Пасов Николай Трофимович

Николай Трофимович Пасов (10 декабрь 1914 йыл, Мәләүез — 8 июль 1975 йыл, Өфө) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар батальоны командиры урынбаҫары, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945).

Пасов Николай Трофимович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 10 декабрь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Мәләүез, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 8 июль 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Өфө
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены III дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай Трофимович Пасов 1914 йылдың 10 декабрендә Мәләүез ҡасабаһында (хәҙер ҡала) тыуған.

Урыҫ. 1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Мәктәпте һәм финанс-иҡтисад институтын тамамлай. Эшсе була, һуңынан Башҡорт АССР-ының Белорет районы Ҡағы ауылында ағас әҙерләү һәм ағыҙыу буйынса агент булып эшләй.

Хеҙмәтсәндәр депутаттарының Мәләүез район Советы башҡарма комитетының һаулыҡ һаҡлау бүлеге секретары, иҫәпсе, Нзбәк ССР-ының Ташкент ҡалаһында тирмән комбинатында бухгалтер, Уральск ҡалаһында Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкә финанс бүлегенең халыҡ хужалығы секторы инспекторы, хеҙмәтсәндәр депутаттарының Ташкент ҡала Советы башҡарма комитетының финанс бүлеге инспекторы булып эшләй.

1940 йылда Үзбәк ССР-ының Ташкент ҡалаһының Сталин район хәрби комиссариатынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1942 йылда Сухуми пехота училищеһында хәрби «Выстрел» курсын тамамлай һәм 1944 йылдың 24 апрелендә Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында: Суворов орденлы 8-се уҡсылар дивизияһы 18-се армия 4-се Украин фронтының хәрби часе буйынса 229-сы уҡсылар батальонының 2-се уҡсылар батальоны командирының урынбаҫары була.

Лейтенант Николай Пасов 1944 йылдың 26 июлендә Прут йылғаһы эргәһендә алышта батырлыҡ күрһәтә[1].

Һуғыштан һуң өлкән лейтенант Пасов Н. Т. — запаста. Өфө ҡалаһында йәшәй. Башҡорт АССР-ының Финанс министрлығы коммуналь хужалыҡты финанслау бүлегендә инспектор була, Өфө ҡалаһының Киров районы 61-се үҙәк һаҡлыҡ кассаһының мөдире урынбаҫары, Өфө ҡалаһының Жданов районы № 7046 һаҡлыҡ кассаһы идаралығының өлкән инспекторы, Өфө ҡалаһы Совет районының 7045-се үҙәк һаҡлыҡ кассаһы мөдире булып эшләй.

1975 йылдың 8 июлендә вафат була. Өфө ҡалаһында ерләнгән.

Батырлығы

үҙгәртергә

«229-сы уҡсылар полкының 7-се уҡсылар ротаһы командиры (8-се уҡсылар дивизияһы, 18-се армия, 4-се Украин фронты) лейтенант Николай Пасов 1944 йылдың 26 июлендә Прут йылғаһы буйында һөжүм итеүҙе оҫта әҙерләй: рота дошман штабын ҡыйрата, күп техникаһын баҫып ала. Лелятин станцияһында дошман велосипедсыларының ҙур төркөмөн юҡ итә»[1].

1945 йылдың 24 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шуның менән бергә ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн лейтенант Николай Трофимович Пасовҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 610) тапшырылып «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 36, л. 371, 372).
  2. 2,0 2,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 3210, л. 17, 18).
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 3339, л. 2, 18, 19).
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 2547, л. 3, 46, 47).

Һылтанмалар

үҙгәртергә