Ғәлиәхмәр
Ғәлиәхмәр — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Амангилде ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 124 кеше[1]. Почта индексы — 453748, ОКАТО коды — 80253810003.
Ауыл | |
Ғәлиәхмәр Ғәлиәхмәр | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергәТарихы
үҙгәртергәНуғай даруғаһы Тиләү башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә, Миндәк йылғаһы эргәһендә Ғәлиәхмәр ауылына нигеҙ һалған. 1795 йылда унда 17 йортта 96 кеше иҫәпләнгән. X рәүиз буйынса унда 60 йортта 306 кеше иҫәпкә алынған.
1866 йылда Әхмәр, Галишкино, Долино атамалары менән теркәлгән.
25 майҙан 25 авгусҡа тиклем 27 ихатанан (240 кеше) торған 20 арба йәйләүгә сыҡҡан. Уларҙың 246 аты, 223 һыйыры, 100 һарығы, 30 баш кәзәһе булған. Шулай уҡ игенселек менән шөғөлләнгәндәр.
1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында 80 йортта 397 кеше теркәлгән.[4].
Ғәлиәхмәр ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[5].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 124 | 63 | 61 | 50,8 | 49,2 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[6].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Минһажетдинова Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙы (6.9.1901, Ырымбур губернаһы, Троицк өйәҙе, Ғәлиәхмәр ауылы (БР-ның Учалы районы) – 14.3.1989, Ҡобағош ауылы, Учалы районы, БАССР), әкиәтсе. Тыуған ауылында мәҙрәсәлә уҡыған. Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадын яҡшы белгән, нәфис һүҙ оҫтаһы була. Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙынан XX быуаттың 60-сы йылдарында Минһажетдинов М. Х. бер өлөшө «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығына ингән 30-ға яҡын әкиәтен яҙып алған. Мәүзифа әбейҙең ижадына «Хуш, Уралым!» йыры инә[7][8].
Урамдар
үҙгәртергәБашҡорт халыҡ ижады информаторҙары
үҙгәртергә- Күбәләк-Теләү нәҫеленең сығышы. Учалы районы Ғәлиәхмәр ауылы Хәмитов Фәйзрахман Кашаф улынан С. Сөләймәнова яҙып алған. — БЛ, № 11; БХИ, РЛ, № 42; БНТ, ПЛ, № 144. Йөкмәткеһе һәм стиле менән әкиәткә яҡын торған легенда[10].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Ғәлиәхмәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 23. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Ғәлиәхмәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Ғәлиәхмәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Бәҙретдинов С. М. Ғүмер артында – ғүмер. Өфө, 1996. Сказки Мавзифы Магафуровны Мингажетдиновой //Фольклор народов РСФСР. Уфа, Вып.1.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. II том. Риүәйәттәр, легендалар. — Өфө: Китап, 1997
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бәҙретдинов С. М. Ғүмер артында – ғүмер. Өфө, 1996. Сказки Мавзифы Магафуровны Мингажетдиновой //Фольклор народов РСФСР. Уфа, Вып.1.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ғәлиәхмәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- www.ufagen.ru сайтында ауылдың тарихы тураһында
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 23. — ISBN 978-5-295-04683-4.