Каре́лия Республикаһы, Каре́лия[3], Ка́рьяла[3] (лив. карел. Karjalan tazavaldu, собств. карел. Karjalan tašavalta, фин. Karjalan tasavalta[4], вепс. Karjalan Tazovaldkund) — Рәсәй Федерацияһы субъекты[5], Төньяҡ-Көнбайыш федераль округына инә.

Рәсәй Федерацияһы субъекты

Карелия

'

Петрозаводск

Майҙаны

18

- Барлығы
- һыу өҫтө %

180 520 км²
14,7 %

Халҡы

63

- Барлығы
- Тығыҙлыҡ

636 932 (2010)

3.53/км²

ТТП

60

- Барлығы (ағым. хаҡ.)
- Йән башына

127,7 млрд. Һум млрд. һум (2010)

170,1 мен Һум мең һум

Федераль округ

Төньяҡ-Көнбайыш федераль округы

Дәүләт теле

урыҫ[1]

РФ субъекты коды

10

ISO 3166-2 коды

RU-KR

Домен

.karelia.ru

Сәғәт бүлкәте

MSD[d], UTC+3:00[d] һәм Европа/Москва[d][2]

Карелия Республикаһы тарихи нигеҙе үның бөгөнгө биләмәләрендә тәүге СССР милли-дәүләт берләшмәһе булараҡ РСФСР составында 1920 йылдың 8 июнендә ойошторолған Карел хеҙмәт коммунаһынан (урыҫса Карельская трудовая коммуна, фин телендә Karjalan työkommuunni) башланғыс ала[6]. Был автономиялы өлкә берләшмәһе 1923 йылдың 25 июлендә Карел Совет Республикаһы итеп үҙгәртелә[7][8].

Карелияның көнбайыштағы сиге Рәсәй Федерацияһының Финляндия (бер үк ваҡытта дөйөм Европа Берлешмәһе) менән булған 798,3 км оҙонлоҡтағы дәүләт сиге менән тап килә. Республика биләмәләре башҡа тарафтарҙан Рәсәйҙең Архангельск, Вологда , Ленинград һәм Мурманск өлкәләре менән сиктәш.

Баш ҡалаһы — Петрозаводск[9].

Карелия — Рәсәйҙең милли төбәктәре араһында республикаға исем биреүсе төп милләте иң аҙ булған субъект. Карелдар республика халҡының ни бары 7,4 процентын ғына тәшкил итә.

Карелияның физик картаһы
Карел урманы

Тарих үҙгәртергә

Рәсәй Карелияһы :      Беломор Карелияһы, бөгөнгө Карелияның 5 районы      Ладога Карелияһы, бөгөнгө Карелияның 2 районы      Олонец Карелияһы, бөгөнгө Карелияның 10 районы      Пудож Карелияһы, бөгөнгө Карелияның 1 районы      Фин Карелияһы

Период Исем Иҫкәрмә
VII — XI Корела (ырыу) Прибалт-фин халыҡтарының бер ырыуы
XI — XV Корел ере Новгород республикаһы составында автономия
XVI — XVII Корел өйәҙе Водская пятина өлөшө, Новгород ере, Мәскәү батшалығы
1617 — 1721 Карел герцоглығы Герцоглыҡ, Швеция составында
1784 — 1796 Олонецкое наместничество Рәсәй империяһының административ өлөшө
1801 — 1922 Олонец губернаһы Рәсәй империяһының административ өлөшө
08.06.1920 — 27.07.1923 Карельская Трудовая Коммуна (КТК) РСФСР/СССР составындағы автономия
25.07.1923 — 05.12.1936 Автоном Карел Совет Социалистик Республикаһы (АКССР) РСФСР/СССР составындағы автономия
05.12.1936 — 31.03.1940 Карел Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы (КАССР) РСФСР/СССР составындағы автономия
31.03.1940 — 16.07.1956 Карел-Фин Совет Социалистик Республикаһы (КФССР) СССР составындағы союздаш республика
16.07.1956 — 24.05.1991 Карел Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы (КАССР) РСФСР/СССР составындағы автономия
13.11.1991 — 12.02.2001 Карелия Республикаһы Рәсәй составындағы республика
12.02.2001 көндән Карелия Республикаһы (Карьяла) Рәсәй составындағы республика

Халыҡ ханы үҙгәртергә

Республикала 503,9 мең кеше (78 %) — ҡала йәшәүселәре, 141,3 мең (22 %) — ауылда йәшәй[10]. Этник состав:

иҫәп алыу 1926 иҫәп алыу 1939 иҫәп алыу 1959 иҫәп алыу 1970 иҫәп алыу 1979 иҫәп алыу 1989 иҫәп алыу 2002 иҫәп алыу 2010[11]
урыҫтар 153 967 (57,2 %) 296 529 (63,2 %) 412 773 (62,7 %) 486 198 (68,1 %) 522 230 (71,3 %) 581 571 (73,6 %) 548 941 (76,6 %) 507 654 (82,2 %)
Карелдар 100 781 (37,4 %) 108 571 (23,2 %) 85 473 (13,0 %) 84 180 (11,8 %) 81 274 (11,1 %) 78 928 (10,0 %) 65 651 (9,2 %) 45 570 (7,4 %)
Белорустар 555 (0,2 %) 4263 (0,9 %) 71 900 (10,9 %) 66 410 (9,3 %) 59 394 (8,1 %) 55 530 (7,0 %) 37 681 (5,3 %) 23 345 (3,8 %)
Украиндар 708 (0,3 %) 21 112 (4,5 %) 23 569 (3,6 %) 27 440 (3,8 %) 23 765 (3,2 %) 28 242 (3,6 %) 19 248 (2,7 %) 12 677 (2,0 %)
Финдар 2544 (0,9 %) 8322 (1,8 %) 27 829 (4,2 %) 22 174 (3,1 %) 20 099 (2,7 %) 18 420 (2,3 %) 14 156 (2,0 %) 8577 (1,4 %)
Вепстар 8587 (3,2 %) 9392 (2,0 %) 7179 (1,1 %) 6323 (0,9 %) 5864 (0,8 %) 5954 (0,8 %) 4870 (0,7 %) 3423 (0,5 %)
башҡа халыҡтар 2194 (0,8 %) 20 709 (4,4 %) 29 869 (4,5 %) 20 726 (2,9 %) 19 565 (2,7 %) 21 505 (2,7 %) 25 734 (3,6 %) 16 422 (2,7 %)

Административ-территориаль ҡоролошо үҙгәртергә

 
Карелияның административ-территориаль ҡоролошо

Иҡтисад үҙгәртергә

 
Петрозаводск тимер юл вокзалы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Пункт 1 статьи 11 Конституции Республики Карелия
  2. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
  3. 3,0 3,1 Конституция Республики Карелия — статья 1
  4. Karjalan tasavalta (tiivistetty info) 2011 йыл 12 сентябрь архивланған.  (фин.)
  5. Конституция Российской Федерации. Ст. 5, пп. 1, 2
  6. [ Карельская трудовая коммуна] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  7. Декретом ВЦИК от 25 июля 1923 года Карельская трудовая коммуна была преобразована в Карельскую Советскую Республику.
  8. 80 лет Республике Карелия
  9. Конституция Республики Карелия — статья 15
  10. Карелиястат. 110 безлюдных деревень и посёлков 2012 йыл 19 ғинуар архивланған.
  11. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года 2012 йыл 1 июнь архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә