29 апрель
көнө
(29 апреля битенән йүнәлтелде)
29 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 119-сы (кәбисә йылында 120-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 246 көн ҡала.
29 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
29 апрель Викимилектә |
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Бейеү көнө.
- Химик ҡорал ҡулланыу ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- Ер: Балаларҙың уй-теләктәренең үтәлеү көнө.
- АҠШ: Ағас ултыртыу байрамы.
- Аргентина: Хайуандар көнө.
- Колумбия: Ағастар көнө.
- Ҡырғыҙстан: Бишкәк ҡалаһы көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған хеҙмәткәрҙәрен иҫкә алыу көнө.
- Украина: Футбол көнө.
- 1770: Британияның диңгеҙ капитаны Джеймс Кук беренсе булып Австралия ярҙарына аяҡ баҫа.
- 1882: Берлинда донъялағы тәүге эксперименталь троллейбус линияһы төҙөлә.
тулы исемлек
- 1897: Бөйөк Британия физигы Джозеф Томсон электронды асыуы тураһында белдереү яһай.
- 1905: АҠШ гражданы Дэниел Мелони аэростаттан ебәрелгән планерҙа тәүге осош яһай.
- 1913: Ҡаптырмаға патент алына.
- 1918: Петроградта хәҙерге «Ленфильм» киностудияһы ойошторола.
- 1961: Салауат музыка училищеһы (хәҙер колледж) асыла.
- 1982: Ҡытай халҡының һаны бер миллиардтан ашып китә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Казанская Людмила Васильевна (1905—5.10.1987), сәнғәт ғилеме белгесе. 1937 йылдан хәҙерге М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының ғилми һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1941—1942 йылдарҙа директор вазифаһын башҡарыусы, 1950—1960 йылдарҙа фондтарҙың төп һаҡлаусыһы, бер үк ваҡытта 1947—1949 йылдарҙа Башҡорт театр-художество училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостандың тәүге профессиональ сәнғәт ғилеме белгесе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Кушнаренко ауылынан.
- Әбделмәнов Йәмил Әбделәхәт улы (1965), йырсы (баритон), педагог. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1992—2001 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы, 2000 йылдан — хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 2002 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1999). Төрлө кимәлдәге ижади конкурстар, Аҡмулла (2004) һәм М. Өмөтбаев (2010) исемендәге премиялар лауреаты.
тулы исемлек
- Шильников Алексей Борисович (1970), журналист. 1997 йылдан «Туймазинский вестник» гәзите хәбәрсеһе, 2002 йылдан — мөхәррире, 2006 йылдан — «Республика Башкортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. Башҡортостан Республикаһының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011). Сығышы менән Туймазы ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Кулешов Сергей Павлович (1956), ғалим-физик-химик. Химия фәндәре докторы (2011). 1980 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Органик химия институты ғилми хеҙмәткәре, 1990 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1994 йылдан — Нефтехимия һәм катализ институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. 2011 йылдан — «СамараНИПИнефть» институты ғилми хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Пупыкина Кира Александровна (1966), ғалим-фармакогност. 1988 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Фармацевтика фәндәре докторы (2009), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2016). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Исхаҡов Вәдүт Ғәйфулла улы (1971), журналист, матбуғат һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2018 йылдан «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире, 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе.
- Арсаева Зөһрә Фәнил ҡыҙы (1976), радиожурналист. 1998 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре, радио студияһының өлкән мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2012), Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы ТӨРКСОЙ-ҙың журналистика өлкәһендәге премияһы (2019) һәм төрлө ижади конкурстар лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Башҡортостан ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Голов Вячеслав Николаевич (1962), журналист, 2005 йылдан «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррире. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2021), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Баянсы-композитор Наил Ғәлиев менән йырсы Мәғфирә Ғәлиеваның улы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Погорелец Ризида Камил ҡыҙы (1962), муниципаль хеҙмәт ветераны. 1980 йылдан халыҡ депутаттарының Стәрлетамаҡ ҡала Советы башҡарма комитеты һәм ҡала хакимиәте финанс бүлеге һәм финанс идаралығының яуаплы хеҙмәткәре, 2004—2005 йылдарҙа — хакимиәт башлығы урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы; 2006 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы территориаль финанс идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Фомина Елена Юрьевна (1972), балет артисы. 1990 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры балеринаһы, 2015 йылдан — педагог-репетитор, бер үк ваҡытта Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Башенина Нина Викторовна (1913—29.09.1994), ғалим-географ, геоморфолог. 1939 йылдан Көньяҡ Уралда һоро күмер ятҡылыҡтарын эҙләү буйынса Башҡортостан геология идаралығының геоморфология отряды начальнигы. 1945—1987 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы. География фәндәре докторы (1967), профессор (1982). Сығышы менән хәҙерге Санкт-Петербург ҡалаһынан.
