26 сентябрь
көнө
(26 сентябрҙә битенән йүнәлтелде)
26 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 269-сы көнө (кәбисә йылында 270-се). Йыл аҙағына тиклем 96 көн ҡала.
26 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
26 сентябрь Викимилектә |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Ядро ҡоралын тулыһынса юҡ итеү өсөн көрәш көнө.
- Ер: Һаңғырауҙар көнө.
- Тирә-яҡ мөхит сәләмәтлеге көнө.
- Европа Берләшмәһе: Европа телдәре көнө.
- Йемен: Революция көнө.
- Яңы Зеландия: Дәүләт көнө.
- Ҡаҙағстан: Хеҙмәт көнө.
- Эквадор: Дәүләт флагы көнө.
Төбәк байрамдары
- Яҡут (Саха) Республикаһы: Эшҡыуарҙар көнө.
- 1789: АҠШ-та дәүләт секретары вазифаһы индерелә, беренсе булып уға Томас Джефферсон тәғәйенләнә.
- 1887: Эмиль Берлинер беренсе граммофон эшләй.
тулы исемлек
- 1931: Баҡалы район гәзитенең тәүге һаны донъя күрә.
- 1371: Ғосман империяһының Марица алышы еңеүе.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Рәжетдинов Урал Зәғәфуран улы (1935—2016), нефтсе. 1986—1999 йылдарҙа «Өфөнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Таймый ауылынан.
- Эткина Эсфирь Исааковна (1950), ғалим-педиатр, 1979 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992 йылдан балалар ауырыуҙары кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1993), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Веремеенко Сергей Алексеевич (1955), ғалим-инженер-механик, йәмәғәтсе. Техник фәндәр докторы (1994). 1978 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, 1984 йылдан лаборатория мөдире. 1987 йылдан Бөтә Союз магистраль торба үткәргестәр төҙөү ғилми-тикшеренеү институтының Төмән филиалы директоры, 1989 йылдан Көнбайыш Себер инженерлыҡ үҙәгенең (Сорғот ҡалаһы) баш инженеры—директор урынбаҫары. 1991 йылдан Төньяҡ сауҙа банкыһы филиалы директоры, 1992 йылдан Халыҡ-ара сәнәғәт банкыһы идарасыһы, 2003 йылдан Халыҡ-ара инвестицион проекттар һәм төҙөлөш иҡтисады институты директоры, 2004 йылдан — Халыҡ-ара сәнәғәт концерны, Бөтә Рәсәй еңел иретмәләр институты, «Сапфир» ғилми-производство предприятиеһының директорҙар советы рәйесе (бөтәһе лә Мәскәү). 2003 йылдан Төбәктәр үҫешенә булышлыҡ итеү фонды, 2005—2009 йылдарҙа Рәсәйҙең Хәҙерге бишбәйге федерацияһы президенты, 2004 йылдан Рәсәй инженерлыҡ академияһы вице-президенты. 5-се саҡырылыш Закондар сығарыу йыйылышы депутаты. Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1987). Сығышы менән Переславль-Залесский ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Борис Самородов (1931—13.02.2016), спортсы. 1961—1975 йылдарҙа мотоспорт буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. Боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса шәхси ярыштарҙа донъя (1967), Европа (1965), СССР (1959, ике тапҡыр 1961, 1962; 1963, 1967), РСФСР (1959, 1961—1965) чемпионы. СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2002) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2004).
- Васильев Владимир Иванович (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим-электрон техника инженеры. 1970 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 1995 йылдан — иҫәпләү техникаһы һәм мәғлүмәтте һаҡлау кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Р. Р. Мәүлитов исемендәге премия лауреаты (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Антошкин Виктор Николаевич (1956), ғалим-социолог. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (2005), профессор (2011).
- Ханнанов Вәсил Мирғәзийән улы (1956), рәссам. 1990 йылдан СССР Рәссамдар союзы һәм «Сыңғыҙхан» ижад берекмәһе ағзаһы, 1992 йылдан - берекмә етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының (2017) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған рәссамы. Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
- Илдар Абдразаҡов (1976), опера йырсыһы (бас). 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 2000 йылдан — Санкт-Петербургтың Мариин театры солисы. Рәсәйҙең атҡаҙанған (2021), Башҡортостан Республикаһының (2011) һәм Татарстандың (2013) халыҡ артисы. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2014) һәм Салауат Юлаев (2018) ордендары кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Савельев Александр Сергеевич (1932—12.06.2021), Башҡортостанда йәшәп ижад иткән сыуаш шағиры, яҙыусы, тәржемәсе. 1994 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Юламан ауылынан.
- Бикмәтов Мират Әхмәтшәриф улы (1937), мәғариф, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1961 йылдан Әбйәлил районы Күсем һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы; 1966 йылдан КПСС район комитетының агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире, 1969 йылдан — секретары, 1988 йылдан — инструкторы; 1991 йылдан — район Советы башҡарма комитеты инструкторы, бүлек мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981). Халыҡтар Дуҫлығы (1986), ике «Почёт Билдәһе» ордены (1971, 1973) кавалеры. Бөтә Рәсәй (1973) һәм Бөтә Союз (1985) үҙешмәкәр сәнғәт конкурстары лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Учалы ауылынан.
