Кукушин Вадим Сергеевич

Кукушин Вадим Сергеевич (24 февраль 1939 йыл) — Рәсәй ғалимы, педагогика профессоры.

Кукушин Вадим Сергеевич
Тыуған көнө

24 февраль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (85 йәш)

Тыуған урыны

Таганрог

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр кандидаты

Ғилми исеме

профессор

Тышҡы рәсемдәр
В. С. Кукушин

Биографияһы

үҙгәртергә

Вадим Сергеевич Кукушин 1939 йылдың 24 февралендә Таганрог ҡалаһында тыуған.

1956 йылда Таганрогта 23-сө урта мәктәпте тамамлай.

1961 йылда Новочеркасск инженер-мелиорация институтының гидротехника факультетын «Гидромелиорация» һөнәре буйынса тамамлай, инженер-гидротехник. Шулай уҡ 1989 йылда Ростов архитектура институтының архитектура факультетын «Торлаҡ һәм йәмәғәт биналары архитектураһы» һөнәре буйынса тамамлай, архитектор. 1991 йылда Ростов педагогия институтын «Педагогика теорияһы һәм методикаһы» һөнәре буйынса тамамлай.

Аспирантурала көндөҙгө бүлектә уҡый. Волгоград ауыл хужалығы институтында эшләй, унда 1965 йылда диссертация яҡлай. Ростов уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында, Новочеркасск, Краснодар ҡалаларының юғары уҡыу йорттарында, ә 19721981 йылдарҙа Рәсәй стратегик тикшеренеүҙәр институтында эшләй. 19891993 йылдарҙа Таганрог дәүләт педагогия институтының социаль педагогика факультетында эшләй, Таганрог дәүләт педагогия институты профессоры була[1], шулай уҡ Мәскәү ҡалаһындағы Бөтә донъя технология университетының Таганрог филиалы психология һәм валеология кафедраһы профессоры[2] һәм Новочеркасск дәүләт мелиорация академияһының инженер педагогикаһы кафедраһы профессоры була[3]. 2012 йылдан алып хәҙерге ваҡытҡа тиклем Дон дәүләт техник университетының төҙөлөш һәм архитектура Академияһы архитектура кафедраһы профессоры[4]. Халыҡ-ара белем биреү федерацияһы консультатив советы ағзаһы (1997).

«Таганрог. Энциклопедия» нәшриәтенең мөхәрририәт советы ағзаһы.

Техник фәндәр кандидаты, иҡтисад буйынса доцент, инженер педагогикаһы профессоры[4]. Халыҡ-ара экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу академияһы Академигы (1998) һәм педагогия һәм социаль фәндәр Академияһы Академигы (2002). Тыныслыҡ илсеһе (2005)[2], «Ковчег» Шахты ҡала мәҙәни үҙәгенең «Почётлы ковчегсыһы»[5][2].

Новочеркасск һәм Пролетарск ҡалаларының һыу паркы проектының баш архитекторы була; шулай уҡ Башҡортостандың Милли паркы һәм Углич ҡала-ҡурсаулығында яр буйы урамын төҙөкләндереү проектының баш архитекторы була[4].

Новочеркасскта гидропарк проекты өсөн В. С. Кукушин һәм уның диплом яҡлаусылары СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш миҙалы менән бүләкләнәләр[4]. 1996 йылда уның элекке студенттарының береһе Рәсәйҙә иң яҡшы магистр эше өсөн алтын миҙалға лайыҡ була[4].

Таганрогтың 300-йыллығына «Город у моря» әҙәби премия лауреаты (1998), «Көньяҡ баш ҡала» архитектура конкурсы лауреаты (2002), Бөтә Рәсәй «Иң яҡшы дәреслек» конкурстары лауреаты (2005, 2006, 2007, 2010), «Бенефис» Халыҡ-ара VIP-премия лауреаты (2008, 2009, 2010, 2011).

700-ҙән артыҡ баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәр авторы, шулар иҫәбендә йөҙҙән артыҡ дәреслек һәм ҡулланма әсбап.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә