Исхаҡов Вәдүт Ғәйфулла улы
Исхаҡов Вәдүт Ғәйфулла улы (29 апрель 1971 йыл) — педагог, журналист, матбуғат һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2018 йылдан «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире. 2020 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе.
Исхаҡов Вәдүт Ғәйфулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 29 апрель 1971 (53 йәш) |
Тыуған урыны | Ураҙбай, Этҡол ауыл советы, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | журналист |
Уҡыу йорто |
Башҡорт дәүләт университеты Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы |
Биографияһы
үҙгәртергәВәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов 1971 йылдың 29 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Ураҙбай ауылында тыуған.
1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
1993 йылдың авгусынан 1999 йылдың сентябренә тиклем Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.[1]
1999 йылдың сентябренән 2000 йылдың ғинуарына тиклем — Ишембай ҡала уҡытыу-производство комбинаты директоры.
2000 йылдың ғинуарынан 2006 йылдың ғинуарына тиклем — «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе.
2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлай.
2006 йылдың ғинуарынан 2015 йылдың апреленә тиклем — Ишембай ҡалаһы һәм районының «Торатау» гәзитенең баш мөхәррире.
2015 йылдың апреленән 2018 йылғаса — Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» ДУП нәшриәт йорто филиалы — Ишембай мәғлүмәт үҙәге директоры, «Торатау» гәзите баш мөхәррире.
2018 йылдан «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире, 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе.
Маҡтаулы исем һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре (2022)
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Исхаков Вадут Гайфуллович. Депутаты 2021 йыл 12 ноябрь архивланған.