Әхмәҙиев Тамимдар Хажиғәли улы

тарихсы-ғалим

Әхмәҙиев Тамимдар Хажиғәли (8 июнь 1923 йыл27 июнь 2001 йыл) — тарихсы-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959—1990 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (1969). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983). I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм III дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры.

Тамимдар Хажиғәли улы Әхмәҙиев
Тыуған көнө

8 июнь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы

Вафат көнө

27 июнь 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (78 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

тарих

Эшләгән урыны

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты

Альма-матер

К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты

Ғилми дәрәжәһе

тарих фәндәре кандидаты

Награда һәм премиялары
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Дан ордены
Дан ордены
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Тамимдар Хажиғәли улы Әхмәҙиев 1923 йылдың 8 июнендә Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районы) Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған. 1940 йылда урта мәктәпте тамамлай[1].

1941 йылдың ноябренән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Көнбайыш, Төньяҡ-Көнбайыш, Волхов, Төньяҡ Кавказ, 4-се Украина фронттарында һуғыша. 1943 йылға ҡәҙәр 1-се армияның 47-се айырым уҡсылар бригадаһында автоматчик, 1943 йылдың майынан 238-се айырым танк бригадаһында «Т-34» танкыһының механик-водителе була. Ике тапҡыр яралана. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн 3-сө дәрәжә Дан ордены (1944), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) һәм ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[1].

1949 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. 1949 йылдан Миәкә районының Мәнәүезтамаҡ урта мәктәбендә уҡыта.

1959—1990 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. 1969 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1970 йылдан ошо уҡ инстиутта өлкән ғилми хеҙмәткәр, һуңыраҡ бүлек мөдире була[1].

2001 йылдың 27 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

«Документы мужества и героизма. Башкирская АССР в период Великой Отечественной войны: документы и материалы» (1980), «Башкирия в годы Великой Отечественной войны, 1941—1945: документы и материалы» (1995) йыйынтыҡтарының төҙөүселәренең береһе. 30-ан ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2].

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Трудовые и ратные подвиги башкирского народа в годы Великой Отечественной войны //Вопросы истории Башкирии. Вып. 2. Советский период. — Уфа, 1972.
  • Башкирская АССР в годы Великой Отечественной войны, 1941—1945. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1984. — 280 с.
  • Вклад Башкортостана в Великую Победу. — Уфа, 1995.
  • Воины — посланцы Миякинского района в боях за Родину. — Уфа. — 1995. — 54 с.
  • Башкирская гвардейская кавалерийская : боевой путь Башкирской 112-й — 16-й гвардейской кавалерийской дивизии. 1941—1945 гг. — Уфа : Китап, 1999. — 368 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә