Хихлуха Лев Васильевич
Хихлуха Лев Васильевич (6 декабрь 1937 йыл) — архитектор. 1964 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм архитектура фәндәре академияһының, Халыҡ-ара архитектура академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
Хихлуха Лев Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 6 декабрь 1937 (86 йәш) |
Тыуған урыны | Туймазы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | архитектор |
Уҡыу йорто |
Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты Урал дәүләт техник университеты[d] |
Әүҙемлек урыны | Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Борисоглебск[d], Лыткарино[d], Сорғот, Санкт-Петербург, Новочебоксарск һәм Северодвинск |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЛев Васильевич Хихлуха Башҡорт АССР-ының Туймазы ҡалаһында 1937 йылдың 6 декабендә эшселәр ғаиләһендә тыуған. Атаһы, Василий Ильич, тимер юл станцияһында эшләгән, 1943 йылда фронтта һәләк булған. Әсәһе, Елена Ильинична, «Туймазанефть» НГДУ-ла (нефть һәм газ сеймалы табыу идаралығы) эшләгән.
Мәктәпте тамамлағас, 1955—1956 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Собханғол нефтепровод идаралығында электромонтеридарасы булып эшләй.
1962 йылда Урал политехник институтын (Свердловск (хәҙер Екатеринбург) ҡалаһы) «Архитектура» һөнәре буйынса тамамлай.
Институт тамамлағандан һуң Өфөлә «Башкиргражданпроект» институтында эшләй. Институтта Стәрлетамаҡ, Ишембай, Туймазы ҡалалары, Ҡандра, Серафимовка, Собханғол, Түбәнге Троицк, Ҡандра-Ҡотой, Үрге Троицк, Үрге Бишенде, Түмәнәк, Ғафүр, Илсембәт ҡала һәм ауыл төҙөлөш проекттары менән етәкселек итә.
Өфөлә Л. В. Хихлуха 45 мең кешелек Урман паркы районы, Октябрь проспектында 12-ҡатлы йорттары комплексы, Комаров, Менделеев урамдарында торлаҡ йорттар, административ һәм йәмәғәт биналары проектлай.
1972—1978 йылдарҙа ул Өфө ҡалаһының баш архитекторы урынбаҫары була, БАССР-ҙың Госстройын етәкләй. 1987 йылдан РСФСР-ҙың Госстрой торлаҡ-гражданлыҡ һәм проектлау буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары, РСФСР-ҙың архитектура һәм төҙөлөш буйынса Дәүләт комитеты рәйесе (1988—1994), РФ төҙөлөш буйынса министры урынбаҫары, Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары (1994—1998) вазифаларын биләй.
1969 йылда уның ҡатнашлығында Ишембай ҡалаһында Башҡортостан нефтен тәүге асыусыларға һәйкәл (скульпторҙары Т. П. Нечаева, Б. Д. Фузеев, архитектор Л. В. Хихлуха), Өфөлә Мәжит Ғафури һәйкәле (скульпторы Л. Е. Кербель, архитекторы Л. В. Хихлуха) ҡуйыла.
1998 йылда Лев Васильевич Халыҡ-ара архитектура академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.
Ғаиләһе: ҡатыны, ике балаһы.
Төп ҡоролмалары
үҙгәртергәӨфө, Стәрлетамаҡ,Ишембай ҡалаларында торлаҡ йорттары, төҙөлөш һәм планлаштырыу проекттары, йә торлаҡ йорт
КПД тресы һәм транспорт идаралығының административ биналары, Өфө ҡалаһында 5 мең кешегә иҫәпләнгән трибуна менән ипподром; Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ҡала советы административ бинаһы; Борисоглебск ҡалаһында юғары тығыҙлыҡ менән төҙөлгән 1-2-4-ҡатлы монолит торлаҡ йорттар, Ленинаканда соцкультбыт объекттары (Әрмән ССР-ы, 1989).
Подмосковьела айырым йорттар; Лыткарино ҡалаһында (Мәскәү өлкәһе), Сорғот ҡалаһында мансардалар өҫтәлгән 5-ҡатлы торлаҡ йорттарының реконструкцияһының пилот проекттары.
Санкт-Петербург, Новочебоксарск, Северодвинск ҡалаларында торлаҡ йорттары рекнонструкцияһының пилот проекттарын фәнни-техник оҙатыу.
Кварталда Өфө сәнғәт училищеһының биналар комплексы (1971—1973).
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
үҙгәртергә- Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы (1999.)
- Салауат Юлаев исемендәге премияһы (1979 г.)
- «Почёт Билдәһе» ордены, «Дуҫлыҡ» ордены, «Целинаны үҙләштергән өсөн», «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн», «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә», «Хеҙмәт ветераны», «Рәсәй Госстрой ветерандары» миҙалдары.
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1989).
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (1994).
- Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе (1998).
- Рәсәйҙең почетлы архитекторы (2002).
- Рәсәй Нечерноземагропромстройҙың почетлы төҙөүсеһе.
- МААМ-дың тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
- Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған төҙөүсеһе
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Малоэтажные жилые дома для городской застройки повышенной плотности(в составе авторского коллектива),1989 г.
- Надземные территории. Эксплуатируемые плоские и чердачные крыши зданий (1994). Хихлуха Л. В. Мансардный этаж: Основные правила проектирования и строительства 2012. 52 с. , ISBN 978-5-9710-0472-1
- «Архитектура российского села. Региональный аспект». Лев Хихлуха, Р. Багиров, С. Моисеева, Н. Согомонян. Издательство: Архитектура-С. Серия: Специальность «Архитектура». ISBN 5-9647-0048-9; 2005 г.
- Малоэтажные жилые дома. Примеры проектных решений (в составе авторского коллектива), 2006 г.
- Реконструкция и модернизация жилищного фонда. СТО РААСН, 2008 г.
- Реконструкция жилищ: организация технологии. Учебное пособие.(в составе авторского коллектива), 2008 г.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Хихлуха Лев Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 декабрь 2022)
- http://www.raasn.ru/raasn/persons/o_arch/hihluha.htm 2014 йыл 20 май архивланған.
- http://dic.academic.ru/dic.nsf/enc_biography/42183/%D0%A5%D0%B8%D1%85%D0%BB%D1%83%D1%85%D0%B0
- http://vedomosti.journal-ufa.ru/showinf.php?n=3136&n_id=723 2014 йыл 20 май архивланған.
- http://www.apbufa.ru/about/info/news/197/ 2014 йыл 20 май архивланған.
- http://www.tuvest.ru/news_detail.php?ID=8203 2014 йыл 20 май архивланған.
- http://artru.info/ar/21804/ 2014 йыл 20 май архивланған.