тулы исемлек
- Васильев Александр Иванович (1952), педагог. 1978 йылдан Салауат ҡала мәктәптәре директоры, 1988 йылдан ҡала мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары, 2007 йылдан 16-сы, 2009 йылдан — 15-се мәктәп директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1993), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Йосопова Миңлебикә Әкрәм ҡыҙы (1952), малсы. 1970—2007 йылдарҙа Баймаҡ районы «Сибай» совхозы һауынсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән ошо райондың Баймырҙа ауылынан.
- Илембәтов Азамат Фәттәх улы (1972), ғалим-инженер, хужалыҡ, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2004—2005 йылдарҙа Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры; 2006—2008 йылдарҙа Хәйбулла район хакимиәте башлығы. 2011 йылдың ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, апрелдән — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, майҙан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры. Техник фәндәр кандидаты (2002).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Кирәев Арыҫланбәк Иҙиәт улы (1908—14.06.1952), механизатор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1934—1952 йылдарҙа Шишмә районының Ленин исемендәге колхозы комбайнсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1951). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Тирмә ауылынан.
- Хәлисов Марат Хаммат улы (1948), зоотехник. Ауыл һәм урман хужалығы, муниципаль орган хеҙмәткәре. 1985 йылдан Әбйәлил районы ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы, 1989 йылдан Шайморатов исемендәге колхоз рәйесе, 1992—2008 йылдарҙа Әбйәлил урман хужалығы директоры; 2007—2010 йылдарҙа район советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (2005). Сығышы менән ошо райондың Ишбулды ауылынан.
тулы исемлек
- Буранбаев Зәйнулла Заһит улы (1953), зоотехник. 1975 йылдан Баймаҡ районы Салауат исемендәге колхоздың яһалма ҡасырыу технигы (осеменатор), 1978 йылдан селекционер-зоотехнигы, 1982 йылдан — баш зоотехнигы, 2003—2004 йылдарҙа — колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1985). Сығышы менән ошо райондың Үрге Яйыҡбай ауылынан.
- Грищенко Александр Алексеевич (1958), инженер-механик, сәнәғәт, комсомол һәм именлек органдары хеҙмәткәре. 1981 йылдан КПСС-тың 22-се съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводының цех мастеры, 1983 йылдан — заводтың ВЛКСМ комитеты секретары; 1985 йылдан дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2000—2011 йылдарҙа Рәсәй федераль именлек хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының начальник урынбаҫары. Контразведканың почётлы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Почёт ордены кавалеры. Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Попова Надежда Александровна (1944), спортсы, юғары категориялы тренер. 1993 йылдан Байдарка һәм каноэла ишеү буйынса олимпия резервы спорт мәктәбенең өлкән тренер‑уҡытыусыһы, 1998 йылдан — директоры, 2009 йылдан — тренер‑уҡытыусыһы. Байдарка һәм каноэла ишеү буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2000) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1968). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Вәлиев Руслан Зөфәр улы (1949), ғалим-физик, 1996—2004 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), физика-математика фәндәре докторы (1984), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2015), Башҡортостан комсомолы премияһы (1977), Германияның Гумбольдт исемендәге фонд премияһының ике тапҡыр лауреаты (2001, 2007).
тулы исемлек
- Хәйерова Людмила Олеговна (1949), хеҙмәт ветераны. 1970–2011 йылдарҙа Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең әйҙәүсе мөхәррире, ижтимағи-сәйәси әҙәбиәт редакцияһының етәксе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000).
- Мөхәсимова Рәлинә Риф ҡыҙы (1964), мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1984 йылдан Краснокама районы Яңы Ҡайынлыҡ ауыл мәҙәниәт йорто директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Бигәнәй ауылынан.
- Йосопов Марсель Жәлил улы (1984), Рәсәй спортсыһы, көрәшсе, йәмәғәтсе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы. Көрәш буйынса ике тапҡыр Европа, күп тапҡырҙар Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы. Рәсәй Федерацияһының спорт мастеры.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1849: Иван Павлов, Рәсәй империяһы физиологы, Нобель премияһы лауреаты (1904).
- 1885: Сергей Герасимов, рәссам, СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1958).
тулы исемлек
- 1895: Владимир Азин, Рәсәйҙәге 1918—1920 йылдарҙағы граждандар һуғышында дивизия командиры, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- 1915: Сергей Смирнов, СССР яҙыусыһы, тарихсы, радио- һәм телетапшырыуҙар алып барыусы, йәмәғәтсе. Ленин премияһы лауреаты (1965).
- 1923: Александр Межиров, СССР шағиры, тәржемәсе, СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1986).
- 1965: Пётр Порошенко, Украинаның 2014—2019 йылдарҙағы президенты.
- 1981: Серена Уильямс, АҠШ тенниссыһы.
- 1800: Салауат Юлаев, башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе.
- 1868: Август Мёбиус, Германия математигы, астроном.