Хәсәнов Дамир Йосоп улы

Хәсәнов Дамир Йосоп улы (19382005) — «Нефтепроводмонтаж» тресының иретеп йәбештереүсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Хәсәнов Дамир Йосоп улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 24 декабрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Ҡашҡалаша, Благовар районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2005
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

1938 йылдың 24 декабрендә Башҡорт АССР-ының Благовар районы Ҡашҡалаша ауылында тыуа.

1958 — 1960 йылдарҙа Свердловск ҡалаһында Совет армияһы сафында стройбатта хеҙмәт итә. Батальондың комсомол комитеты составына, һуңынан партияға инә.

Хәрби хеҙмәттән һуң «Бохара—Урал» газ торбалары һалыу төҙөлөшөнә китә. Ырымбур өлкәһендә трассала буласаҡ тормош иптәшен — Валентина Афанасьевнаны осрата. Уларҙың ике балаһы — улы һәм ҡыҙы тыуа.

«Нефтепроводмонтаж» тресынын 74-се төҙөлөш-монтаж идаралығында иретеп йәбештереүсе булып эшләй. «Уренгой—Үҙәк» газ торбаларын һалғанда хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтә.

Хаҡлы ялға сыҡҡас уҡытыу — производство комбинатында эшләй, йәштәрҙе иретеп йәбештереүсе һөнәренә өйрәтә.

Хәсәнов Дамир Йосоп улы 2005 йылда Өфө ҡалаһында вафат була.


Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984, илдең мөһим газ торбаларын һалыуҙагы шәхсән индергән ҙур өлөшө, «Уренгой — Үҙәк-1» газ үткәргесен һуҙыуҙа күрһәткән хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн) .
  • Ике Ленин ордены (1980, 1984),
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (1973) һәм миҙалдар.
  • СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе миҙалы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сергей Каргапольцев. Хасанов Дамир Юсупович. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 14 июль 2016.