- Колесников Виталий Фёдорович (1923—12.05.1992), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948 йылдан Баймаҡ ҡалаһының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1951 йылдан Баймаҡтың 4-се һигеҙ йыллыҡ, 1960 йылдан Баймаҡ районы Түбә ауылындағы 1-се рус урта, 1968—1983 йылдарҙа — Баймаҡтың 3-сө урта мәктәбе директоры. СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1957, 1980). Сығышы менән Ҡырғыҙ АССР-ының Петропавловка ҡасабаһынын.
тулы исемлек
- Грязютина Нина Ивановна (1928—10.11.2019), педагог. Туймазы ҡалаһы балалар баҡсаларының һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары буйынса ҡала һәм район методик берекмәләренең элекке етәксеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы (1995). Сығышы менән хәҙерге Киров өлкәһенең Слободский районы Бакули ауылынан.
- Герчиков Анатолий Яковлевич (1943), ғалим-физик-химик. 1969—1991 йылдарҙа һәм 1993 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003—2010 йылдарҙа химия факультеты деканы, 1991—1993 йылдарҙа Органик химия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (1995), профессор (1998). Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Һамар ҡалаһынан.
- Максимова Зоя Валеевна (1953), муниципаль орган хеҙмәткәре. 1984 йылдан Ҡалтасы район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1992—2009 йылдарҙа — район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районы Самарин ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғүмәров Хәлил Зәбир улы (1949), педагог, спорт тренеры. 1966–2005 йылдарҙа Баймаҡтағы 105-се һөнәрселек училищеһы уҡытыусыһы, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең элекке тренеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998).
- Һиҙиәтова Ирина Михайловна (1964), генетик-ғалим. 1991 йылдан Биохимия һәм генетика институтының ғилми хеҙмәткәре, 2000 йылдан өлкән, 2003 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 2010 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, 2017 йылдан — кешенең молекуляр генетикаһы лабораторияһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2009), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1686: Василий Татищев, Рәсәй империяһы тарихсыһы, географ, иҡтисадсы һәм дәүләт эшмәкәре.
- 1785: Карл Дрез, Германия инженер-уйлап табыусыһы (дрезина уның хөрмәтенә аталған).
тулы исемлек
- 1805: Огюст Барбье, Франция шағиры.
- 1805: Лев Пушкин, шағир Александр Сергеевич Пушкиндың энеһе һәм әҙәби секретары, Рәсәй империяһы офицеры.
- 1818: Александр II, 1855—1881 йылдарҙа Рәсәй императоры.
- 1875: Рафаэль Сабатини, Британия яҙыусыһы, мажаралы романдар авторы.
- 1885: Эгон Эрвин Киш, Чехия һәм Германия журналисы, яҙыусы, Интербригада ағзаһы.
- 1900: Иван Клюквин, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1901: Хирохито, Японияның 124-се императоры (1926—1989).
- 1905: Хэл Перейра, АҠШ рәссамы.
- 1915: Арнолдс Буровс, СССР һәм Латвия режиссёры, сценограф һәм рәссам-мультипликатор.
- 1930: Жан Рошфор, Франция киноактёры.
- 1930: Кёко Кисида, Япония актрисаһы, балалар яҙыусыһы.
- 1935: Андрей Зализняк, СССР һәм Рәсәй лингвисы, академик.
- 1950: Филлип Нойс, Австралия һәм АҠШ режиссёры, сценарист.
- 1955: Сергей Овчаров, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, сценарист, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1994).
- 1955: Лариса Удовиченко, СССР һәм Рәсәй киноактрисаһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1998).
- 1960: Роберт Джеймс Сойер, Канаданың фантаст яҙыусыһы.
- 1970: Андре Агасси, АҠШ тенниссыһы, олимпия чемпионы.
- 1970: Ума Турман, АҠШ актрисаһы.
- 1985: Бар Пали, Израиль һәм АҠШ актрисаһы.
- 1988: Джонатан Тэйвс, Канада хоккейсыһы, ике тапҡыр олимпия чемпионы.
- 1995: Виктория Синицина, Рәсәйҙең боҙҙа бейеүсе фигурисы, Европа чемпионы (2020).
- 1979: Әхмәлетдинов Фазылйән Фазлый улы, Советтар Союзы Геройы (1945).