Ғүмәрский Хәким Хәсән улы

совет, Рәсәй нефтсеһе, ғалим, бизнесмен, төбәк сәйәсмәне.

Ғүмәрский Хәким Хәсән улы (8 июнь 1946 йыл) — ғалим-тау инженеры, хужалыҡ эшмәкәре. Ханты-Манси Автономиялы округының 2-се саҡырылыш Думаһы, Төмән өлкәһенең 2-се саҡырылыш Думаһы депутаты. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), СССР нефть һәм газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1986).

Ғүмәрский Хәким Хәсән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 8 июнь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1] (77 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө эшҡыуар, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы депутат Тюменской областной Думы[d] һәм Депутат Думы Ханты-Мансийского автономного округа – Югры[d][1]
Уҡыу йорто Ишембай нефть колледжы
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d][1]

Биографияһы үҙгәртергә

Хәким Хәсән улы Ғүмәрский 1946 йылдың 8 июнендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған.

Ишембай нефть техникумын, 1979 йылда — Өфө нефть институтын тамамлаған. Аспирантураны бөтөп, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Темаһы «Нефть сығарыу скважиналарында ер аҫтына һыу һурҙырыусы насостар ҡоролмаларын файҙаланыу үҙенсәлектәре»: техник фәндәр кандидаты диссертацияһы: 05.15.06 Мәскәү, 1996 131 c. : 61 96-5/873-8

Хеҙмәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

  • 1962—1975 — эшсе-электрик; «Ишембайнефть» нефть-газ сығарыу идаралығында оператор һәм мастер;
  • 1975 — Көнбайыш Себер нефть-газ комплексында оператор, технолог, смена начальнигы, Самотлорҙағы нефть промыслаһында өлкән инженер; 1987 йылдан — «Нижневартовскнефть» нефть-газ сығарыу идаралығы начальнигы, 1994—1996 — «Нижневартовскнефть» акционер йәмғиәтенең генераль директоры; 1996—1997 йылдар — вице-президент һәм Венала Көнсығыш нефть компанияһы вәкиллеге башлығы, аҙаҡтан — Мәскәүҙә.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

«Төмән нефть компанияһы» акционер йәмғиәтенең беренсе вице-президенты (1997—?)[2]. «Нижневартовскнефть» Кесе акционер йәмғиәтенең экс-генераль директоры. (РМНТК «Нефтеотдача»)[3] Нефтеотдача «Рәсәй тармаҡ-ара фәнни-техник комплексы» ғилми-технологик компанияһы президенты, ул РФ Хөкүмәтенең 1994 йылдың 6 июлендәге 790 N[4] һанлы Ҡарарына ярашлы ойошторола.

Техник фәндәр кандидаты, 40-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.

Уның етәкселегендә Самотлор ятҡылығында скважиналарҙы файҙаланыуҙа газлифт ысулы ҡулланыуға индерелә. Был уйлап табыу йыллыҡ нефть сығарыу кимәлен 130 миллион тоннаға еткерә, өҫтәүенә энергия тотоноуға сығымдарҙы кәметә һәм скважиналар фондының ышаныслы эшен тәьмин итә — скважиналарҙың ремонт-ара эшләү осоро 500 тәүлеккә тиклем барып етә. Ғүмәрский шулай уҡ ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыуҙы тәьмин иткән технологиялар эшкәртеүгә лә үҙ өлөшөн индерә.

Сәйәсәт үҙгәртергә

  • 1996 йылдың 27 октябрендә Ханты-Манси Автономиялы округының 2-се саҡырылыш Думаһына депутат итеп һайлана. Бер төркөм һайлаусылар тарафынан күрһәтелә. Бөтәһе 33845 тауыш (20,9 %)[5]. йыя.
  • Төмән өлкә Думаһына депутат итеп һайлана (1994—1997)[6][7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • СССР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1980).
  • РФ Йылылыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1992).
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены.
  • Нижневартовский районының почётлы гражданы.[8]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә