Бейешев Әхмәт Әлмөхәмәт улы
Бейешев Әхмәт (Әхмәҙулла) Әлмөхәмәт улы (24 февраль 1896 йыл — 27 сентябрь 1937 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт милли хəрəкəтендә ҡатнашыусы һәм уның идеологы, Башҡорт ғәскәрен ойоштороусыларҙың береһе, РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты политсекретары, 1920—1921 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе. Сәйәси золом ҡорбаны.
Әхмәт Әлмөхәмәт улы Бейешев | |||
| |||
---|---|---|---|
Тыуған: | 24 февраль 1896 Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 5-се Үҫәргән улысының Иҙелбай ауылы (хәҙер Ырымбур өлкәһе, Ҡыуандыҡ районы) | ||
Үлгән: | 27 сентябрь 1937 (41 йәш) РСФСР, Мәскәү | ||
Партия: | 1920 йылдан РКП(б) ағзаһы |
Биографияһы
үҙгәртергәӘхмәт (Әхмәҙулла) Әлмөхәммәт улы Бейешев 1896 йылдың 24 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 5-се Үҫәргән улысының Иҙелбай ауылында тыуған (хәҙер Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы)[1].
Ырымбур ҡалаһында уҡытыусылар семинарияһын тамамлай. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Февраль революцияһынан һуң, Башҡорт ғәскәре сафтарына кавалерия полкы командиры сифатында инә (1919 йылдың февраленә тиклем) һәм ошо ғәскәрҙең хәрби-ялан суды ағзаһы була.
1918 йылдың авгусынан Башҡорт хәрби шураһы буйһоноуында булған ирекле отрядтарҙың бүлек начальнигы, шул уҡ йылдың октябренән Ғ. С. Иҙелбаев исемендәге 2‑се Башҡорт кавалерия полкы командиры булып хеҙмәт итә.
Силәбелә урынлашҡан Башҡорт хөкүмәте һәм Башҡорт армияһы Совет власы яғына күскәндән һуң Әхмәт Бейешев БашЧК рәйесе итеп тәғәйенләнә Һуңынан хеҙмәт һәм социаль тәьминәт наркомы булып эшләй.
1920 йылда БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе итеп һайлана, ә 1921 йылдың июленән ноябренә тиклем РКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы секретары була. Был осорҙа ул башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ғәмәлгә ашырыу эшенә күп көс һала. Артабан ул профсоюз һәм хужалыҡ эштәрендә хеҙмәт итә.
Әхмәт Бейешев Башҡортостандың автономияһын, уның сәйәси һәм иҡтисади мәнфәғәттәрен, башҡорт халҡының мәҙәниәтен яҡлай. Башҡорттарҙы партия һәм совет эшенә йәлеп итеү өсөн көрәшә. Милләтселектә һәм авантюризмда ғәйепләнә[2]/
1926 йылда Әхәмт Бейешевты Мәскәүгә ВКП (б) Үҙәк Комитеты ҡарамағына саҡырып алалар. Баш ҡалала ул Бөтә Рәсәй сәнәғәт кооперацияһында өлкән консультант булып эшләй[3]. 1935 йылда И. В. Сталин исемендәге Бөтә Союз сәнәғәт академияһын тамамлай. Мәскәүҙә Покровские Ворота урамының 4/15-се йортоноң 3-сө квартираһында йәшәй.
1937 йылдың 20 июнендә Советтарға ҡаршы милли ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алына һәм репрессиялана. 27 сентябрҙә СССР Юғары Советының хәрби коллегияһы ҡарарына ярашлы үлем язаһына хөкөм ителә. Хөкөм ҡарары шул көндә үк атҡарыла. 1937 йылдың 27 сентябрендә атып үлтерелә.
Ерләнгән урыны — Мәскәү, Дон зыяраты.
Әхмәт Бейешев 1957 йылдың 31 октябрендә аҡлана.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Бейешев Әхмәт Әлмөхәмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 февраль 2021)
- Биишев Ахмед (Ахмедулла) Альмухаметович
- Биишев Ахмед Альмухаметович
- Азат Ярмуллин. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө — 2009, 81-84 б.