6 декабрь
көнө
(6 декабря битенән йүнәлтелде)
6 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 340-сы көнө (кәбисә йылында 341-се). Йыл тамамланыуға 25 көн ҡала.
6 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
6 декабрь Викимилектә |
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Микротулҡынлы мейес көнө.
- Санта-Клаустың тыуған көнө.
- АҠШ: Шахтёрҙар көнө.
- Ҡаҙағстан: Прокуратура көнө.
- Перу: Милли полиция көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу подразделениелары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Украина: Ҡораллы Көстәр көнө.
- Әзербайжан: Элемтә һәм мәғлүмәт технологиялары министрлығы хеҙмәткәрҙәр көнө.
- 1909: Һарытау ҡалаһында университет асыла.
- 1917: Финляндия парламенты бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
- 1991: Рәсәй Эске эштәр министрлығында Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса подразделениелар ойошторола.
- 2000: Ливерморий химик элементы асыла.
- 2000: Нефтекама автозаводында «НЕФАЗ-5299» маркалы беренсе пассажир автобусы эшләп сығарыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Диваев Әбүбәкер Әхмәтйән улы (1855—5.02.1933), этнограф, төркиәтсе. Коллегия теркәүсеһе (1881). Тормошон Урта Азия һәм Ҡаҙағстан төрки халыҡтарының фольклорын, этнографияһын, телен, тарихын өйрәнеүгә арнаған ғалим һәм мәғрифәтсе, башҡорттарҙан тәүге профессорҙарҙың береһе.
- Хлебников Николай Михайлович (1895—18.01.1981), СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, артиллерия генерал-полковнигы. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында, 1919 йылда Бәләбәйҙе аҡ гвардиясыларҙан азат итеүҙә ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945), Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1969). Сығышы менән хәҙерге Иваново өлкәһе Фурманов районының Михалёв ауылынан.
- Шилоносова Ираида Федоровна (1940), хеҙмәт ветераны. 1962—1995 йылдарҙа Благовещен районы «Степановка» совхозы малсыһы һәм Благовещен ҡошсолоҡ фабрикаһы ҡошсоһо. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1991), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1981). Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры.
- Әүхәҙиева Руза Ислам ҡыҙы (1965), педагог, Өфө ҡалаһының Салют» балалар-үҫмерҙәр ижади үҫеш үҙәге директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Рутчин Алексей Иванович (1911—7.10.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- Воронков Михаил Григорьевич (1921—10.02.2014), ғалим-химик-органик. 1978—1983 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1991), химия фәндәре докторы (1957), профессор (1962). Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы (1997), СССР Министрҙар Советы премияһы (1991) һәм А. Н. Несмеянов (2003), Д. И. Менделеев (2009) исемендәге премиялар лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975), Халыҡтар Дуҫлығы (1981), 4-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1999) һәм Почёт (2008) ордендары кавалеры. Сығышы менән Орёл ҡалаһынан.
- Абдуллина Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы (1926), педагог‑методист, мәктәп дәреслектәре авторы. 1961—1984 йылдарҙа хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика интернат-мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1977), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964).
- Сәйфуллина Рәйсә Ғариф ҡыҙы (1931—11.10.2013), театр актёры. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1952—1968 һәм 1992—1999 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры, 1968—1990 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1973–1988 йылдарҙа Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте мәҙәниәт һарайының башҡорт халыҡ театры етәксеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986).
- Болғаҡова Альбина Ирек ҡыҙы (1961), ғалим-стоматолог. 1998 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2005 йылдан стоматология ауырыуҙары пропедевтикаһы һәм физиотерапияһы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2012). Сығышы менән Петрозаводск ҡалаһынан.
- Ничков Андрей Александрович (1961), матбуғат ветераны, журналист. 2004 йылдан «Республика Башкортостан» гәзитенең төньяҡ-көнбайыш төбәк буйынса үҙ хәбәрсеһе. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2008) һәм Башҡортостан Журналистар союзы премияһы (1997) лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ключников Николай Иванович (1912—28.06.2004), нефтсе-геолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1975 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең баш геологы, республикалағы күп кенә нефть ятҡылыҡтарын асыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы (1971). Октябрь Революцияһы (1970), Ҡыҙыл Байраҡ (1945), өс Ватан һуғышы (1944, 1944, 1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һәм «Почёт Билдәһе» (1963) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Воронеж өлкәһе Землянский районы Гнилуша ауылынан[1].
- Ғәйнуллин Фәрүәз Әхмәҙи улы (1927—17.10.1998), инженер-геолог, махсус урта уҡыу йорто һәм хужалыҡ хеҙмәткәре. 1959 йылдан Баймаҡ тау-механика техникумы, 1962—1986 йылдарҙа Түбә руднигы директоры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ярат ауылынан.
