Кулеша Вадим Анатольевич

Кулеша Вадим Анатольевич (8 июнь 1932 йыл — 7 март 2011 йыл) — ғалим-инженер-металлург, хужалыҡ эшмәкәре. 1978—2000 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының генераль директоры. РСФСР-ҙың 12‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр докторы (2000). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған металлургы (1981). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988). Октябрь Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1966, 1976) кавалеры.

Кулеша Вадим Анатольевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 июнь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 7 март 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (78 йәш)
Һөнәр төрө сәйәсмән
Эш урыны Белорет металлургия комбинаты
Магнитогорск дәүләт техник университеты
Биләгән вазифаһы Специальный гость Парламентской ассамблеи Совета Европы[d][1]
Уҡыу йорто Урал дәүләт техник университеты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены СССР дәүләт премияһы Октябрь Революцияһы ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Вадим Анатольевич Кулеша 1932 йылдың 8 июнендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған.

1956 йылда Урал политехник институтын тамамлай (1956). Прокат һәм метиз етештереү өлкәһендә белгес.

Эш урыны: 1956 йылдан Белорет металлургия комбинатында бүлек начальнигы, һалҡын прокат таҫмаһы цехы начальнигы, баш инженер урынбаҫары, директор, 19881999 йылдарҙа — комбинаттың генераль директоры булып эшләй.

РСФСР-ҙың халыҡ депутаты (1990—1993).

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

Кулеша Вадим Анатольевич — 34 баҫма эше авторы, 30 уйлап табыуға авторлыҡ танытмаһы һәм патентҡа эйә[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә