Сәйфуллина Рәйсә Ғариф ҡыҙы

Сәйфуллина Рәйсә Ғариф ҡыҙы (6 декабрь 1931 йыл11 октябрь 2013 йыл) — театр актёры. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1952—1968 һәм 1992—1999 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры, 1968—1990 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1973–1988 йылдарҙа Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте мәҙәниәт һарайының башҡорт халыҡ театры етәксеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986).

Сәйфуллина Рәйсә Ғариф ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1932
Тыуған урыны Бишҡурай, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 11 октябрь 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө актёр

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәйсә Ғариф ҡыҙы Сәйфуллина 1931 йылдың 6 декабрендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Бишҡурай ауылында тыуған. 1949 йылда театр училищеһына уҡырға инә, унда ике ай уҡығандан һуң, шунда уҡ икенсе курсҡа күсерелә. Училищела буласаҡ ирем менән таныша.

Ижади эшмәкәрлеген 1952 йылда Ауырғазы колхоз-совхоз театрында (хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театры) башлай.

1968 йылға ҡәҙәр Рәйсә Сәйфуллина Салауат театрында уйнай. Ире, Вәзих Кәшәф улы Сәйфуллин, театрҙың баш режиссеры була. Театр сәхнәһендә жанры һәм тематикаһы буйынса төрлө булған спектаклдәрҙә тиҫтәләгән ролдәр башҡара.

1969 йылдан 1990 йылға тиклем ул Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй, бына бер нисә спектаклдә әсә образын тыуҙырыуға өлгәшә. Үткер характерлы ролдәрҙе лә, фажиғәле характерлы образдарҙы ла берҙәй үк уңышлы башҡара.

1992 йылда ире менән кире Салауат театрына әйләнеп ҡайта. 1994 йылда Салауат ҡалаһының иң яҡшы йыл актрисаһы тип таныла. «Театр яҙы-95» фестивалендә «Икенсе пландағы иң яҡшы роль өсөн» (Ф. Бүләковтың «Таштуғай» спектаклдә Ғәлиә роле өсөн) премияһына лайыҡ була.

«Театр яҙы-95» фестевалендә «Ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында иң яҡшы актриса булып таныла (Люси Купер — В. Дельмарҙың «Артабан — тынлыҡ» әҫәре).

Спектаклдәрҙәге ролдәре

үҙгәртергә
Салауат башҡорт дәүләт драма театры[1]
  • Ғәлиәбаныу — «Ғәлиәбаныу», М. Фәйзи,
  • Мәйсәрә — «Зәңгәр шәл», К. Тинчурин,
  • Гөлсәхрә — «Аршын — бәләкәй-алан» У. Ғәджибәков,
  • Ғәйниә — «Утлы өйөрмә», Ә. Мирзаһитов,
  • Нюра — «Туй көнөндә», В. Розов,
  • Зөлхәбирә — «Айгөл иле», М. Кәрим,
  • Әҡлимә — «Әбейҙәр кейәүгә сыға», «Бабай урлау», Ф. Бүләков,
  • Ғәлиә — «Таштуғай», Ф. Бүләков,
  • Люси Купер — «Артабан — тынлыҡ» Дельмар В,
  • Миләүшә — «Һау булығыҙ», Т. Миңнуллин,
  • Ғәлиә — «Хушлашыу сәскәһе — ярангөл», Ф. Бүләков.
Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры
  • Полина — «Трибунал», А. Макаенок,
  • Хазина — «Балаҡайҙарым», Ә. Атнабаев,
  • Арина — «Айһылыуҙың айлы кистәре», И. Абдуллин,
  • Оло инәй — «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар», М. Кәрим,
  • Ульяна — «Атай йорто» А. Коломеец,
  • ГаннА — «Кис», А. Дударев.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1968)
  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1986)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә