Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы — Башҡортостан Республикаһының төп законы.
Конституция | |
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы | |
Номер: | N ВС-22/15 |
Ҡабул ителгән: | Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы 24 декабрь 1993 йыл |
Ҡул ҡуйыу: | Башҡортостан Республикаһы Президенты тарафынан 24 декабрь 1993 йыл |
Көсөнә ингән: | 1 ғинуар 1994 йыл |
Первая публикация: | «Совет Башҡортостаны» |
Ғәмәлдәге редакция: | 01.10.2021 г. [1] |
Тулы текст Викикитапханала?. |
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы тарафынан 1993 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителде. Башҡортостан Республикаһының 2000 йылдың 3 ноябрендәге 94-з һанлы Законы, Башҡортостан Республикаһының 2002 йылдың 3 декабрендәге 369-з һанлы Законы, Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 15 июнендәге 322-з һанлы Законы, Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 18 сентябрендәге 23-з һанлы Законы, Башҡортостан Республикаһының 2009 йылдың 13 июлендәге 146-з һанлы Законы, Башҡортостан Республикаһының 2011 йылдың 19 майындағы 395-з һанлы Законы, Башҡортостан Республикаһының 2012 йылдың 28 июнендәге 545-з һанлы Законы Башҡортостан Республикаһының 2021 йылдың 1 октябрендәге 441-з һанлы Законы тарафынан индерелгән үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр менән.
Тарихы
үҙгәртергә1925 йылғы конституция
үҙгәртергәУл 1925 йылдың 27 мартында Бөтә башҡорт съезы Советы тарафынан раҫланған.
1937 йылғы конституция
үҙгәртергә1937 йылдың 23 июнендә РСФСР-ҙың Конституцияһы ҡабул ителгәс тә, Башҡорт АССР-ының кисектергеһеҙ Х съезы тарафынан Башҡорт АССР-ы Конституцияһы ҡабул ителә.
Составы
үҙгәртергә- Преамбула:
Беҙ, Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡы, үҙ еребеҙҙә уртаҡ яҙмыш менән берләшеп, халыҡтарҙың үҙбилдәләнешкә дөйөм танылған хоҡуғынан, тиң хоҡуҡлылыҡ, иреклелек һәм ихтыяр белдереү азатлығы принциптарынан сығып, башҡорт халҡының XVI быуатта Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылыуын, башҡорт милләтенең үҙбилдәләнешкә хоҡуғын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Рәсәй Үҙәк Совет Власының Башҡорт хөкүмәте менән Башҡорт совет автономияһы тураһында Килешеүе нигеҙендә 1919 йылда РСФСР составында Башҡорт автономиялы республикаһы төҙөлөүен, 1990 йылда Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларацияға ярашлы Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртелеүен иғтибарға алып, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына һәм Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының «Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында»ғы Договорына нигеҙләнеп, кеше һәм граждандың, бөтә халыҡтарҙың хоҡуҡтарына һәм иректәренә ихтирамыбыҙҙы раҫлап, бөгөнгө һәм киләсәк быуындар алдында үҙебеҙҙең республикабыҙ өсөн яуаплылыҡты аңлап,
лайыҡлы тормош, граждандар араһында тыныслыҡ һәм милләт-ара татыулыҡ тәьмин итергә ынтылып, үҙебеҙҙең тулы хоҡуҡлы вәкилдәребеҙ йөҙөндә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын ҡабул итәбеҙ.
- 2 киҫәк
- 11 бүлек
- 126 статья
1-се б ү л е к. Башҡортостан Республикаһының конституцион нигеҙҙәре.
1-се статья
Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы составында республиканың бөтә күп милләтле халҡы ихтыярын һәм мәнфәғәттәрен сағылдырыусы демократик хоҡуҡи дәүләт булып тора. «Башҡортостан Республикаһы» һәм «Башҡортостан» тигән атамалар тиң мәғәнәле.
Башҡортостан Республикаһының дәүләтселеге Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһының хакимиәт даирәһе сиктәренән һәм Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының берлектәге хакимиәт даирәһенә ҡараған Рәсәй Федерацияһы вәкәләттәренән тыш, дәүләт власының бөтә тулылығына эйә булыуында, үҙ территорияһы, халҡы, дәүләт власы органдары системаһы, үҙ Конституцияһы һәм закондары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре һәм дәүләт символдары булыуында сағылыш таба.
Башҡортостан Республикаһының статусы һәм территорияһының сиктәре фәҡәт Башҡортостан Республикаһының ризалығы менән генә үҙгәртелә ала.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре булып башҡорт һәм урыҫ телдәре тора.
2-се статья
Кеше, уның хоҡуҡтары һәм иректәре Башҡортостан Республикаһында иң юғары ҡиммәт булып тора. Кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен таныу, үтәү һәм яҡлау — дәүләт булараҡ Башҡортостан Республикаһының бурысы.
2-се бүлек. Кеше һәм граждандың хоҡуҡтары, азатлығы һәм бурыстары.
3-сө бүлек. Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо һәм баш ҡалаһы.
4-се бүлек. Закондар сығарыу власы.
5-се бүлек. Башҡарма власть.
6-сы бүлек. Башҡортостан Республикаһының урындағы дәүләт власы органдары.
7-се бүлек. Суд власы.
8-се бүлек. Урындағы үҙидара.
9-сы бүлек. Финанстар һәм бюджет.
10-сы бүлек. Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары.
11-се бүлек. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тәртибе.
Башҡортостан Республикаһының Конституция суды
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Конституция Башкортостана
- Конституция Башкортостана на сайте государственного собрания
- http://www.ks-rb.ru/ 2014 йыл 17 май архивланған.
- ↑ Конституция Республики Башкортостан -Электронный фонд правовых и нормативно-технических документов