- Таһиров Иҙелбай Абдулла улы (1927—25.06.2017), инженер-нефтсе. 1952 йылдан «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының өлкән геологы, баш геолог урынбаҫары, баш геологы; 1957—1987 йылдарҙа «Башюгнефтеразведка» тресының баш геологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1977), СССР-ҙың почётлы (1988) нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Һөләймән ауылынан.
- Тимербаева Рәйсә Миңләхмәт ҡыҙы (1932—22.07.2011), механизатор һәм малсы. 1952 йылдан Дүртөйлө районы «Шишмә» колхозы тракторсыһы, 1966—1982 йылдарҙа — һарыҡ ҡараусы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Шишмә ауылынан.
- Хихлуха Лев Васильевич (1937), архитектор. 1978 йылдан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Төҙөлөш һәм архитектура эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы, бер үк ваҡытта БАССР-ҙың Төҙөлөш эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе; 1987 йылдан РСФСР Архитектура һәм төҙөлөш мәсьәләләре буйынса дәүләт комитетының идаралыҡ начальнигы, 1991 йылдан Рәсәйҙең архитектура, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары, 1993 йылдан — РФ Архитектура һәм төҙөлөш мәсьәләләре буйынсаса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) атҡаҙанған архитекторы, Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе (1998) һәм почётлы архитекторы (2002). Халыҡ-ара архитектура академияһының һәм Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм архитектура фәндәре академияһының (1994) тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Рәсәйҙең Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1999), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1979) лауреаты. «Почёт Билдәһе» (1987) һәм Дуҫлыҡ (1994) ордендары кавалеры.
- Коротков Анатолий Петрович (1957), инженер, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. 1985 йылдан һәм 1990—2004 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең сәнәғәт тимер юл транспорты предприятиеһы инженеры, 2010 йылдан — йөк һәм коммеция бүлеге начальнигы; бер үк ваҡытта 1965 йылдан Салауат ҡалаһының хәҙерге «Родничок» балалар хореография ансамбле, 1970—1990 йылдарҙа «Ағиҙел» халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Әлимов Владимир Ришат улы (1957), хәрби хеҙмәткәр, лётчик, полковник. 1975 йылдан Совет Армияһында, 1992—2008 йылдарҙа — Рәсәй Армияһында. 1986 йылда Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә, 1996 һәм 1999 йылдарҙа Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Рәсәйҙең атҡаҙанған хәрби лётчигы (2005), лётчик-снайпер (2003). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Ҡариҙел ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Старостин Николай Иванович (1908—?), инженер, партия органдары һәм нефть сығарыу тармағы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1938 йылдан ВКП(б)-ның Ишембай район комитеты секретары; 1941 йылдан — хәрби хеҙмәткәр, подполковник; 1957—1969 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть промыслаһы идаралығының эксплуатация бүлеге, транспорт цехының участка начальнигы. Ҡыҙыл Байраҡ һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылынан.
- Ивченко Евгения Гордеевна (1918—29.03.2005), химик‑технолог-ғалим. 1954—1982 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1969). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969), атҡаҙанған нефтсеһе (1966). СССР-ҙың почётлы нефтехимигы (1981). Сталин премияһы лауреаты (1950), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1948). Сығышы менән хәҙерге Екатеринбург ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Нафиҡов Ғәлимйән Харис улы (1938—28.07.2011), төҙөүсе, 1958 йылдан «Востокнефтепроводстрой» тресында изолировщик, таҙартыу машинаһы, артабан торба һалыу краны машинисы, 1964 йылдан бригадир, 1967—1979 йылдарҙа — прораб. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Ҡандракүл ауылынан.
- Таюпова Ольга Ивановна (1953), тел белгесе-ғалим. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2006), профессор (2016). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан.
- Фаразетдинов Нәзип Имаметдин улы (1953—4.09.2004), хореограф. 1981—1993 йылдарҙа Дүртөйлө район мәҙәниәт һарайы балетмейстеры, хореография коллективы һәм халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, шул иҫәптән 1983—1985 йылдарҙа директорҙың методик эштәр буйынса урынбаҫары. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Баулы ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Пасов Николай Трофимович (1914—8.06.1978), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының рота командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез ҡалаһынан.
- Кащеев Фёдор Александрович (1934), рәссам, Башҡортостанда һынлы сәнғәт мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1991), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1979) рәссамы. 1960 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1967).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ключников Николай Иванович — Свободная энциклопедия Урала (Тикшерелеү көнө: 1 декабрь 2017)