Исачкин Николай Фёдорович

дәүләт, партия һәм комсомол органдары хеҙмәткәре

Исачкин Николай Фёдорович (6 сентябрь 1947 йыл) — дәүләт, партия һәм комсомол органдары хеҙмәткәре. 1997—2011 йылдарҙа Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының етәксе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының дәүләт граждан хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре (2005).

Исачкин Николай Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 сентябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Өлкәр[d], Әхмәр ауыл советы (Ишембай районы), Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Эш урыны Федераль һалым хеҙмәте
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Юғары партия мәктәбе[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
медаль «За трудовую доблесть»

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай Фёдорович Исачкин 1947 йылдың 6 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы[1] Өлкәр ауылында (хәҙер бөткән) тыуған[2].

1971 йылда Өфө нефть институтын[3], 1984 йылда — Свердловск Юғары партия мәктәбен, 2001 йылда — Мәскәү иҡтисад, статистика һәм информатика институтын тамамлаған.

Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1971 йылда Стәрлетамаҡ химия заводында смена начальнигы булып башлай[3].

1973 йыл башында ВЛКСМ-дың Стәрлетамаҡ ҡала комитетының икенсе секретары, апрелдән — беренсе секретары итеп һайлана. 1974 йылда ВЛКСМ-дың 17-се съезына делегат була[2].

1976 йылдан КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитеты секретары, 1988 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире урынбаҫары — Политик мәғариф йорто мөдире.

1991 йылдан Башҡорт АССР-ы Юғары Советының, 1995 йылдың апреленән — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың ижтимағи-сәйәси үҙәге директоры, шул уҡ йылд авгусынан — кадрҙар бүлеге начальнигы[2].

1997—2011 йылдарҙа Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының етәксе урынбаҫары[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы (1976)
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1981),
  • СССР Эске эштәр министрлығының Почёт грамотаһы (1974)
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы (1974)
  • Рәсәй Федерацияһының Һалымдар һәм йыйыуҙар буйынса министрлығының Почёт грамотаһы (2007)
  • Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Почёт грамотаһы (2011)
  • Рәсәй Федерацияһының Һалымдар һәм йыйыуҙар буйынса министрлығы отличнигы (2004)
  • Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре (2005).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Башкирская энциклопедия — Исачкин Николай Фёдорович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2022)
  3. 3,0 3,1 Единый республиканский бизнес-портал — Исачкин Николай Фёдорович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2022)

Һылтанмалар

үҙгәртергә