Юламан (Башҡортостан)
Юламан (рус. Юламаново) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 407 кеше[1]. Почта индексы — 453480, ОКАТО коды — 80205846003.
Ауыл | |
Юламан Юламан | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тарихы
үҙгәртергәЮламан ауылына 1745 йылда аҫаба башҡорттар нигеҙ һала. Сотник Аҡҡолай Бикташев етәкселегендә Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы аҫабалары Юламан Таймаҫовты һәм уның иптәштәрен Асау йылғаһы (башынан алып уның тамағына тиклем) буйындағы аҫаба ерҙәренә йылына 4 һыуһар һәм бал батманы өсөн индерә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Юламандың ата-бабалары 1669 йылда уҡ керҙәш булған, уларҙың береһе Талач Мерәҫов ошо уҡ йылға янында Талач ауылына нигеҙ һалған. Шулай итеп, Юламан 76 йылдан һуң керҙәшлекте тергеҙгән генә (уның тамғаһы). Уның улы Ноғман Юламанов (уның улдары Әғлиулла, Хажиәхмәт) һәм башҡа ерһеҙ башҡорттар типтәр ҡатламына күсә. 1783 йылда Яңы Алмантай ауылынан яңы суҡындырылған сыуаштар күсеп килә. V ревизия ваҡытына улар 14 кеше иҫәпләнә. Артабан этник состав буйынса ауыл сыуаш булып китә. 1870 йылда 2 йортта — 26 башҡорт, 34 йортта 205 сыуаш йәшәгән. 1902 йылда унда 388 кеше менән 58 йорт асыҡлана. 18 йылдан һуң йорт-хужалыҡтар һаны 80-гә барып етә[2].
Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған.
Хәҙерге осор
үҙгәртергәЮламан ауылы Талбазы ауыл Советына ҡарай. Ауылда төп мәктәп (Талбазы лицейы филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар[3].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 407 | 200 | 207 | 49,1 | 50,9 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, милләттең күпселеге - сыуаштар (95%).
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәЧегаклы йылғаһы (Ауырғазы йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан
Урамдары
үҙгәртергә- Королев урамы (рус. улица Королева)
- Ленин урамы (рус. улица Ленина)
- Урман урамы (рус. Лесная улица)
- Нефтселәр урамы (рус. улица Нефтяников)
- Николаев урамы (рус. улица Николаева)
- Күл урамы (рус. Озерная улица)
- Баҫыу урамы (рус. Полевая улица)
- Производство урамы (рус. Производственная улица)
- Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)
- Йәйғор урамы (рус. Радужная улица)
- Сиркәү урамы (рус. Церковная улица)[4]
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Савельев-Сас Александр Сергеевич (26 сентябрь 1932 йыл) — сыуаш шағиры, яҙыусы. Халыҡ мәғарифы алдынғыһы. М. Трубина, Ф. Кәрим, Ауырғазы район хакимиәтенең Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премиялар лауреаты. Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994). Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йәшәй һәм эшләй.
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Сыбар ат күле
- Чегаклы йылғаһы
Видеояҙмаларҙа
үҙгәртергәЮламаново - частица Республики Башкортостан[5]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 57. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Юламан ауылы
- ↑ Госсправка сайтында урам исемдәре
- ↑ YouTube сайтында Видео
Һылтанмалар
үҙгәртергә- 1850 йылғы ревизия материалдары 2021 йыл 23 октябрь архивланған.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 57. — ISBN 978-5-295-04683-4..
- Юламан (Башҡортостан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |