер программаһын төҙөү менән мәшғүл була, күп бурыстарҙы үтәй алырлыҡ операция системаһына оҡшаш программа төҙөй. Артабан ул йыл ярым Европа Ядро һынауҙары лабораторияһында (ЦЕРН) (Женева, Швейцария) программа менән тәьмин итеү буйынса консультант була. Тап шунда үҙ мохтажлыҡтары өсөн Enquire программаһын яҙа, шул хеҙмәтендә ул Бөтә донъя селтәре өсөн концептуаль нигеҙ һала. 1981 йылдан 1984 йылға тиклем Тим Бернерс-Ли «Image Computer Systems Ltd» компанияһында система архитекторы булып эшләй.

1984 йылда CERN стипендияһын алыуға өлгөшө һәм фәнни мәғлүмәттәр туплау өсөн бүленгән системаларҙы эшкәртеү менән шөғөлләнә. Шул ваҡытта «FASTBUS» системаһы өҫтөндә эшләй һәм үҙенең Алыҫ процедураларҙы саҡырыу (Remote Procedure Call) системаһын төҙөй.

1989 йылда, CERN-да Enquire документтар алмаштырыу эске системаһы өҫтөндә эшләп, Бернерс-Ли хәҙерге ваҡытта Бөтә донъя селтәре тип аталған глобаль гипертекст проектын тәҡдим итә. Проект раҫлана һәм ғәмәлгә ашырыла.

1991 йылдан 1993 йылға тиклем Тим Бернерс-Ли Бөтә донъя селтәре буйынса эшен дауам итә. Ул ҡулланыусыларҙан баһаламалар йыя һәм селтәрҙең эшен координациялай. Бына шул мәлдә ул беренсе тапҡыр үҙенең тәүге URI, HTTP һәм HTML спецификацияларын киң тикшереүгә сығара.

1994 йылда Бернерс-Ли Массачусет технологик институтында MIT-тың информатика һәм яһалма интеллект лабораторияһы (MIT Computer Science and Artificial Intelligence Laboratory — LCS and AI Lab) һәм 3Com нигеҙ һалыусылар кафедраһы етәксеһе була. Шул мәлдә ул кафедраның әйҙәүсе тикшеренеүсеһенә әйләнә. MIT-та Информатика лабораторияһын Яһалма интеллект лабораторияһына ҡушҡас, MIT — Информатика һәм яһалма интеллект лабораторияһы (MIT Computer Science and Artificial Intelligence Laboratory) барлыҡҡа килә.

1994 йылда ул MIT-тың Информатика лабораторияһы эргәһендә (Laboratory for Computer Science, LCS) йәғни W3C — Бөтә донъя селтәре консорциумына нигеҙ һала. Шул мәлдән алып әлегә тиклем Тим Бернерс-Ли консорциумға етәкселек итә. Консорциум Интернет өсөн стандарттар булдырыу һәм уларҙы ҡулланыуға индереү менән шөғөлләнә. Консорциум үҙ алдына, тотороҡло стандарттарҙы уларҙың үҙгәреп барған эволюцияһы менән яраҡлаштырып, Бөтә донъя селтәренең потенциалын тулыһынса асыу бурысын ҡуя.

2004 йылдың декабрендә Тим Саутгемптон университеты профессоры була. Университеттың етди ярҙамы менән ул Семантик селтәр проектын ғәмәлгә ашырырға ниәтләй.

Хәҙер Бернерс-Ли Бостон янындағы ҡалала ҡатыны һәм ике балаһы менән йәшәй, бөтә донъя буйлап йөрөргә ярата. Ул Бөйөк Британияла Асыҡ мәғлүмәттәр Институтына етәкселек итә.

Уйлап табыуҙары

үҙгәртергә
Файл:Предложение о создании WWW.jpg
Kilby International Awards}} (1995)[27] * Prix Ars Electronica ойошмаһы премияһы (1995) * Иҫәпләү техникаһы ассоциацияһының (АСМ)

(1995) Программа системалары премияһы (ACM Software System Award)[28]

