Акира Куросава
Акира Куросава(япон. 黒澤 明Куросава Акира?, 23 март 1910 йыл, Токио — 6 сентябрь 1998 йыл, Токио) — Японияла ижад итеүсе кинорежиссёр, сценарист һәм продюсер. Кино тарихында иң йоғонтоло кинорежиссёр булып иҫәпләнә. Куросава 57 ижади ғүмерендә 30 фильм төшөрә.
Акира Куросава | |||||
黒澤明 | |||||
![]() | |||||
Тыуған: | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
Ота, Токио, Япония империяһы | ||||
Үлгән: |
6 сентябрь 1998 (88 йәш) | ||||
Үлгән урыны: | |||||
Гражданлығы: | |||||
Һөнәре: |
кинорежиссёр, сценарист, продюсер | ||||
Карьера: |
1943—1993 | ||||
Наградалары: |
«Сит телдә иң яҡшы фильм өсөн Оскар»
| ||||
IMDb: |
0000041 | ||||
![]() |
Биография һәм фильмдарыҮҙгәртергә
Бала сағыҮҙгәртергә
Исам һәм Сима Куросава ғаиләһендә Акира Куросава һигеҙенсе кинйә бала була. Бала саҡта уҡ үҙенең сәнғәт менән мауығыуын аңлай. 1928 йылда «Ника-тэн» күргәҙмәһендә күрһәтелгән «Сэйбуцу» рәсеме ҡаҙаныштарының юғары нөктәһе була. Колледжға уҡырға керә алмайса, 20 йәштән уҙғас, PCL «Photo Chemical Laboratories» исемле билдәле ярон фирмаһында режиссёр Кадзиро Ямамото ярҙамсыһы булып эшләй башлай.
Ете йыл ассистент булып эшләгәс, фильм төшөрөүҙә ҡатнашырға мөмкинлек ала. «Гений дзюдо» (япон. 姿三四郎Сугата Сансиро: , 1943) картинаһы өсөн сценарийҙы үҙе яҙа. Фильм XIX быуатта илдә дзюдо үҫеше тураһында була.
Һүңырыҡ тиҫтәләгән фильмдар төшөрә.
Куросава 1998 йылдың 6 сентябрендә Токионың Сэтагая районында 88 йәшендә инсульттан вафат була. Уның яҡын дуҫы Коидзуми төшөргән «Ямғырҙан һуң» (япон. 雨あがるАмэ агару ) фильмына сценарий уның һуңғы эше була.
ТанылыуыҮҙгәртергә
Акира Куросава үҙенең фильмдары кеүек донъяла танылыу яулай.
Көнсығыш һәм Көнбайыш традицияларын яҡынайтыу уның төп ҡаҙанышы булып тора. Ул үҙенән һуң быға тиклем булмаған киноматографик мираҫ ҡалдыра. 1994 йылда Киото премияһына лайыҡ була. 1991 йылдың 12 мартында СССР Президенты Указы нигеҙендә «СССР һәм Япония араһындағы мәҙәни бәйләнешкә кереткән өлөшө өсөн» «Халыҡтар Дуҫлығы ордены» менән наградлана.
2004 йылдан Токио Халыҡ-ара кинофестивалендә уның исемендәге премия булдырылған.
ВафатыҮҙгәртергә
Куросава 88 йәшендә 1998 йылдың 6 сентябрендә инсульттан вафат була.
Куросава мираҫыҮҙгәртергә
2010 йылдың 20—22 июнендә XXXII Мәскәү халыҡ-ара кинофестивале сиктәрендә «Наследие Акиры Куросавы в контексте российской и мировой культуры» тигән халыҡ-ара фәнни конференция үткәрелә.[1].
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Новостное сообщение от 16 апреля 2010 года на официальном сайте XXXII ММКФ (Тикшерелгән 29 апрель 2010)
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Donald Richie The Films of Akira Kurosawa — Third edition. — Berkley, Los Angeles, London: University of California Press, 1998. — ISBN 0-520-22037-4.
- Юткевич С. И. Маски Акиры Куросавы // Шекспир и кино — М.: Наука, 1973. — Б. 114-121.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
Акира Куросава Викимилектә | |
Акира Куросава Викияңылыҡтарҙа |