Фомина Елена Юрьевна

Фомина Елена Юрьевна (29 апрель 1972 йыл) — балерина, Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында классик бейеү педагогы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).

Фомина Елена Юрьевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 апрель 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (52 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө балет артисы
Уҡыу йорто А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Елена Юрьевна Фомина 1972 йылдың 29 апрелендә Өфөлә тыуған.

1990 йылда А. Я. Ваганова исемендәге Ленинград академия хореография училищеһын (Рәсәй халыҡ артисы И. Зубковская класы) тамамлай.

Училищены тамамлағандан һуң, 1990 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһында эшләй башлай, 1994 йылдан — театрҙың төп солисы.

Театр Юрий Григорович менән хеҙмәттәшлек иткән йылдарҙа төп һәм соло партияларҙы башҡара. Маэстроның Өфө спектаклдәр премьераларында «Щелкунчик»та Мари һәм «Аҡҡош күле»ндә Одетта-Одиллия партияларын бейей.

Өфөлә Р. Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестиваленең күп тапҡыр ҡатнашыусыһы. К. Пакетт (Grand Opera), А. Карбонэ (Opera Grand), И. Корнеев (Дрезден Операһы), А. Волчков (Ҙур театр), А. Евдокимов (Ҙур театр) һәм башҡалар менән бергә сығыш яһай.

2006 йылда VII Халыҡ-ара Волков фестивалендә күрһәтелгән Ләйлә Исмәғилеваның «Арҡайым» балетында ҡатнаша, спектакль Рәсәй Хөкүмәтенең Ф. Волков исемендәге премияһына лайыҡ була.

Контракт буйынса Словакия халыҡ театрының балет труппаһында (Братислава) прима-балерина вазифаһында эшләне.

Әлеге ваҡытта Башҡорт опера һәм балет театрының бөтә спектаклдәрендә бейей.

2004 йылдан сәхнә эшмәкәрлеген педагогик эше менән берлектә алып бара (опера һәм балет театрында педагог-репетитор һәм Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжының классик бейеүе педагогы).

2008 йылда А. Я. Ваганова исемендәге Санкт-Петербург балет академияһының «педагог-балетмейстеры» һөнәре буйынса дилом алды.

2011 йылдың февралендә Елена Фоминаның бенефисы үтте, бенефис уның ижади эшмәкәрлегенең 20-йыллығына арналды һәм Л. Минкустың «Дон Кихот» балетында Е. Фоминаның (Китри) партнеры Мариин театры солисы Владимир Шкляров (Базилев) булды.

Театр составында АҠШ-та (1995, 1996), Голландияла (1996), Италияла (2000, 2003, 2004, 2010, 2011), Мысырҙа (2003, 2005), Португалияла (2005), Таиландта (2006, 2008), Германияла (2011), Чехияла (2011), Латвияла (2011), Финляндияла (2011) гастролдәрҙә булды.

Репертуары

үҙгәртергә
  • П. Гертель «Тщетная предосторожность». Лиза
  • Х. Левенсхольд «Сильфида». Сильфида
  • А.Адан «Жизель». Жизель, Мирта
  • А. Адан «Корсар». Медора
  • И. Штраус «Зәңгәр Дунай». Анель, Франциска, Вакханка
  • Л. Минкус «Дон Кихот». Китри, Жуанита һәм Пиккилия, Уличная танцовщица, Видение Китри, Повелительница дриад, Первая вариация
  • Л. Минкус «Баядерка». Никия, Гамзатти
  • Л. Минкус «Пахиат». Пахита, Вариациялар
  • Ш. Гуно «Вальпургиев төнө». Вакханка
  • К. Сен-Санс «Вакханалия». Ҡыҙ
  • «Шопениана» Етенсе вальс һәм мазурка, Ун беренсе вальс
  • П. Чайковский «Аҡҡош күле». Одетта-Одиллия, Испан кәләше
  • П. Чайковский «Спящая красавица». Аврора, Фея Сирени, Фея Золота, Фея Серебра
  • П. Чайковский «Щелкунчик». Мари, Француз ҡурсағы, Испан ҡурсағы
  • А. Глазунов «Раймонда». Раймонда
  • «La Marionnette» на музыку И.Стравинского. Фокусник-ҡыҙ
  • Б. Асафьев «Баҡсаһарай фонтаны». Зарема
  • С. Прокофьев «Ромео и Джульетта». Джульетта
  • С. Прокофьев «Золушка». Золушка
  • Ж. Бизе — Р. Щедрин «Кармен-сюита» Кармен
  • К. Караев «Ете сибәр». Магриб сибәре
  • Л. Степанов, З. Исмәғилев. «Сыңрау торна» Торналар башлығы
  • Л. Исмәғилева. «Хужа Насретдин». Гюльджан
  • Л. Исмәғилева «Арҡайым». Эрке
  • Р. Сабитов «Прометей». Муза.
  • Н. Сабитов «Алтын асҡыс сере». Мальвина
  • П. Овсянников. «Том Сойер». Тетя Полина

Концерт номерҙары

үҙгәртергә
  • «Тарантелла» (Л. Готшлак музыкаһы, Дж. Баланчин хореографияһы)
  • Д. Шостаковичтың «Золотой век» балетынан адажио (Ю. Григорович хореографияһы)
  • «Ямай румбаһы» (А. Бенджамен музыкаһы, Р. Абушахманов хореографияһы)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә