Тимерғәлиева Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы
Тимерғәлиева Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы (рус. Тимергалиева Хамдуна Саитгалиевна; 24 май 1949 йыл — 14 сентябрь 2020 йыл) — йырсы. Татарстан АССР-ының халыҡ (1991) һәм атҡаҙанған артисы (1987), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2020).
Тимерғәлиева Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы | |
татар. Хәмдүнә Сәетгали кызы Тимергалиева | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй Башҡорт АССР-ы Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d] |
Тыуған көнө | 24 май 1949 |
Тыуған урыны | Ҡотлояр |
Вафат булған көнө | 14 сентябрь 2020 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡазан, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Курган (кладбище)[d] |
Һөнәр төрө | йырсы, хормейстер, хоровой дирижёр |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 2020 |
Йырсы тауышы | меццо-сопрано[d] |
Жанр | эстрада[d], татар халыҡ йыры[d], татарская поп-музыка[d] һәм башҡорт халыҡ йыры[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тимерғәлиева Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәТимерғәлиева Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы 1949 йылдың 24 май Башҡорт АССР-ының Борай районы Ҡотлояр ауылында тыуа. Йәш сағында Өфө телефон станцияһында монтёр булып эшләй, художестволы үҙешмәкәрлектә йырлай. 1970 йылда Башҡорт мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлағандан һуң Яңауыл мәҙәниәт йортонда хор етәксеһе вазифанһын башҡара. 1976—1987 йылдарҙа Ҡазанда Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһының эстрада бүлегендә солист-вокалист булып эшләй. Һуңынан «Салауат» йыр студияһы менән хеҙмәттәшлек итә, 2015 йылдан — филармония ҡарамағындағы «Илһамият» сәхнә ветерандары клубы студияһы йырсыһы, шулай уҡ «Барс-Медиа» продюсерлыҡ үҙәге йырсыһы була[1]. Йырсының репертуарында 1 меңгә яҡын йыр, шуларҙың ике йөҙө — халыҡ йырҙары. Хәмдүнә Тимерғәлиева беренселәрҙән булып «Йома», «Яңғыҙ ҡайын», «Картуф», «Ғәлигә барам әле», «Эх, замана», «Тәтешле көйө», «Эх, Мәҙинә, Мөкәрәмә», «Борай», «Бибизәкә», «Беҙҙең дуҫтар мариҙар» һәм башҡа боронғо башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын профессиональ йырлай[2]. Репертуарында татар халыҡ йырҙары, шул иҫәптән һирәк башҡарылған йырҙар, шулай уҡ татар (Ф.М.Хәтипов, Ф.А.Әхмәтов, Р.М.Яхин һ.б.) һәм башҡорт (З.Ғ.Исмәғилев, А.М.Ҡобағошов, С.Ә.Низаметдинов, Р.М.Хәсәнов һ.б.) композиторҙары әҫәрҙәре. 1984 йылда Мәскәү ҡалаһында ТАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә ҡатнаша.
Танылған сәхнә оҫталары Э.Йәләлетдинов, Ғ. Рәхимҡолов, И. Шакиров менән концерт бригадаларында эшләү уға йырсы булараҡ камиллашырға һәм эстрада коллективын ойошторорға ярҙам итә. Гастролдәр менән Төркиәлә, Австралияла, Кореяла һәм башҡа илдәрҙә сығыш яһай[3].
Ул шулай уҡ бөтә Рәсәй буйлап, Молдавия, Украина, Урта Азия дәүләттәрендә, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә уңышлы сығыш яһай[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа исемдәре
үҙгәртергәБашҡортостандың Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге призға Республика йәш йырсылар конкурсы (Өфө ҡалаһы, 1971)
«Татар йыры» Халыҡ‑ара эстрада фестивале (Ҡазан ҡалаһы, 2013) лауреаты.
Татарстан АССР-ының атҡаҙанған артисы (1987 йыл)[5].
Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (1991 йыл)[6]
«Ҡазан ҡалаһының 1000 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (2005 йыл)
«Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (2015 йыл)[7].
Татарстан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты
Татарстан мәҙәниәт министрлығының күкрәккә таға торған «Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштар өсөн» билдәһе (2004 йыл)
Татарстандың һәм Башҡортостандың бик күп район-ҡалаларының Почёт грамоталары[3].
Татарстан Мәҙәниәт министрлығының «Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштар өсөн» күкрәккә таға торған билдәһе бар[3].
2020 йылда Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы үлгәндән һуң Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы исеменә лайыҡ була[8]. Уны 15 сентябрҙә йырсының туғандарына тапшыралар[9][10][11].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ушла из жизни популярная певица Хамдуна Тимергалиева . Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова. Дата обращения: 16 февраль 2024.
- ↑ Хәмдүнә Тимерғәлиеваға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде . Ағиҙел журналы. Дата обращения: 16 февраль 2024.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 ТИМЕРГАЛИЕВА Хамдуна Саетгалиевна
- ↑ Яйыҡ. Хәмдүнә Тимерғәлиева вафат булды
- ↑ «Одним словом — легенда»: Татарстан и Башкирия прощаются с Хамдуной Тимергалиевой
- ↑ Из жизни ушла народная артистка Татарстана Хамдуна Тимергалиева - видео
- ↑ Признание заслуг
- ↑ Хамдуне Тимергалиевой присвоено звание народной артистки Башкортостана 2020 йыл 26 сентябрь архивланған.
- ↑ Хәмдүнә Тимерғәлиева Башҡортостандың халыҡ артисткаһы исеменә лайыҡ булыуын белеп өлгөрмәгән
- ↑ Башҡортостан. “Яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!”
- ↑ Көнгәк. Халыҡ артисы Хәмдүнә Тимерғәлиева вафат булды
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Тимерғәлиева Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2024)
- Хамдуна Саитгалиевна Тимергалиева . Татарская государственная филармония.