Сәлимов Әхсән Сәлимгәрәй улы
Сәлимов Әхсән Сәлимгәрәй улы (24 декабрь 1921 йыл — 19 октябрь 2013 йыл) — уҡытыусы, журналист, хужалыҡ эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе һәм шағир. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1970 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының почётлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе (2007). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Райондың почётлы гражданы (1995).
Сәлимов Әхсән Сәлимгәрәй улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 24 декабрь 1921 (102 йәш) |
Тыуған урыны | Иҫке Солтанбәк, Тәкәрлек ауыл Советы (Дүртөйлө районы), Дүртөйлө районы |
Вафат булған урыны | Дүртөйлө, Дүртөйлө районы |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, шағир, журналист, мөхәррир, мәктәп директоры |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәӘхсән Сәлимгәрәй улы Сәлимов 1921 йылдың 24 декабрендә Башҡорт АССР-ы Дүртөйлө районы Иҫке Солтанбәк ауылында тыуған. 1940 йылда 1-се Дүртөйлө урта мәктәбен тамамлай. Шул уҡ йылда татар теле һәм әҙәбиәте буйынса тулы булмаған урта мәктәптәр өсөн уҡытыусылар әҙерләү курсы үтә һәм Имай-Утар ете йыллыҡ мәктәбендә эшләй башлай. Бер айҙан, 1940 йылдың октябрендә, армияға саҡырыла. Айырым мотопонтон батальонында Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. 1943 йылдың аҙағында Алыҫ Көнсығыштан Көнбайыш фронтҡа оҙатыла. 1944 йылда авиация мәктәбе курсанты була, унда,Боғорослан ҡалаһында, Еңеү көнөн ҡаршылай. 1945 йылдың декабрендә демобилизациялана. 1946 йылдың мартында Яңы Ишмәт ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыта башлай, бер йылдан Иҫке Сотанбәк мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. 1950 йылда —Таймырҙа урта мәктәбе директоры, 1954 йылда — 1-се Дүртөйлө урта мәктәбе директоры. 1960 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.
Әхсән Сәлимгәрәй улының хеҙмәт биографияһының күпселек өлөшө Дүртөйлө район гәзите менән бәйле. 1956 йылдан район гәзитенең яуаплы секретары, 1965 йылдан — мөхәррир урынбаҫары; 1977 йылдан Дүртөйлө һыра заводы директоры; 1982—1988 йылдарҙа Дүртөйлө быраулау эштәре идаралығы инженеры. 2013 йылдың 19 октябрендә вафат була, Дүртөйлө ҡалаһында ерләнгән[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәТыуған яҡты өйрәнеү буйынса ҙур материал туплай, архив документтарын өйрәнә. «Дүртөйлө ерендә» тигән китап оҙаҡ йылдар тикшеренеү эштәренең һөҙөмтәһе булып тора. 2007 йылда тыуған яҡты өйрәнеү фәнен үҫтереүгә һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһының «Почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсе» исеме бирелә[1].
Ижады
үҙгәртергә- Сәлимов Әхсән «Ижади мираҫ : поэмалар, йырҙар, шиғырҙар» (Нефтекамск, 2006 йыл)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985);
- Башҡортостан Республикаһының почётлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе (2007);
- Райондың почётлы гражданы (1995).
Хәтер
үҙгәртергә- 2013 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе башланғысы менән ойошторолған «Яҡташтар» проекты йомғаҡтары буйынса уның исеме райондың күренекле яҡташтары исемлегенә индерелә[1].