Барсов Николай Николаевич

Барсов Николай Николаевич (6 сентябрь 1901 йыл — 1 октябрь 1981 йыл) — тыуған яҡты өйрәнеүсе, статистика белгесе, плансы-иҡтисадсы.

Барсов Николай Николаевич
рус. Николай Николаевич Барсов
Тыуған көнө

6 сентябрь 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (123 йәш)

Тыуған урыны

Өфө ҡалаһы

Вафат булған көнө

1 октябрь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (80 йәш)

Вафат булған урыны

Өфө

Гражданлығы

СССР

Эшмәкәрлеге

крайҙы өйрәнеүсе, статистика белгесе, плансы-иҡтисадсы

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай Николаевич Барсов 1901 йылдың 6 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған

  • 1911 — Өфө хөкүмәт гимназияһына уҡырға инә;
  • 1920 — Өфө ҡалаһында 2-се баҫҡыс 2-се совет хеҙмәт мәктәбен (хәҙер Өфө ҡалаһының 11-се мәктәбе) тамамлай;
  • 1920 — хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө губерна совет халыҡ хужалығы инструкторы булып башлай;
  • 1922 — промысла ширҡәтенең Мәскәү инструкторҙар-иҡтисадсылар курсы;
  • 19231924 һәм 19271930 — БАССР-ҙың Үҙәк статистика идаралығында эшләй. Демография, санитария һәм коммуналь статистика өлкәһендә махсуслаша;
  • 19301936 — һуңынан БАССР коммуналь хужалығы халыҡ комиссариаты итеп үҙгәртелгән эске эштәр халыҡ комиссариатының (НКВД) Башҡортостан коммуналь хужалығында иҡтисадсы, иҫәп секторы башлығы, планлы-финанс бүлеге башлығы вазифаһында эшләй;
  • 19361937 йылдарҙа — БАССР Дәүләт планы комитетында эшләй;
  • 19381943 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт медицина институтында лаборант, социаль гигиена кафедраһының өлкән уҡытыусыһы;
  • 19431961 — БАССР Дәүләт планы комитетында коммуналь-торлаҡ хужалығы бүлеге, мәғариф, мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау бүлеге, перспективалы планлаштырыу бүлеге башлығы булып эшләй;

Төп эшенән тыш:

  • 19311932 — бер үк ваҡытта РСФСР ҡалаларҙы проектлау буйынса дәүләт институтының (Гипрогор) Башҡортостан филиалында иҡтисади нигеҙләү төркөмө етәксеһе сифатында эшләй;
  • Башҡортостан социалистик гигиена һәм һаулыҡ һаҡлау ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре;
  • 1961 йылға тиклем Башҡортостандың яңы һәм реконструкцияланған ҡалалары буйынса бөтә эре проект-планлаштырыу эштәрендә (йәки техник-иҡтисади нигеҙләү төҙөү буйынса, йәки архитектура советы эксперты сифатында) ҡатнаша.
  • тыуған яҡты өйрәнеү менән шөғөлләнә, башлыса статистика, китап, китапхана эше, край, Өфө ҡалаһы тарихы буйынса эшләй. Йыйылған материалдар Башҡортостан Республикаһының үҙәк дәүләт тарихи архивында уның шәхси фондында һаҡлана;
  • Н. К . Крупская исмендәге республика китапханаһы менән тығыҙ бәйле була һәм, пенсияға сыҡҡас, китапхананың йәмәғәт советы рәйесе була.

19171923 йылдарҙа эсерҙар фирҡәһендә тора. Эсерҙар эштәре буйынса күп тапҡыр репрессияға дусар ителә. 1924—1926 йылдарҙа Суздаль изоляторында, 27.12.1926 йылдың 27 декабренән 1927 йылдың 11 февраленә тиклем Мәскәүҙең Бутырка төрмәһендә тотола.

  • Өфө социал-революцион йәштәр түңәрәге бюроһы рәйесе;
  • Социалист-революционерҙар партияһы (ПСР) әҙселегенең Өфө губерна комитеты ағзаһы һәм сәркәтибе;
  • Социалист-революционерҙар партияһы (ПСР) әҙселеге Үҙәк бюроһының 1922 йылда ағзалыҡҡа кандидаты, унан һуң ағзаһы.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Национальный состав населения БАССР (по районам проживания главных народностей) //Хозяйство Башкирии. 1928 № 8, 9;
  • К истории переписей населения в Башкирской АССР //Записки Башкирского филиала географического общества СССР. 1960. Вып.2;
  • На заре книжного и библиотечного дела в Уфе //По тропам былого: Краеведческий сборник. Уфа, 1980.
  • К истории статистики БАССР. в соавторстве. Уфа, 1968.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары;
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы;
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең утыҙ йыллығы» юбилей миҙалы

Һылтанмалар

үҙгәртергә