Ғайсин Салауат Мөхтәр улы

Ғайсин Салауат Мөхтәр улы (24 февраль 1940 йыл5 ғинуар 2023 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1992-2011 йылдарҙа «Башинформсвязь» йәмғиәтенең генераль директоры [1][2][3]. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Ғайсин Салауат Мөхтәр улы
Тыуған көнө

24 февраль 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Учалы районы, Рәсүл ауылы

Вафат булған көнө

5 ғинуар 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (82 йәш)

Вафат булған урыны

Өфө

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

1992-2011 йылдарҙа «Башинформсвязь» берекмәһенең генераль директоры

Наградалары һәм премиялары

СССР-ҙың Почётлы радисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә хеҙмәткәре

Биографияһы үҙгәртергә

Салауат Мөхтәр улы Ғайсин 1958-1959 йылдарҙа Учалы ҡалаһындағы төҙөлөш тресында ташсы һәм балта оҫтаһы булып эшләй.

1964 йылда Себер дәүләт телекоммуникациялар һәм информатика университетын, атап әйткәндә, Новосибирский элемтә электротехник институтын «телефон-телеграф бәйләнеше» һөнәре буйынса тамамлай.

1965—1975 йылдарҙа — баш инженер, артабан Белореттағы элемтә эксплуатацион-техника үҙәге начальнигы.

1976 йылдан Башҡорт АССР-ның ПТУС начальнигы урынбаҫары, 1987 йылдың ноябрендә ул бер тауыштан предприятие начальнигы итеп һайлана. 1992 йылда, БАССР ПТУС-ы «Башинформсвязь» ААЙ итеп үҙгәртелгәндән һуң, Салауат Ғайсин предприятиеның генераль директоры итеп тәғәйенләнә һәм уны 2011 йылға саҡлы етәкләй.

1990—1995 йылдарҙа БАССР Юғары Советы депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты итеп һайлана, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзаһы була [4].

Рәсәй Тәбиғи фәндәр Академияһының Почетлы академигы, Башҡорт дәүләт университетының Почетлы академигы, Телекоммуникацияларҙың Сифат Академияһы мөхбир ағзаһы, «Өфө» футбол командаһының Почетлы президенты.

2011—2014 йылдарҙа — «Башинформсвязь» ААЙ-енең Директорҙар советы рәйесе, «Ростелеком» ААЙ-е президенты кәңәшсеһе. Ғайсин Салауат Мөхтәр улының һәм ул етәкләгән ун мең кешенән торған предприятие хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығы менән БР халҡы фатирҙарында стационар телефондар урынлаштырыу йыл һайын 50 меңдән артыҡ тәшкил итә. Ҡалаларҙа яҡынса 60 процент ғаилә һәм ауыл ерҙәрендә 23 процентҡа яҡын ғаилә телефондар менән тәьмин ителгән. Башҡортостан Республикаһында урындағы тапшырғыстарҙың 72 радио тапшырыуы, 200 телевизион программаһы халыҡ иғтибарына еткерелә.

Ғаиләһе: өйләнгән, улы бар.

Салауат Мөхтәр улы Ғайсин 2023 йылдың 5 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат булды[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • Салауат Юлаев ордены
  • «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы.
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе
  • «Элемтә оҫтаһы».
  • СССР-ҙың Почётлы радисы
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтәсеһе

Башҡорт дәүләт университетының Почётлы докторы, Коммуникациялар сифаты Халыҡ-ара академияһының мөхбир ағзаһы һәм Халыҡ-ара меценатлыҡ академияһы ағзаһы.

Китаптары үҙгәртергә

  • «Очерки истории связи Башкирии» (Уфа, 1987)
  • «Электросвязь в Башкортостане: от телеграфа до Интернета» (Уфа, 2001).
  • «Верность слову» (Уфа, 2005)
  • «Исповедь» (Уфа,2006).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

«Республика Башкортостан» гәзите, 2010 й., 3-сө һан. "В ногу со временем" мәҡәләһе.

Һылтанмалар үҙгәртергә