  • C&C Prize (1996)
  • Маунтбеттен миҙалы (Mountbatten Medal) (1996)
  • Уоллес Макдауэлл премияһы (1996) IEEE-нан
  • Физика институтынан Дадделл миҙалы һәм премияһы (1997)
  • Эдуард Рейн премияһы (1998)
  • Мак-Артур стипендияһы (1998)
  • Король миҙалы (2000)
  • Маркони премияһы (2002)
  • Альберт (Король сәнғәт йәмғиәте) миҙалы (2002)
  • Японияның Фән һәм технологиялар фондынан премия (2002)
  • Прогресс миҙалы (Король фотография йәмғиәте) һәм Король фотография йәмғиәтенән (Royal Photographic Society) уйлап табыуын, тикшеренеүҙәрен, баҫтырып сығарған ғилми хеҙмәттәрен һәм фәнгә индергән башҡа төрлө өлөшөн таныу билдәһе булараҡ Почетлы ағзалыҡ (2003)[29]
  • Бөтә донъя селтәрен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Компьютер тарихы музейы премияһы (2003)[30]
  • «Меңйыллыҡ технологияһы» премияһын беренсе булып алыусы (1 000 000 евро күләмендә), Финляндия президенты Тарья Халонен ҡулынан (2004)[31]
  • Электрон рубеждар фондынан (EFF Pioneer Award) — Башлап юл ярыусыға награда
  • Ғилми һәм техник тикшеренеүҙәр өсөн Астурий принцы премияһы (Ларри Робертс, Роберт Эллиот Кан һәм Винт Серф менән бергә)
  • Америка Мәғлүмәт фәне һәм технология йәмғиәтенән махсус бүләк
  • Нильс Бор миҙалы — ЮНЕСКО-нан (2010)
  • Королева Елизавета Икенсенең Инженер эшмәкәрлеге өлкәһендә премияһы (2013)[32]
  • Прогресс миҙалы (Америка фотографиия йәмғиәте) (2014)
  • Белем премияһы (2014)
  • 1-се класлы Мария ере Тәреһе ордены (2015, Эстония)[33]
  • Тьюринг премияһы (2016) һәм башҡа наградалар һәм премиялар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Sir Timothy Berners-Lee OM, KBE, FRS, FREng, FRSA. Longer Biography
  2. [1]
  3. The World-Wide Web Hall of Fame (ингл.). Best of the Web Directory. Архивировано 10 май 2013 года.
  4. Ҡалып:London Gazette
  5. Quittner, Joshua. Tim Berners Lee—Time 100 People of the Century, Time Magazine (29 March 1999). 9 май 2013 тикшерелгән. «He wove the World Wide Web and created a mass medium for the 21st century. The World Wide Web is Berners-Lee's alone. He designed it. He loosed it on the world. And he more than anyone else has fought to keep it open, nonproprietary and free.». 2007 йыл 15 август архивланған.
  6. 100 great Britons – A complete list, Daily Mail (21 August 2002). 2 август 2012 тикшерелгән.
  7. Web’s inventor gets a knighthood  (инг.), BBC (31 декабря 2003). 27 май 2010 тикшерелгән.
  8. Creator of the web turns knight, BBC (16 июля 2004). 27 май 2010 тикшерелгән.
  9. Three loud cheers for the father of the web, The Daily Telegraph (28 January 2005). 25 май 2008 тикшерелгән.
  10. "Top 100 living geniuses" ''The Daily Telegraph'' 28 October 2007, The Daily Telegraph (30 October 2007). 21 декабрь 2011 тикшерелгән.
  11. IEEE Computer Society Magazine Honors Artificial Intelligence Leaders (24 августа 2011 (2011-08-24)). 18 сентябрҙә 2011 (2011-09-18) тикшерелгән. Press release source: PRWeb (Vocus).
  12. 2012 Inductees, Internet Hall of Fame website. Retrieved 24 April 2012
  13. Honorary Graduates of University of Essex (ингл.). Дата обращения: 15 декабрь 2011. Архивировано 10 май 2013 года. 2013 йыл 2 май архивланған.
  14. Open University's online graduation, BBC NEWS (31. March 2000). 22 сентябрь 2010 тикшерелгән.
  15. Lancaster University Honorary Degrees, July 2004 (ингл.). Lancaster University. Дата обращения: 25 май 2008. Архивировано 10 май 2013 года. 2012 йыл 4 август архивланған.
  16. Scientific pioneers honoured by The University of Manchester, manchester.ac.uk (2 December 2008). 10 октябрь 2011 тикшерелгән.
  17. Honoris Causa: Sir Timothy Berners-Lee (ингл.). Дата обращения: 12 март 2014. Архивировано из оригинала 13 март 2014 года.
  18. Universidad Politécnica de Madrid: Berners-Lee y Vinton G. Cerf—Doctores Honoris Causa por la UPM (исп.). Дата обращения: 15 август 2010. Архивировано 10 май 2013 года. 2013 йыл 21 май архивланған.
  19. Vrije Universiteit Amsterdam. Uitvinder World Wide Web krijgt eredoctoraat Vrije Universiteit (нидерл.) (22 июль 2008). Дата обращения: 22 июль 2009. Архивировано 10 май 2013 года. 2013 йыл 5 июль архивланған.
  20. NU.nl. 'Bedenker' wereldwijd web krijgt eredoctoraat VU (нидерл.) (22 июль 2008). Дата обращения: 22 июль 2009. Архивировано 10 май 2013 года.
  21. Université de Liège — Séance de rentrée académique 2009 2016 йыл 23 июнь архивланған.
  22. Harvard awards 9 honorary degrees news.harvard.edu Retrieved 11 June 2011
  23. Graduation ceremony | 600th Anniversary | University of St Andrews — 1413—2013
  24. Book of Members, 1780–2010: Chapter B (ингл.). American Academy of Arts and Sciences. Дата обращения: 24 июнь 2011. Архивировано 10 май 2013 года.
  25. Sir Timothy Berners-Lee  (инг.)
  26. Ҡалып:Us nas id
  27. Berners-Lee Longer Biography (ингл.). World Wide Web Consortium. Дата обращения: 18 ғинуар 2011. Архивировано 10 май 2013 года.
  28. Software System Award (ингл.). ACM Awards. Association for Computing Machinery. Дата обращения: 25 октябрь 2011. Архивировано 10 май 2013 года. 2012 йыл 2 апрель архивланған.
  29. Royal Photographic Society’s Progress Medal 2015 йыл 4 февраль архивланған. Retrieved 13 August 2012
  30. Fellow Awards | Fellows Home (ингл.). Computerhistory.org (11 ғинуар 2010). Дата обращения: 15 август 2010. Архивировано 10 май 2013 года.
  31. Millennium Technology Prize 2004 awarded to inventor of World Wide Web (ингл.). Millennium Technology Prize. Дата обращения: 25 май 2008. Архивировано 30 август 2007 года. 2007 йыл 30 август архивланған.
  32. BBC News — Internet pioneers win engineering prize
  33. Teenetemärkide kavalerid: Timothy John Berners-Lee (эст.). Vabariigi President (4 февраль 2015). Дата обращения: 19 август 2015. Архивировано из оригинала 9 май 2015 года. 2015 йыл 9 май архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә